«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ИР һӘМ АРЫҪЛАН



31.08.2010 ИР һӘМ АРЫҪЛАН

Бер ил гиҙеүсе арыҫландан ҡаса. Әммә йыртҡыс уны упҡын ситенә ҡыуып килтерә. Иргә упҡындың ситендәге ҡыуаҡҡа эләгеп ҡалырға ғына ҡала. Ә аҫта уны ҡот осҡос ҙур крокодил көтә. Уның күҙҙәре лә арыҫландыҡы кеүек яна.
Килһә – килә бит, көтмәгәндә ир тотонған, былай ҙа уның ауырлығынан һынырға торған ҡыуаҡты ике сысҡан кимерә башлай. ҡотолорлоҡ бер әмәл юҡ. Һәм ир ошо һуңғы секундтарҙа эргәһендә генә ҡып-ҡыҙыл булып бешкән ер еләген күрә. ҡулын һуҙып, алып ашай ҙа, уның тәмлелегенә иҫе китә. Ошонда хикәйәт тамам. Дөрөҫ, кемдер ир ҡотолғанмы һуң, тип бәхәс ҡорор. Әлбиттә, ҡотолған, юғиһә был хикәйәтте беҙгә кем һөйләр ине?
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға