«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (19.01.2018)



26.01.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (19.01.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.01.2018)
Матбуғат конференцияһы бара. Президент һәм юғары етәкселәр ҡатнашлығында етешһеҙлектәрҙе тикшерәләр. Кемделер әрләйҙәр, нимәгәлер зарланалар. Залдан бер журналист һорау бирә.
– Һеҙ «Балыҡ башынан серей» тигән мәҡәлгә нисек ҡарайһығыҙ?
Президент залға күҙ йүгертеп йылмайып ҡуя.
– Балыҡ, ысынлап та, башынан серей. Ләкин уны ҡойроғонан таҙарта башлайҙар…

* * *
Кластағы балаларҙы тыңлата алмағас, уҡытыусы үҙен иҫәргә һанаған уҡыусыларға баҫырға ҡуша. Балалар бер мәлгә тын ҡала. Тирә-яғына ҡарана-ҡарана бер малай тороп баҫа. Уҡытыусы:
– Ысынлап та һин үҙеңде иҫәргә һанайһыңмы?
– Юҡ, уйламайым. Уңай­һыҙландым, бер үҙегеҙ баҫып тораһығыҙ бит…

* * *
– Ой, һеҙ бөгөн шундай сибәр.
– Һеҙ бөтә матур ҡыҙға ла шулай өндәшәһегеҙме?
– Юҡ, матур ҡыҙҙарға башҡаса өндәшәм…

* * *
Бер ҡатын таксиҙа ҡайтып бара һәм кинәт кенә сумкаһында аҡсаһы юҡлығын абайлап ҡала.
– Ғәфү итегеҙ, минең аҡсам юҡ. Сумканан урлағандар.
Таксист ҡапыл борола ла, ҡала ситендәге урманға килеп туҡтай. Машинанан сығып ергә йәймә йәйә. Ҡатындың йөрәге табанына төшә.
– Һеҙ нимә?! Минең бит өс балам бар!
– Ә минең – 40 ҡуяным! Әйҙә, тиҙерәк үлән йолҡ!

* * *
– Ҡәҙерлем, минең тыуған көнөм етә. Нимә бүләк итәһең?
– Ана, теге «Мерседес»ты күрәһеңме?
– Эйе.
– Нәҡ шул төҫтәге колготки бүләк итәм.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға