«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Ҡайҙа булды эшләпәң?..»



28.01.2018 «Ҡайҙа булды эшләпәң?..»

«Ҡайҙа булды эшләпәң?..»
Студент саҡ, ғинуар айы. Ял көнө ауылға ҡайтып, кисен әхирәттәрем менән клубҡа сығырға әҙерләнеп йөрөйөм. Биҙәнеп-төҙәнеп алғандан һуң урамға ашыҡтыҡ. Әсәйем, бәләкәй балаға әйткән кеүек:
– Башыңа тиҙ генә кей әле, – тип, ҡулға эшләпәмде тотторҙо. Әрләшеп тормаҫ өсөн уны кейгән булдым да, аҙаҡ ярты юлда куртка кеҫәһенә һалып алдым. Йәнәһе, прическаны боҙмайым.
Дискотека тамамланғас, ҡыҙҙар менән урамды бер нисә тапҡыр ҡыҙырғандан һуң ҡайтырға сыҡтыҡ. Өйгә башҡа кейеп инергә кәрәк бит инде, әммә кеҫәләрҙе күпме генә тентеһәм дә, баш кейемен тапманым. Әсәй, ғәҙәттәгесә, йоҡламайынса, минең ҡайтыуҙы көтөп ултырған. Өйгә инеүем булды, ялан баш икәнемде күреп тә ҡалды, әрләй ҙә башланы.
Шулай йоҡлап киткәнмен. Иртән йоҡомдо туйҙырып тороуыма, әсәйем тағы ла тиргәшә башламаһынмы.
– Ниңә шәпкәң һарай башында, бесән араһында ята ул, унда төндә нишләп йөрөнөң? – ти, өҫкә менерҙәй булып.
Нисек улай килеп сыҡты әле ул, тип үҙем аптырайым.
Мине һәр ваҡыт Линда исемле этем оҙатып йөрөй. Аҙаҡ белеүемсә, ул юлда төшөп ҡалған эшләпәмде алып ҡайтып киткән һәм уны яратҡан урыны – һарай башына һалып ҡуйған. Бынан һуң да ул бер нисә тапҡыр шулай ҡустыларымдың бирсәткә-шарфтарын һарай башына йәшергән.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға