22.01.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (12.01.2018)
– Ниңә дәфтәреңә атайыңдың фотоһын йәбештерҙең? – тип аптырай әсәһе.
– Уҡытыусы апай, һиңә дәрес әҙерләргә ярҙам иткән аңраны бер күрәһе ине, – тине.
* * *
– Ҡәҙерлем, ә һин беҙҙең йәш ваҡытты хәтерләйһеңме? Нисек беҙ дуҫлашып йөрөнөк, аҙаҡ өйләнешеп, бергә йәшәй башланыҡ? – ти ире.
– Хәтерләйем, хәтерләйем. Тик һин икенсе яҡҡа китмәй тор әле, һауыт-һаба йыуыуыңды бел, – тигән ҡатын дорфа ғына.
* * *
Дауаханалағы янғынды һүндереп бөткәс, янғын һүндереүселәр баш табипҡа ҡотҡарыу сараларының нисек алып барылғаны хаҡында һөйләй.
– Янғынды һүндереп бөттөк. Подвалдағы иҫен юғалтҡан өс кешенең икәүһен яһалма тын алдыртып, аңына килтерҙек. Өсөнсөһөн генә ҡотҡарып булманы.
Быны ишеткәс, баш табип иҫен юғалтып йығыла.
– Һеҙ нимә, егеттәр?! Унда бит беҙҙең мәйетхана ине!
* * *
Ике түрә ресторанда ултыра һәм бизнестары хаҡында һөйләшә.
– Һеҙҙең завод үҙгәртеп ҡороуға тиклем нимә менән шөғөлләнә ине?
– Танктар сығарҙыҡ.
– Ә хәҙер?
– Хәҙер, үҙгәртеүҙән һуң, балалар коляскаһы эшләйбеҙ.
– Шунан, алалармы һуң?
– Алалар, алмай ҡайҙа барһындар, тик ҡайһы бер әсәләр, баланы башня аша сығарыуы ҡыйыныраҡ, тип зарлана.