25.12.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Һин, оятһыҙ, минең ҡатынға күҙ һалдың. Мин һине дуэлгә саҡырам. Ниндәй ҡорал һайлайһың: шпагамы, пистолетмы?
– Шпага.
– Яҡшы. Мин – пистолет.
* * *
Блондинка машинала светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә үтеп китә. Уны ЮХХДИ хеҙмәткәре туҡтата:
– Һеҙ мин һыҙғырғанды ишетмәнегеҙме ни?
– Ишеттем. Әммә мин кейәүҙәмен.
* * *
Милицияла юғалған ҡатынды табалар һәм уның иренә шылтыраталар. Ир:
– Эйе, мин ҡатыным юғалыуы хаҡында ғариза бирҙем, әммә унда, уны эҙләгеҙ, тигән бер һүҙ ҙә юҡ ине, – тигән.
* * *
Милиция бүлегенән берәүҙе һөйрәкләп урамға сығарып ырғыталар. Ир, тороп, өҫ-башын ҡаға ла:
– Былай ҡыланһағыҙ, һеҙгә бер кем дә килеп йөрөмәйәсәк, – ти.
* * *
«Киләсәктә үткәндәр хаҡында уйламаҫ өсөн үткәндәр хаҡында киләсәктә уйларға кәрәк».
* * *
Өҫтәл артына ултырғас, әсәһе:
– Улым, ҡулдарыңды йыуҙыңмы? – тип һорай.
– Эйе, әсәй, кисә үк йыуып ҡуйғайным инде, – тип яуаплай малай.
* * *
Самолетта бер егет матур ҡыҙға оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, ниһайәт, батырлығын йыя һәм, ҡыҙ менән танышырға теләп:
– Ғәфү итегеҙ, һеҙ ҙә был самолетта осаһығыҙмы? – ти.
* * *
Бер ханым ирен ташлап китә. Тик бер аҙҙан ул кире әйләнеп ҡайта һәм иренән ғәфү үтенә башлай, үҙен кисереүен һорай. Ир ҡатынына оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң:
– Беләһеңме, ҡәҙерлем, һинең минән китеүеңде кисерәм, ә бына кире әйләнеп ҡайтыуыңды ғәфү итә алмайым, – ти.