15.01.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (5.01.2018)
* * *
– Нишләп Рәсәйҙә юлдар шул тиклем насар икән?
– Эшсе ҡулдар етмәй – бөтә халыҡ машина ремонтлау менән мәшғүл бит.
* * *
Ир – ҡатынына:
– Ауырымаған көйөңә ниңә таблеткалар ашап ултыраһың?
– Уларҙың иртәгә ҡулланыу ваҡыты сыға, ҡиммәткә алған яҡшы дарыуҙарҙы сығарып ташламам бит инде...
* * *
Сатнама һыуыҡта балыҡ ҡармаҡлаған иргә эргәһенән уҙып барыусы өндәшә:
– Ҡолағың туңа бит, ниңә бүркеңде кеймәйһең?
– Кейеп ултырғайным да ул, бая егеттәрҙең араҡы эсергә саҡырғанын ишетмәй ҡалғанмын.
* * *
– Ҡәһәр төшкән ҡыш! Машинаның йоҙағы туңып, көн дә интегергә тура килә.
– Бер ҙә интекмә, сәйнүк менән һыу йылытып алып сыҡ та, йоҙағына ҡой...
– Эйе, шулай иттем, ти. Күҙ алдыңа килтер әле, мин төндә ҡала буйлап сәйнүк менән китеп барам, ти... Машина урларға.
* * *
Яңы йыл табынында ике таныш һөйләшә:
– Һин маладис! Иҫке йылда ике ҡыҙыңды ла кейәүгә бирҙең!
– Уныһы шулай ҙа ул. Тик бына ҡатынды ғына алыусы табылманы.
* * *
– Шыршы байрамында ниндәйерәк битлек кейһәм, һәйбәтерәк булыр икән?
– Һәр кеше үҙенең булмышына тап килгәнде һайлай инде. Ә бына һиңә төлкө битлеге килешер, тим.