«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (22.12.2017)



30.12.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (22.12.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.12.2017)
* * *
Ике таныш осраша:
– Һин ике эштә эшләйһең, тиҙәр, хәҙер байығанһыңдыр инде?
– Эйе, көнө-төнө эштә булғас, аҡса туҙҙырырға ваҡыт ҡалмай.

* * *
– Ҡатының менән йыш талашаһыңмы?
– Юҡ. Икебеҙ өйҙә бергә тура килгәндә генә.
* * *
– Ябығам тигән булып, минән фитнес төшөрөлгән дисктар алып торғайның, нисек һуң?
– Пирожный ашай-ашай ҡарап ултырам әле.
* * *
Ир менән ҡатын һөйләшә:
– Бәй, Хәмит, бүре һымаҡ асығып ҡайттым, тигәйнең, ярты тәрилкәңде ашамай ҡалдырғанһың бит...
– Кәбеҫтә менән кишер һурпаһы ашаған бүрене ҡайҙа күргәнең бар?

* * *
– Һин Мәликәгә ун йыл элек өйләнгәйнең, нисек йәшәйһегеҙ?
– Һорама инде. Үтмәҫ балта һымаҡ, көн дә йәнемде сапҡылай.
– Ә беҙ өйләнгәнгә ике йыл – минең кәләш йәнде игәргә генә өйрәнде әлегә.

* * *
– Әлдә Яңы йыл алдынан ташлама менән миңә шәшке тун алып ҡалдыҡ, эйеме, ҡәҙерлем?
– Кейем шкафындағы көйәләр үҙҙәрен алдағы ун йылға ризыҡ менән тәьмин иткәнебеҙ өсөн беҙгә рәхмәт белдерҙеләр инде...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға