«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (8.12.2017)



11.12.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (8.12.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.12.2017)
Бер ир этен һата. Һатып алыусы:
– Этегеҙ аҡыллымы?
– Бик тә аҡыллы!
– Тоғромо хужаһына?
– Нисек әле! Бишенсегә һатам инде…
* * *
Стенала ике тараҡан китеп бара. Береһе иптәшенең иҙәндә аяҡтарын болғап, тәгәрәп ятыуын күрә лә, икенсеһенән һорай:
– Брейк-данс бейейме ул?
– Юҡ. Дихлофос…

* * *
Бер туташ күрәҙәсегә килә:
– Хәтерләйһегеҙме, һеҙ миңә, 30 йәшеңә өс балам буласаҡ, тип әйткәйнегеҙ.
– Хәтерләгән һымаҡ булам.
– Улайһа, әйтегеҙ әле, зинһар, ә ирем ҡасан буласаҡ?

* * *
Бахмурҙан аҙапланыуы сырайына сыҡҡан бер туташ – әхирәтенә:
– Бөгөн иртәнән бирле ҡоҫам. Араҡы, һыра, шампан шарабы эстек. Билмән ашап ағыуландым, ахыры.

* * *
Ире йоҡлап ятҡан еренән, һал­ҡын тиргә батып, күҙҙәрен аҡайтып һикереп тора.
Ҡатыны:
– Нимә булды, ҡәҙерлем?
– Мәҙинә һыуға батып үлде!
– Ниндәй Мәҙинә тағы?!
– Һин уны белмәйһең. Беҙ уның менән төштә таныштыҡ…

* * *
– Һеҙҙә ҡылсыҡһыҙ балыҡ бармы?
– Юҡ. Итһеҙ колбаса ғына.
* * *
Вәли өйөнә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып инә.
– Ошоға тиклем ҡайҙа йөрөнөң? – тип асыуланып, әсәһе ҡаршы ала.
– Мин хат ташыусы булып уйнаным. Бөтә күршеләргә ысын хаттар таратып сыҡтым.
– Ысын хаттар?! Ҡайҙан алдың һин уны?
– Улар төргәге менән һинең шкафыңда ята ине.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға