«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » ҺАБАҠ (хикәйә)



09.12.2017 ҺАБАҠ (хикәйә)

ҺАБАҠ (хикәйә)
Бергәләп иртәнге сәйҙе эсеп, әле генә ҡайтып киткән күршеһе Мәликәнең йүгерекләп тағы был яҡҡа ыңғайлағанын күреп, ҡош-ҡортон ашатып йөрөгән Көнбикә аптырап ҡалды. Әллә бер-бер хәл булдымы икән?
– Ҡара йөрәк! Күр һин уны, ә! – тип һөрән һалды Мәликә ҡапҡанан инешләй үк. – Йомшаҡ күпмәмдә йоҡлай, үҙем ни ашаһам, шуны ашай, ләƒнәт!
Көнбикә аптырап ҡалды, хатта тупһаһына ултыра төштө. Ошо осор алмаш-тилмәш бер-береһенә иптәшләшеп йоҡларға йөрөшәләр, әллә уны ҡарƒаймы Мәликә? Аҙналап инде ир-ат ҡырҙа ҡуна ятып бесән саба, Көнбикәнең дә ире шунда. Ҡыҙы ҡалала уҡыу­ҙа. Ә Мәликә күптән япа-яңƒыҙы көн күрә. Ире вафат, улы Рәфистең ауылдан сығып китеп олаƒыуына ун йыллап барҙыр, ҡайҙалыƒын да белгән юҡ.
– Уф, ниҙәр күрергә яҙƒандыр инде был ƒәзиз башҡайыма, – Мәликә иламһыраƒан тауыш менән Көнбикә эргәһенә ултырҙы. – Бер ƒибрәт һөйләйем әле һиңә. Биллаһи бына, ƒибрәт.
Көнбикәнең бәпкәләргә тип ҡуйƒан еменә инә ҡаҙы ƒына түгел, гел һаҡта торƒан ата ҡаҙы ла барып йәбеште. Бүтән саҡта һөмһөҙлөктәренә хужабикә сыбыҡ күтәрмәй ҡалмаҫ ине, был юлы өндәшмәне лә. Ҡаҙ ҡайƒыһымы ни!
Күп булһа, берәй ләстит ишеткәндер был Мәликә, тип, Көнбикә әҙерәк тыныслана төштө. Шулай ҙа йөрәге урынынан ҡупҡайны, саҡ ҡуҙƒалып, ҡаҙҙарын йылға яƒына ҡыуып ебәрҙе лә, күршеһен эйәртеп өйөнә инде.
– Самауырҙы яңыртайыҡ әле, иртән ҡабаланыраҡ та булды, иркенләп, сәй эсә-эсә һөйләшәйек.
Әле һыуынып та өлгөрмәгән самауыр торба ҡуйыу менән шыжлай башланы. Мәликә өйрәнгән урынына, тәҙрә төбөнәрәк шылып, тәмләп хәбәренә тотондо...
Кистән һыйырын һауып, эшен-көшөн бөтөргәс, Көнбикәләргә йыйынды. Аулаҡлап ултыр­һаң, һүҙ араһында эш тә ырай, анау яҙƒы йөндө тетеп, иләп алһам тип, өй башына менде. Тоҡҡа тултырып, бер сөйгә элеп ҡуйƒайны, шуны алайым тип ынтылһа, йыƒылып китә яҙҙы: ҡаƒып-һуғып һөйәп ҡуйылƒан ҡаҙ ояһында сый-мый килешеп күҙҙәре лә асылмаƒан бесәй балалары ятасы!
Бикләп сыҡҡан ишеген яңынан асып инде. Табаҡ-һауыт ҡуйƒан яҡтан йылт итеп бесәйе килеп сыҡты ла мейес башына һикерҙе. Әһә, ҡош-ҡортҡа тип ебетергә ҡуйƒан ҡаты-ҡотоно ашап йөрөй. Балалағас, уны туйҙырырым тимә.
Бесәйен әрләй-әрләй, баҙҙы асып, нигеҙҙә тәгәрәп ятҡан иҫке биҙрәне эйелеп алды. Ҡалтайып бөткән биҙрә иҙәнгә ҡуйыуƒа шалтор-шолтор тәгәрәп китте. Мейес башында муйынын һуҙып хужабикәне күҙәткән бесәй был тауышҡа ҡалтыранып ҡуйҙы.
Мәликәнең бесәйе ауылда берәү. Ҡолаҡтары һәр саҡ һаƒайып, ҡарпайып тора, үҙе сөм ҡара. Түшендә генә, ынйы мунсаҡ кеүек, аƒы бар. Иркәләп, кирелеп-һуҙылыуы ла әллә нисек һомƒол, нәзәкәтле кеүек. Ә инде муйынын төҙ генә тотоп, йәшкелт күҙҙәрен бер асып, бер йомоп ултырыуын күрһәң? Исеме лә Ҡупшыҡай шуƒа. Мәликә ярата бесәйен, һылап-һыйпап, һыйлап ҡына аҫрай. Тик бына бер яƒы теңкәһенә тейә – йыл да балаламай ҡалмай. Баштараҡ, күрше-тирәгә тарата торƒайны, алыусы бөткәс, бесәй балаларын күҙе асылмаҫтан уҡ һыуƒа батырып үлтерә башланы. Әллә нисә йыл инде шулай итеүенә. Иң беренсе тапҡырында Ҡуп­шыҡайҙы ла, балаларын да бик йәлләгәйне. Аҙаҡ инде күнекте. Унан күрмәксе, башҡа ҡайһы берәүҙәр ҙә бесәй балаларынан шулай ҡотола башланы. Анауы хыялый Ҡәфиә әбей шикелле бер көтөү бесәй аҫрап ултырып булмай инде.
Мәликә бесәй балаларын сирҡана-сирҡана елкәһенән тотоп, һыу тултырылған биҙрәгә ырƒытып бөттө лә, уларҙың сығырға тырмаш­ҡандарын күҙенә лә элмәй, таƒы өй башына менеп китте. Ҡаҙ ояһын ҡаҡҡылап, ел өргәнерәк урынƒа түңкәреп ҡуйҙы. Уңарсы бесәй балалары тонсоҡҡайны инде. Тәрән генә итеп соҡор ҡаҙып, тегеләрҙе баҡса артына күмде. Дүртәү булƒандар икән...
Яңынан өйөнә инде. Бына ƒәжәп, Ҡупшыҡай һаман мейес башында тора, ике күҙе – хужабикәнең ҡулындағы буш биҙрәлә. Мәликә баҙҙы асып, биҙрәне әлеге лә баяƒы нигеҙ буйына ырƒытты. Шалтор-шолтор иткән тауышҡа бесәй тағы дерелдәп ҡуйҙы, ыҫылдаƒандай итте, күҙҙәренән йәшел ут бөркөлдө. Мәликә ниҙер һиҙенде.
– Нимә һаман бәзрәйеп ҡарап тораһың унда, мәлƒүн, бар! – Ҡупшыҡайҙы дөбөр-ша­тыр ҡыуып сыƒарҙы. – Ҡара йөрәк, бөтә кәйефемде бөтөрҙө.
Күршеһенә инергә лә аяƒы тартмай торҙо уның башта. Урын йәйҙе, башына урап йоҡлай торƒан яулыƒын мендәренә әҙерләп һалды. Шулай ҙа өйҙә ҡунмаҫҡа булды, күңеленә әллә ниндәй бер шом инде лә ҡуйҙысы. Анау Ҡупшыҡайҙың ҡарап тороуы һуң! Уф! Әллә илай ҙа ине мәхлүк. Кит, булмаҫты, нимә аңлай ул.
Шулай уйлана-уйлана, ҡултыҡ аҫтына бер кис ултырырлыҡ йөн ҡыҫтырып, Көн­бикәләргә йүнәлде. Уларҙа инде, һүҙгә әүрәп, бесәй ƒәләмәте онотолƒан.
Иртәгәһенә Мәликә тып-тыныс күңел менән ишеген асып инде лә... әсе тауыш ме­нән ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡот осҡос! Иҙәндә йолҡҡоланƒан, имен ере ҡалмаƒан юрƒан ята, донъя тулы мендәр мамыƒы, яулыƒы ҡанƒа туҙƒан, уның бер осон тешләп йән биргән Ҡуп­шыҡайҙың кәүҙәһе шөкәтһеҙ булып ҡатып ҡалƒан. Шаҡ ҡатып ишек яңағына һөйәлеп торƒан арала Мәликә был фажиƒәне үҙенсә күҙ алдынан уҙƒарҙы. Рәнйегән инә бесәй балаларының йәнен ҡыйған өсөн хужабикәһенән үс алмаҡ, үҙе гел инеп сығып йөрөй торған тишектән – төнлөктән баҙƒа, баҙҙан өйгә ингән. Шунан инде күҙенә аҡ-ҡара кү­ренмәй, карауатҡа ырƒыƒан. Тырнаҡтары аҡ­тарылып бөткән, үҙ ҡанына үҙе буялған, ярһыуынан сәсәп, йөрәге ярылып тәгәрәгән...
Көнбикә күршеһен тыңлаƒанда, ни эшләп­тер һыуҙа сыйылдашып йән биргән бесәй балаларын күҙ алдына килтерҙе. Биса­раҡайҙар, күҙе лә асылмаƒан көйөнә...
– Ҡара йөрәк! Ит изгелек – көт яуызлыҡ! – Мәликә тыныс ҡына һөйләп ултырƒан еренән таƒы тулап китте. Көнбикә, иҫенә килеп, һыуып бөткән сәйен йотоп алды. Күршеһе иһә, уның аƒарынып ултырыуын күреп, үҙенсә юраны, йәнәһе, килештереп, кеше ҡурҡытырлыҡ итеп тасуирлай белә икән. Белмәйсә! Ошо уйынан ҡанатланып, ул йәһәт кенә урынынан ҡуҙƒалды, магазин яƒына барып әйләнәйем әле, тип, ашыƒып сыƒып китте. Шундайыраҡ инде ул Мәликә, еңел уйлай, еңел эшләй. Уның әлеге хәбәре менән бөтә ауыл тула инде хәҙер...
Юҡҡа аƒарынманы шул Көнбикәнең йөҙө. Уйлап ҡараһаң, сәйер инде ул әҙәм заты. Бер бесәй, бер мәхлүк хаҡында тыңлап, үҙеңдең иң ауыр уйҙарыңды ҡуҙƒатсәле?!
Көнбикә әсәһенең төҫө итеп һаҡлаƒан һандыƒын асып, төптә ятҡан бер конвертты алды. Юнираның, ҡыҙының хаты. Ярты йыллап инде ошо хатты көн дә тиерлек алып уҡый. Уҡый ҙа, йәшереп ҡуя, иренә күрһәткәне юҡ. Бына таƒы таныш ҡул менән яҙылƒан юлдарƒа күҙ йүгертте, ҡыҙының тауышын ишеткәндәй булды: «Әсәй, башта һинең менән кәңәшләшәйем, тим. Тыуасаҡ сабыйыбыҙ өсөн борсолам... Ҡыҫҡаһы, Замирҙы ҡапыл армияƒа алдылар. Яҙылышырƒа өлгөрмәй ҡалдыҡ. Хаты килде – Афƒанстанƒа эләккән».
Тыуасаҡ сабыйыбыҙҙы?! Көнбикәнең зиһенен сыуалтҡан ошо һүҙҙәр был юлы бигерәк тә ныҡ тулатты йөрәген. Хатын алыу менән ул Юнираƒа асыулы-ярһыулы яуап яҙып һалƒайны. «Уҡыуыңды өҙмә, баланы табыу хаҡында башыңа ла килтермә! Яратһа, Замирың аңлар. Әгәр ҙә әйләнеп ҡайта алмаһа? Һуғыш бит унда, Юнира, һуƒыш!..».
Көнбикә ике ҡулы менән ҡапыл сәнсеп алып киткән сикәләрен баҫты. Нисек яҙа алƒан ошо һүҙҙәрҙе?! Хәйер... Берҙән-бер ҡыҙы тыума бала күтәреп ҡайтһа, кеше нимә тиер? Артыңдан бармаҡ төртөп ҡалырҙар...
Берәүгә лә һөйләмәне был хаҡта, өҙгөләнде лә өҙгөләнде. Әлдә Мәликә ингеләп йөрөнө. Ҡапыл күршеһенең: «Ҡара йөрәк!» – тип ҡысҡырƒаны ишетелгәндәй булды. Һиҫкәнеп китеп, ҡолаҡтарын ҡапланы. Әллә һаташа инде? Кемдеңдер килә ятыуын шәйләп, тәҙрәгә күҙ һалды – почтальон! Йүгереп ҡаршыһына сыҡты. Юниранан хат килгән. Теге ваҡыттан бирле бер хәбәре лә юҡ ине әле. Көнбикә, ҡалтыраƒан бармаҡтарын тыңлата алмай, конвертты тешләп йыртты ла хатты уҡый башланы. «Әсәй, һинең яуабыңды алыу менән ситтән тороп уҡыуƒа күстем. Тегеү фабрикаһына эшкә индем. Эшселәр ятаƒында йәшәйем. Бик һәйбәт ҡыҙҙарƒа тура килдем...» – «Һә» тигәнсе күҙе менән һөҙөп уҡып сыҡты хатты Көнбикә. Яңы адресын яҙған. Бала хаҡында ла, Замир хаҡында ла ләм-мим. Ниңә һуң эшкә ингән? Аҡса типме? Атаһы, былтыр оҙата барып, уның исеменә кассаƒа байтаҡ ҡына аҡса һалып ҡуйƒайны лаһа. Кәрәк булһа, бар ҙа ал ине шуны. Әллә тотош туҙҙырып бөткәнме икән? Булмаҫ, ипле бала ул. Ипле...
Көнбикә ары һуғылды, бире һуƒылды, йәненә толҡа тапманы. Барып урарғамы ҡыҙы эргәһенә? Өс йыл уҡый бала, бер барғаны юҡ. Алыҫ та шул, Свердловскиҙа. Әйтеп торҙо, Өфөлә лә бөтмәгән институт тип, юҡ, шунда бармаҡсы итте. Йәнәһе, тау инженеры була – ƒүмер күрмәгән һөнәр. Беренсе курста уҡ шул Замир менән танышып, уның тураһында яҙƒылап торҙо. Уф! Түҙеме ҡалманы Көнбикәнең. Тәүәккәлләп сыƒам да китәм, тип уйланы ул, үҙ күҙем менән күреп, хәлен белеп ҡайтам. Ҡатлап сөгөлдөргә төшөргә берәй аҙна ваҡыт бар әле, донъяны Мәликәгә ҡалдырам да... Бәй, почтальон күршеһенә инеп бара түгелме һуң, кемдән хәбәр килде икән? Әллә теге берәҙәк улы иҫенә төшөргәнме әсәһен? Ул-был иткәнсе, йән-фар­манƒа йүгереп Мәликә үҙе лә килеп инде.
– Хур итте башымды, хур итте! – тип тупһанан уҡ яр һалды ул был юлы ла.
– Ни булды? Әллә Ҡупшыҡай терелеп, таƒы берәй хаслыҡ ҡылдымы?
– Мә, хат – уҡы! Көнбикә сатай-ботай итеп яҙылған хатты саҡ-саҡ танып уҡый башланы. Тәүҙәрәк бер ни ҙә аңламай торҙо. Әллә ниндәй ҡот осҡос тарих. Бер ир йәш кенә ҡыҙҙы алдай ҙа, ул ауырƒа ҡалƒас, баланы тапһаң, алмайым, абортҡа бар, тип ҡурҡыта. Тегеһе башта ризалашмай, аҙаҡ, етешеп бөткәс, дарыу эсә. Бала тере тыуа. Атай ишараты сабыйҙың ауыҙын сепрәк менән төрөп бәйләй ҙә сүп-сар ташлай торған торбаƒа ырƒыта…
– Уф, башым! – Көнбикәнең күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Һүҙмә-һүҙ Юнираның хатын хәтерләне, ниңәлер...
– Уҡы, уҡы, аҙағынаса... – тине Мәликә, йөҙөнә ниндәйҙер йәл бер сырай сыƒарып. Уҡыны.
...Табалар баланы, тоталар тегеләрҙе. Ултыртып ҡуялар икеһен ике арый. Әле теге ҡыҙ, төрмәнән сығып, ирҙе эҙләй икән, адресын таптыра. Көнбикә фекерен туплай алмай бер булды. Туҡта-туҡта, хат Мәликәгә, тимәк, унан адрес һорайҙар. Рәфисенең адресын. Бахыр Мәликә уны үҙе лә белмәй шул. Бәй, теге баланы быуып үлтергән бәндә Рәфис буламы ни?
– Хур итте башымды, ҡара йөрәк! – тип һамаҡлай башлаƒан Мәликәгә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла Көнбикә әйтте лә һалды:
– Үҙең ƒәйепле!
Мәликә шаңҡыƒан балыҡ шикелле ауыҙын асты, күҙен таһырайтып ултыра бирҙе лә, ҡапыл һикереп тороп, сыƒып китте.
Әйткәненә үкенмәне, йәне көймәнесе Көнбикәнең. Әле килеп суфыйланƒан да киткән, күрше йәшәгәс, белә инде Мәликә-Ҡупшыҡайҙың да кем икәнен. Эйе, шул, уның да йәшерәк саҡта шундай ҡушаматы бар ине, аҙаҡ бесәйенә күсте... Йәшләй тол ҡалды ул. Рәфисенә ун-ун бер йәш кенә булƒандыр, моƒайын. Әсәһе төшөргөләй, сит ирҙәр менән сыуала башлаƒас, етене бөтөрҙө лә, Рәфис ҡалаƒа сыƒып китте. Күрше-тирәне биҙрәтергә өлгөргәйне инде уныһы. Малай-шалайҙы ҡотортоп, берәҙәк эттәрҙе йыйып йөрөй башланы бер заман. Әҙ-мәҙ аҡса биргәндәрҙер инде. Берәҙәктәрен аулап бөткәс, бәйҙә ултыр­ƒандарына тотондолар. Әле берәүҙең эте юғала, әле икенсенең. Рәфистәрҙең иҫке келәтенән барып табалар: муйынына элмәк таƒып, сөйгә аҫып ҡуйылƒан була. Йыйып, арбаƒа тейәйҙәр ҙә, малайҙар эттәрҙе Дәниф ҡартҡа алып баралар. Уныһы, тиреләрен тунап, заготконтораға тапшыра. Тамам башкиҫәргә әйләнгән малайҙарын ата-әсәләре тыйып ала алмай йонсоно шул мәлде. Мәликәнең һүҙе улына сүп инде: «Нисек йәлләмәйһең, тере йән дәһә эт тә», – тиһә: «Үҙеңде бел, бесәй балаларын батырып үлтерәһең», – тип кенә ҡуя... Рәфис сыƒып киткәс, ауыл халҡы еңел һулап ҡуйҙы. Әсәһе лә бик бошонманы шикелле. Баштараҡ ҡайт­ҡылап йөрөй ине, аҙаҡ әллә ҡайҙа булды егет. Бына, әле килеп ошо хәбәр килеп төштө...
Баланы үлтергәндәр, тиһең, ә? Эҫеле-һыуыҡлы булып китте Көнбикә. Шунан, бер уйƒа килеп, ашыƒып йыйына башланы. Ҡыҙын күрмәй тороп, тыныслана алмаясаҡ ул. Иренә яҙыу яҙҙы ла, ишеген бикләп, автобус юлына сыҡты. Берәй күршеһе һауыр әле һыйырын, баҡыртып тормаҫтар.
Тәүлек тигәндә Свердловскиƒа килеп төштө Көнбикә. Такси уны биш ҡатлы кирбес йорт янына килтереп туҡтатты. Ошо икән Юнира йәшәгән ятаҡ.
Бүлмә ишеген шым ƒына асып инеү менән, танауына ниндәйҙер танһыҡ бер еҫ, йылы тын бөркөлдө. Ике ҡыҙ, донъяларын онотоп, нимәлер бесеп, тегеп маташа, берәүһе өҫтәлдә кер үтекләй. Аһ, шул үтекләгәне Юнира лаһа. Төптәге карауат эргәһендәге тумбочкала һалдат һүрәте тора. Замирҙыр? Ә карауатта, ап-аҡ биләүҙә... бәпес йоҡлап ята! Баяғы танһыҡ еҫ бәпес еҫе икән. Көнбикәнең сумаҙаны ҡулынан төшөп китте. «Туҡ» иткән был тауышҡа бөтәһе лә ишек яƒына ҡараны.
– Әсәй!..
– Балам!..
Көнбикә тел осона килгән һүҙҙәрен дә әйтә алмай торҙо бер арый. Ярҙамƒа иң мохтаж сағында ҡыҙың сит-ят кешеләргә күҙ терәп ҡалһынсы, ата-әсәһе иҫән була тороп. Унан да бигерәк, әсәй башың менән тыуыр сабыйҙың ƒүмеренә киҙән әле...
– Эх, Мәликә, мине лә «ҡара йөрәк» тип әйтер инең... Ул яҡҡа һин оҫта... Ҡупшыҡайға рәхмәт, һабаҡ бирҙе миңә!
– Нимә тиһең, әсәй?
Ниҙер хәстәрләп кухняƒа барып әйләнгән ҡыҙы үҙ алдына һөйләнеп ултырƒан Көн­бикәгә сәйерһенеп ҡарап ҡуйҙы.
– Былай ƒына, ҡыҙым. Күрше апай иҫемә төшөп китте.
– Әсәй, һин Замираға күҙ-ҡолаҡ булып тор, мин йүгереп кенә бер һабаҡташыма барып киләйем, конспект биреп торам, тигәйне. Иртәгә – аҙаҡҡы имтихан.
– Иртәгә алып ҡайтам һине, ҡыҙым. Замираны ла... Ейәнсәремде!
Юнира ашығып сыƒып китте. Көнбикә, баҙнатһыҙ ƒына атлап, аҡ биләү эргәһенә килде. Собханалла! Уянƒан бит, ҡарап ята. Кем килгәнен әллә һиҙә? Булыр ҙа замана балаһынан...
Көнбикә күңелендә шундай рәхәт, наҙ тантана иткәнен тойҙо: өләсәй булыу бәхетеме икән был?!
Купить квартиру в Уфе через агентство недвижимости.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға