21.12.2017 Пассажир кәзә
Автобус туҡталышында кәзәһен етәкләгән бер әбей тора ине. Ауылдаштары ҡайҙа юл тотоуы менән ҡыҙыҡһынғас, район үҙәгендә йәшәгән һеңлемә барырға сығыуым, тип аңлатты.
– Һеңлем менән алыш-биреш итергә булдыҡ, мин уға – кәзә, ә ул былтыр ғына һатып алған электр сепаратын бирә. Тыуған көнөнә тағы бер сепарат бүләк иткәндәр икән, быныһын миңә бүләк итәм, ти. Мәйтәм, буш алмайым, бестерелгән кәзә тәкәһенә алмаштырам.
Автобус килеп туҡтаны. Водитель кәзәне салонға индереүҙән баш тартты. Әбейҙең үтенеп һорауына, халыҡтың уны яҡлашыуына ир түҙмәне: әйҙә, тик кәзәң иҙәнде бысратһа, үҙеңә йыйыштырырға тура киләсәк, тигән шарт ҡуйҙы. Ҡарсыҡ етеҙ генә урынлашты, ә кәзәһен яйлы ғына итеп эскәмйә аҫтына индереп ебәрҙе.
Киләһе туҡталыш ял йорттары биләмәһендә – ҡулдары тотош татуировкалы ике урыҫ инеп ултырҙы, төҙөүселәр, күрәһең. Береһе шунда уҡ ҡуйынынан араҡы һәм пластик һауыттар сығара башланы. Стакан иҙәнгә төшөп киткәс, икенсеһе уның артынан эйелде. «Эскәмйә аҫтынан шайтан ҡарап тора!» – был пассажир дуҫына иғтибар ҙа итмәй, йәшелле-күкле тауыштар менән ишеккә ташланды. Тик кемдеңдер сумкаһына абынып, йөҙтүбән һуҙылып ятты. Дуҫы бының өйәнәге тотто тип уйланы, ахырыһы, водителгә: «Поехали в больницу, друган «белку» поймал!» – тип ҡысҡырҙы. Шул саҡ әбей тыныс ҡына:
– Это жы бырастуй козел, не кричи, сынук, – тип һүҙ башланы.
– Кто козел, мой друг – козел?.. – урыҫтың йөҙө салшайып китте, әбей уның ҡолап ятҡан дуҫын мыҫҡыл итә тип уйланы, күрәһең.
Шул саҡ водитель ҡысҡырышҡан тауышҡа ҡапыл тормозға баҫты, әбейгә йоҙроҡтарын төйнәп килгән ир иптәше артынан иҙәнгә ауҙы. Шофер ҡыйыу ир булып сыҡты, иҫеректәрҙе елкәһенән һөйрәп юл буйына сығарып ташланы. «Хайуандарҙы автобусҡа индерергә ярамай, тип әйттем бит һеҙгә!» – тип газға баҫты ул.
– Эйе шул, ярамай! Хайуан хәленә төшкәнсе эскән бынау кафырҙар. Минең кәзәм хәтле лә була алмайҙар, ана, нисек тыныс ҡына ята, – тип ҡуйҙы әбей, еңел һулап.