09.12.2017 «Плацебо»
Миләнең өләсәһенә быйыл етмеш өс йәш тула. Ул кеҫә телефонынан көн дә ейәнсәренә шылтырата. Теге-был ерем, башым ауырта, аяғым, ҡулым, билем һыҙлай, тип Миләгә зарланырға ярата. Көн һайын бындай шылтыратыуҙарға ҡыҙ өйрәнеп бөткән. Буласаҡ табип ул, медицина университетының беренсе курсында белем ала. Ҡарт кеше, ниндәйҙер ярҙам өмөт иткәндәй, бөгөн дә ҡан баҫымының юғары булыуын, ашҡаҙаны ауыртыуын оҙаҡ итеп һөйләне. Милә был юлы өләсәһенә байрамға ҡайтҡанда яҡшы дарыу алырға вәғәҙәләне.
Иртәгәһенә юлға сығыр алдынан ҡыҙ дарыухананан бер дарыу һатып алды. Уның өҫтөнә сит телдә яҙылған ҡағыҙ йәбештерҙе (йәшәһен интернет!), «бүләк»те матур итеп төрҙө.
Ауылға ҡайтҡас, өләсәһенә, дарыуҙы Англиянан ҡайтарттым, тип алдашты. «Был таблеткалар ныҡ шифалы. Яҡшы дарыу булғанға ябай халыҡҡа килеп етмәй. Күрәһеңме, яҙыуы ла беҙҙеңсә түгел. Уны тик сит ил байҙары өсөн генә сығаралар. Мәскәүҙә уҡыған әхирәтем үҙенең сит илдәге таныштары аша көскә тапты, хаҡы ла арзан түгел», – тип үк ебәрҙе Милә. «Уй, балам, расхудҡа һуҡтым үҙеңде, мә, бөгөн генә пинсиә таратҡайнылар». Өләсәһенең аҡсаһынан баш тартты ҡыҙ. «Юҡ, кәрәкмәй. Мин эшләп йөрөйөм бит, һиңә дарыу алырлыҡ ҡына хәлем бар, шөкөр», – тине ул, эстән көлөмһөрәп. Уйлағаны килеп сыға күрһен берүк, һиҙгер өләсәһе этлеген һиҙеп ҡалһа, бер ни ҙә барып сыҡмаясаҡ.
Өләсәй шул көндән алып, ейәнсәре өйрәткәнсә, тылсымлы таблеткаларҙы эсә башланы. Ә күрше-күләндәге ҡарт-ҡороға нисек маҡтаныуы: «Ҡыҙым бик шәп сит ил дарыуы килтерҙе!» Ҡыҫҡаһы, ҡарсыҡ бына инде ай самаһы йүгереп йөрөй. Ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарың ары торһон, бер ере лә ауыртмай ҙа, һыҙламай ҙа. Күптән түгел Миләгә: «Теге дарыуыңды тағы алдырт, күрше Гөлбикә әбейең дә, һатып алам, ти», – тип шылтыратты. Ҡыҙ, ярай, тырышырмын, тип һүҙ бирҙе. «Дарыуханала кальций глюконаты бөткәнме ни, алып ҡайтырмын», – тип үҙ алдына йылмайып ҡуйҙы ул. Бер ниндәй зыяны булмаған был дарыуҙы ул, плацебо тәьҫире хаҡында лекциянан һуң, өләсәһендә һынап ҡараны. Ысынлап та, кешене күберәк дарыу түгел, ә ышаныс һауыҡтыра икән!