«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ике ярты – бер бөтөн (хикәйә)



07.12.2017 Ике ярты – бер бөтөн (хикәйә)

Ике ярты – бер бөтөн (хикәйә)
Алтын туйҙары биш ай элек булырға тейеш ине. Үткәрттермәй торҙо.
– Уттай ҡыҙыу эш мәле, туй ҡайғыһы юҡ. Ҡасып бармай әле. Бесәнде бөтөгөҙ, ташып алығыҙ. Шунан – картуф, ҡош-ҡорт, шунан – һуғым. Эштән күп нәмә юҡ. Үткәрербеҙ әле ҡышҡыһын, – кәңәшкә тип йыйылған балаларына шулай тине Мәрүәрә. Уның был һүҙҙәрен дөрөҫләп, ире Ғүмәр:
– Дөрөҫ әйтә. Эйе, шулай, – тип баш ҡағып ҡына ултыр­ҙы. Ул, ғөмүмән, аҡыллы ҡатынының һүҙенән сыҡмай.
– Закун һинең яҡта инде, – тип көлә лә ҡуя.
* * *
Ҡыш та етте, Яңы йыл да үтте. Балалары, оҙон ялды файҙаланып ҡалырға теләп, ниһайәт, әсәләренең ризалығын алып, зыҡ ҡубып әҙерлек эштәрен башланы. Ошо йомаға, ун дүртенсе ғинуарға, тәғәйенләнеләр байрамды. Көн һайын төшкә ҡарай киләләр ҙә, кискәрәк машиналарына тейәлешеп ҡайтып китәләр. Ауылда берәүһе лә төпләнмәне, өсәүһе – ҡалала, өлкән улдары район үҙәгендә йәшәй.
– Мәлендә үткәртһәң, ҡотолор ҙа ҡуйыр инек, – арман­һыҙ булып диванға килеп ятҡан Мәрүәрәһен Ғүмәр йәлләп ҡуйҙы.
– Мәле уның ошо ун дүртенсе ғинуар шул, Ғүмәр, шуға үткәртмәнем.
– Ни эшләп ғинуар? Августа, йәйге селлә сыҡҡас, барып әйттерҙек, бер аҙнанан һуң ҡоҙа үткәреп, оҙатып алып ҡайттым. Иртәгәһенә икәүләп кәбән ҡойорға барҙыҡ. Август аҙағы ине!
Кемдең туйы ҡасан булған, кем нисәнсе йылда, ҡайһы айҙың нисәнсе көнөндә тыуғанды һис яңылышмай әйтеп бирә алған, бөтөн ҡара иҫәпкә унан да шәп булмаған ҡатынының үҙ туйының көнөн онотоуына ышанғыһы килмәй, Ғүмәр хәбәрен һөйләй-һөйләй Мәрүәрәнең эргәһенә килеп баҫты. Йоҡлап киткән икән. Ярай, уянғас әйтер.
Оҙаҡ йоҡлағандыр Мәрүәрә. Утты һүндергәндәр, өҫтөнә юрған япҡандар. Үҙҙәренең мөңгөр-мөңгөр һөйләшкәндәре ишетелә. Иртә менән ҡош итен бешереп әҙерләп ҡуйыр­ға, башҡаһын эшләргә кәрәк, тип оло улы менән килене ҡайтмай ҡалды. Өлкән итте бөгөн үк бешереп ҡуйҙылар. Ҡәйнәһенең мул ҡуллы икәнен белгән Гөлмирә итте күпме бешерергә хәҙер белә.
– Сумарт кешенең ите ҡаҙанда: “Тегеләйерәк ят, тегеләйерәк шыл”, – тип һыймай ятып бешер, ти, һарандыҡы: “Һин ҡайҙа, һин ҡайҙа?” – тип баҫтырышып йөрөр, – тип төшөндөрөп бөттө килендәренә Мәрүәрә.
Ул уянһа ла, тороп сыҡманы. Хәҙер, етмешен тағатҡанда, яҙмышынан риза икәнен аңлай Мәрүәрә, ике һүҙҙең береһендә шөкөрана ҡыла. Дүрт йәшендә әсәһенән етем ҡалды ҡыҙыҡай.
– Әсәң үлһә, атаң еҙнә була, – тип йәлләп һөйә торғайны уны Бейәсмә инәһе, атаһының бер туған апаһы. Бәләкәй саҡта теле урамай Бибиәсмә инәһен Бейәсмә тигәйне, ғүмер буйы шулай өндәште. Хәҙер юҡ инде, йәне йәннәттә булһын.
– Бейәсмә инәй, ни эшләп, әсәң үлһә, үҙ атаң еҙнә була, ти торғайның ул? – тип бер һорай ҡуйҙы Мәрүәрә, кейәүгә сығып йәшәй башлағас, инәһе ҡунаҡҡа килгәндә.
– Һуң, шулай булмайса. Үгәй әсәйҙе кеше, апай, ти бит. Апайыңдың ире һиңә еҙнә була инде,– тип көлдө инәһе. – Йәнә атайҙары үҙ балаларына һыуынып, ситләшкәнгә лә әйткәндәрҙер инде, балам. Һыуынырһың да, йәш бисәң түшеңә ятып, ҡолағыңа шыбырлай башлаһа...
Ағаһы, апайҙары ҙурайып ҡалғас, бирешмәгәндәрҙер. Бер-бер артлы йәһәтләп башлы-күҙле булып, атай йортонан башҡаландылар. Ә Мәрүәрә әсәйһеҙ етемлектең әсе һурпаһын күп һемерҙе. Ауылындағы башланғыс мәктәпте тамамлағас, башҡалар кеүек күрше ауылдағы һигеҙ йыллыҡҡа бара алманы, ебәрмәнеләр. Уҡыуҙа сибек булды шул. Йәш әсәнең бер-бер артлы тыуған балаларын ҡарашып, дәрескә лә йүнләп әҙерләнеп йөрөй алманы. 3 – 4-се кластарҙы икешәр йыл уҡыны. Шуға башланғысты бөткәндә ул ун икенсе йәш менән бара ине инде. Атаһы менән үгәй әсәһе эшләгән фермаға ул да быҙау ҡарарға сыҡты. Эшкә былай ҙа иртә егелә ине ауыл балаһы.
Хәҙер үгәй әсәһе Нурикамалға бер үпкәһе лә юҡ Мәрүәрәнең. Минән өйрәнгәндәрең киләсәктә бик тә кәрәк буласаҡ, тип һыуға ҡараған тиерһең:
– Эшең минең өсөн булһа ла, өйрәнеүең үҙең өсөн! – тип ҡуша торғайны Мәрүәрәне үҙе лә бөтмөр Нурикамал. Таҙа, саф тотто донъяһын, һәпрә, ялҡауҙарҙы яратманы. Мәрүәрәне лә йомшай белде. Йөн иләһә, ҡолғаның бер яғына орсоҡ тоттороп ҡыҙҙы ултырта, май бешһә, әллә нисә һыуын алмаштырып, тасҡарға ҡуша.
Һыйыр һауырға йәйҙәрен йәйләүгә сыға башлағас, әҙерәк тын алып ҡалды Мәрүәрә. Еткән ҡыҙ йәшенә еткәс, уның да күңеле иләҫләнә, ҡайҙалыр ашҡына, кемделер көтә башланы. Күрше ауылдың леспромхоз егеттәре килә торғайны йәйләүгә, әхирәттәре уларға берәм-берәм кейәүгә сығып, китеп бөттө. Йәш һауынсы ҡыҙҙар өсөн егерме ике йәшен тултырған Мәрүәрә хәҙер апай. Уға ултырған ҡыҙға ҡарағандай йәлләп ҡарайҙар. Берәй сәбәп сығып һүҙгә килешһәләр, әсе теллеләре күҙгә ҡарап:
– Һин сатанды кем алыр тиһең? Кемгә кәрәгең бар? – тип әйтер ине. Һауынсы халҡы хәтер һаҡлап тормай шул.
– Мин уны һорап алмаған. Балаңа һаулыҡ телә! – ти торғайны ундайҙарға Мәрүәрә.

Мәрүәрә тороп ултырҙы.
– Эйе шул. Мин сатанды кем алыр ине, Ғүмәр алмаһа? Ул сатанға кем барыр ине, мин сыҡмаһам?.. Ике ярты бер бөтөн булып йәшәнек инде, Аллаға шөкөр. Алты ағзаһы теүәл тоҙ елкәләрҙән, һау-һаҡ ялҡауҙарҙан биш артыҡ йәшәйбеҙ! Беҙ булырға әле...
Әҙ ишетмәне Мәрүәрә кәмләү һүҙҙәрен. Шуныһы ҡыҙыҡ, нығыраҡ һылтыҡлаһа ла, Ғүмәргә һүҙ тейҙермәй­ҙәр ине. Ҡатынға, тел-тешлерәк кешегә, икеһен дә яҡларға тура килде. Саҡ ҡуйҙылар инде, әллә күҙҙәре өйрәнде.
Мәрүәрәнең һул аяғы сәңгелдәк таҡтаһы араһына ҡыҫылып ятҡанды күрмәгән әсәһе мәрхүмә төндә, йоҡо аралаш, уянып илап ебәргән ҡыҙын, имеҙәйем тип, күтәреп алған. Тыммай ярһып илаған сабыйын имеҙеп саҡ йоҡлатҡан. Шул төндә Мәрүәрәнең аяғы әллә сығып, әллә һөйәге ярсылып ҡалған, өс йәше тула яҙғансы атлай алмай ултыр­ған. Мөхәммәт ағаһы бәләкәй этмә арба эшләп биргәс кенә һул аяғына һаҡ ҡына баҫып атлай башлаған. Әле яңыраҡ ҡына баҙарҙа йөрөгәндә бер ауылдашы хәтерен ҡалдырҙы. Ғүмәренә йылы итек һайлап тора ине, берәү арҡаһына төрттө.
– Һаумы, әй! – Зәйнәп икән.
– Һау әле. Үҙең? Ҡайҙан танып ҡалдың?
– Ыста, һине лә танымағас! Туңҡанлап атлап барыуың әллә ҡайҙан таныулы бит!
– Ҡалай атлаһам да, һинең һымаҡ эсеп туңҡайып ятмағас булған урам буйында. Эсә, тип ишеткәйне, кәрәк кенә саҡта шул иҫенә төштө. Тороп ҡалды Зәйнәп, ҡайҙан әйткән көнгә төшөп.
Ә Ғүмәр колхозда ат башында йөрөгән. Күбә тарттыр­ғанда, ҡолап ҡалып, күбә арҡанына аяғы эләгеп, һөйрәлеп барған. Өркөп, сығынлап сапҡан атты саҡ тотоп алған кәбәнсе ирҙәр. Ҡурҡыуҙан тотлоғоп һөйләшә башлаған малай, аяғы ла зәғифләнгән.
Ғүмәр бөтөнләй ҙә уҡымаған, тотлоҡҡас, уҡый ҙа алмағандыр инде. Яҙа ла белмәй, хатта ҡултамға ла ҡуя алмай, пенсия ҡағыҙына Мәрүәрә ҡул ҡуя. Уның ҡарауы, эштең ҡанын ҡоя: ете баш йылҡыһы, дүрт һауын һыйыры бар, ваҡ малды ғүмер буйы көттө. Утын-бесәне артып ҡалһа ҡалды, етмәй торманы. Эсеү-тартыуҙың нимә икәнен дә белмәне. Икеһе лә донъясыл, бөтмөр булды.
Уларҙың өйләнешеүҙәре үҙе бер тарих. Һауынсы ҡыҙҙар бер көндө ауылға мунса төшөргә ҡайтты. Арттырып йыйған майын Нурикамал апаһына бирҙе, ул иретеп ҡышҡылыҡҡа йыя. Мунса инеп сыҡты ла йоҡларға ятты, ҡояштан алда тороп йәйләүгә китергә кәрәк бит. Күпме йоҡлағандыр, Бейәсмә инәһе уятты:
– Тор әле, Мәрүәрә, кеше килгән һиңә. Әйҙә, сығайыҡ әле эргәләренә.
Еүеш оҙон сәстәрен яҙа-йоҙа тарап, кәкре тараҡ менән ҡыҫтырҙы ла, башына шәл һалып төпкө өйгә сыҡты. Урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйгәндәр, ризыҡ теҙгәндәр, самауыр ҡайнай. Түрҙә ирле -ҡатынлы икәү, уларҙың эргәһендә бер егет ултыра.
– Беҙҙең ҡыҙ ошо инде, – тине тегеләргә атаһы. Мәрүәрә Нурикамал апаһының яурыны аша ҡунаҡтарға күҙ һалды. Ҡыҙҙар кеүек һылыу егетте күреп, тыны ҡыҫылды. Сикәләре алһыуланып торған ап-аҡ йөҙ, һыҙған һымаҡ ҡыйылып киткән ҡап-ҡара ҡаштар, битен күләгәләп торған оҙон керпектәр... Быларҙың береһе лә Мәрүәрәлә юҡ. Оҙон буйлы, мыҡты һынлы, ә ҡыҙ төпөш кенә. Бындай егеткә ни эшләп төндә ҡыҙ һоратып килгәндәр икән? Ярай, ҡалай килһәләр, шулай ҡайтырҙар. Кире сыҡҡанда тулҡынланыуҙан нығыраҡ һылтыҡланы шикелле ҡыҙ.
Бер аҙнанан ҡоҙа килде.
– Урыны сыҡҡанда бирә һалайыҡ, йә кире уйлап ҡуйыр­ҙар, – тип ашыҡтырҙы ирен Нурикамал. Егет яғы ни өсөн ҡабаланғанын Мәрүәрә аҙаҡ аңланы. Оҙатылып килде лә килен арбаһына егелде ул. Бер уттан икенсеһенә инде. Ҡәйнәһе уҫал булды, саманан сыҡҡан мыжыҡ, һәр эштән ғәйеп табыр ине мәрхүмә.
– Кеше бисәне туҡмап тота! Эшкинмәгән! Һыртлат әле, һыртлат, елкәңә менеп ултырһа, белерһең! – тип ҡотҡо биреп кенә торҙо.
Бер көндө нимәлер тип ҡаршы әйткәйне, ҡәйнәһе ярһып китте. Ғүмәр Мәрүәрәгә һуғып ебәрҙе. Йәш ҡатын илап ишеккә ташланғайны, ҡәйнәһе келәне элеп өлгөрҙө.
– Һуҡ, нимә ҡарап ҡаттың? – тип екерҙе улына.
– Теймә миңә, Ғүмәр...
– Һуҡ, тим!
Ике ут уртаһында ҡалған Ғүмәр нимә эшләргә белмәй торҙо ла кәләшенә уҡталды. Мәрүәрә тәҙрәне яра һуҡты ла сығып ҡасырға теләне. Ҡул суғы тамырынан урғылған ҡара ҡанды күреп ҡото осто, һуштан яҙып йығылды. Ғүмәрҙең әсенеп ҡысҡырғанын ғына ишетеп өлгөрҙө:
– Әсәй, сыҡ! Кит!
Ҡәйнәһе өй алып, сығып китте, башҡа килеп ҡыҫылып йөрөмәне. Ысын донъяла хәҙер. Ризалығын биреп китте килененә, Ғүмәре тырнаҡ менән дә сиртмәне башҡаса. Биш балаға ғүмер бирҙеләр, бала ҡайғыһы ла күрҙеләр. Әсәһе ҡулында баҫылып үҫкән Ғүмәренең дә башын төҙ тоторға өйрәтте ҡатыны.

* * *

– Мунсаға бар, тандыр ғына ҡалған. Һәйбәт кенә, – ҡатыны уянғандыр бығаса тип уйлап, Ғүмәр килеп инде.
– Кисә генә төштөк бит. Нисек тәүҙә бергә мунсаға барғанды онотманыңмы, әй? – Мәрүәрә Ғүмәренә яратып ҡараны.
– Юҡ.
Ғүмәр ул-был иткәнсе төшөп өлгөрә һалайым тип, йүгереп инеп киткәйне мунсаға Мәрүәрә. Сисенгәйне генә ҡып итеп Ғүмәр килеп инде. Мәрүәрә эске күлдәген кейеп өлгөрҙө.
– Миңә ҡарама, атыу өҫтөңә эҫе һыу һибәм! Ыштаныңды сисмә! Миңә артың менән ултыр!
Шул мунсаны иҫтәренә төшөрөп, һүҙһеҙ генә йылмайып ҡуйҙы ир менән ҡатын.
– Әйҙә ятайыҡ, ял итәйек. Иртәгә ял эләкмәҫ беҙгә.
– Эйе. Шулай.
Өйләнешеп бергә йоҡлай башлағас та береһе – егет, береһе ҡыҙ көйө ҡалды был икәү. Ғүмәр үтә ҡыйыуһыҙ ине, Мәрүәрә иһә иркәләү-наҙлауҙың нимә икәнен дә белмәй үҫте. Бер-береһенә арҡаларын ҡуйып йоҡлап китәләр ине. Ғүмәр яйлап арты менән боролоп ятҡан кәләшен үҙенә бороп һала башланы. Уныһы ла әкренләп иренең наҙлауына күнегә барҙы, уның ҡулы тәненә тейһә, тертләмәй башланы. Биш ай шулай бер-береһенә яйлап өйрәнде, ылыҡты улар. Ун дүртенсе ғинуарҙа ҡушылдылар. Мәрүәрә өсөн Ғүмәрҙән дә, Ғүмәр өсөн кәләшенән дә ҡәҙерлерәк, ғәзизерәк башҡа берәү ҙә булмаясағын аңланылар. Ғүмәр шул төндә кәләшенә тәүге тапҡыр:
– Мин һине яратам, Мәрүәрә, – тип әйтте.
Ике яртының бер бөтөн булыуына илле йыл тула бына хәҙер.
– Ғүмәр... Беҙҙең ысын алтын туйыбыҙ саҡ килеп етте бит.
– Беләм.

Таңһылыу ВӘЛИЕВА.
Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға