01.12.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
Төндә малай – әсәһенә:
– Әсәй, һыу алып бир әле!
– Үҙең тор ҙа эс!
– Әсәй, алып кил инде…
– Йәнемә тейһәң, хәҙер ҡайыш эләгәсәк.
– Ҡайыш алырға торғанда, бер ыңғай һыу ғына килтер инде…
* * *
– Һинең аяҡтарың матур!
– Ҡайҙан матур булһын инде, йыуан, тип әйт.
– Йыуан булыуы һәйбәт тә инде, кәкрелеге һиҙелмәй ҙә.
* * *
– Вәли, бына ун кәнфит, шуның яртыһы – ҡустыңа!
– Мин уға өс кенә кәнфит бирәм дә ҡуям.
– Нимә, һанай белмәйһеңме әллә?
– Мин беләм, ҡустым белмәй.
* * *
Азамат телевизорҙан «Хайуандар донъяһында» тапшырыуын ҡарап ултыра.
– Атай, ни эшләп горилланың танауының тишектәре шулай ҙур ул?
– Сөнки бармаҡтары йыуан…