24.11.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
Әсәһе улына аҡыл өйрәтә:
– Иҫеңдә тот, улым! Кәләштең тәмле ашарға яратҡанын ал. Ул үҙенә һәр ваҡыт нимәлер бешерәсәк һәм һиңә лә ашарға ҡаласаҡ.
* * *
Урта йәштәрҙәге ике әхирәт һөйләшә.
– Беләһеңме, мине Зиннәт иртәгә балыҡҡа саҡырҙы.
– Матур итеп биҙән, иң матур эске кейемеңде кей.
– Шулайтайым әле. Ә мин, иҫәр, селәү ҡаҙып алған булам бит әле…
* * *
– Минең ҡатыным менән йоҡлағанһың! Һиңә был ҡиммәткә төшәсәк!
– Мин ике тапҡыр түләргә йыйынмайым!
* * *
– Абау, һеҙҙең кухня стенаһында тараҡандар йөрөй!
– Йөрөмәй, шундай обой ул.
– Бигерәк ерәнгес бит! Ниңә йәбештерҙегеҙ уны?
– Ҡунаҡтар донъяларын онотоп ултырмаһын өсөн.
* * *
Стоматолог кабинетынан аҡырған тауыш ишетелә. Бер нисә минуттан унан бер ир килеп сыға. Сиратта ултырыусылар, ҡоттары алынып:
– Нимә, ныҡ ауырттымы ни?
Ир, ауыҙынан тешләп өҙөлгән бармаҡ сығарып:
– Нисек кенә әле!
* * *
Ике ир һөйләшә.
– Мин крокодил алып ебәрҙем әле.
– Күршеләрең һөйләнмәнеме?
– Береһе лә ҡалманы…
* * *
– Һеҙ гәзит уҡыйһығыҙмы?
– Уҡыйым.
– Күп уҡыйһығыҙмы?
– Күпме йыртып алына, шул тиклем инде…