01.11.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (27.10.2017)
* * *
Ҡатын десантсы һөйәрен ҡунаҡҡа саҡырғанда ире ҡайтып инә. Ҡунаҡ балконда йәшенә. Унда оҙаҡ тороп өшөп бөтә һәм, ҡыйыулығын йыйып, фатирға кире инә.
– Ғәфү итегеҙ, беҙҙең хәрби күнекмәләр бара ине. Парашюттан һикергәндә ел менән яңылыш һеҙҙең балконға килеп эләктем.
Хужабикәнең асыуы ҡабарғанын күреп, ире уны тынысландыра.
– Был нисауа әле. Кисә минең дуҫтың фатирының туалетында геологтар нефть эҙләгән.
* * *
Мәктәптә уҡытыусы балаларға хайуандарҙы үбергә ярамағанлығын, сир йоҡтороу ихтималлығы булыуын аңлата һәм уларҙан миҫал килтереүҙәрен һорай.
Гөлиә ҡулын күтәрә.
Уҡытыусы:
– Йә, яуап бир.
– Минең инәйем тутыйғошон үпкәйне, ҡошо һантыйланып үлде.
* * *
– Беҙҙең хужа һаңғырауланған.
– Ике ҡолаҡҡа ламы?
– Юҡ, береһенә генә. Юғарынан әйткәнде ишетә, түбәндән әйткәнде – юҡ.
* * *
Баҙарҙа төшөрөп ҡайтҡан ир ҡатынына:
– Һин ҡушҡан әйберҙәрҙең барыһын да алдым. Ләкин бер нәмәне онотҡанмын. Әйберҙәр һалынған сумканы ҡайҙа ҡалдырғанымды һис хәтергә төшөрә алмайымсы… – ти.
* * *
600-сө «Мерседес» китеп бара. Уның артынан «Ашығыс ярҙам» һәм янғын һүндереү машиналары эйәргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ирҙе туҡтата. Уның артынан «Ашығыс ярҙам», янғын һүндереү машиналары ла туҡтай.
Инспектор уларға:
– Мин һеҙҙе туҡтатманым бит. Юлығыҙҙы дауам итегеҙ! – ти.
– Улар минең менән! – ти «Мерседес» водителе.
– Быны нисек аңларға? – тип аптырай инспектор.
– Һеҙ йүнһеҙҙәрҙең ғәйебе менән эйәртеп йөрөйөм уларҙы. Һеҙгә йә «аптечка»ны, йә янғын һүндергесте күрһәтергә кәрәк бит.