«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (20.10.2017)



24.10.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (20.10.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.10.2017)
* * *
– Гражданка Мөслимова, ирегеҙҙең башына сәйнүк менән һуҡҡанда йәлләмәнегеҙме?
– Йәлләнем, сәйнүкте… Яңы ғына һатып алынған, һыҙғыра торған, ялтыр сәйнүк ине…

* * *
Ат һыйырға зарлана.
– Фермер хужам бер көн дә ял бирмәй, ыҙалата мине. Йә бесән ташыйбыҙ, йә көн оҙоно ер һөрәбеҙ.
Һыйыр:
– Хайуандарҙы яҡлау ойошмаһына яҙып бир!
– Һин нимә?! Яҙа белгәнемде белһә, бухгалтерияны ла алып барырға ҡушасаҡ.

* * *
Крокодил балаһы атаһынан һорай:
– Атай, ә ҡасан мин байып китәсәкмен?
– Бына сумка, кошелек булһаң, байырһың.

* * *
Ҡарға сүллеккә килгән дә, кактус ашап торған дөйәнән һорай икән:
– Әйт әле, дөйә, ни эшләп бында ҡомлоҡ ул? Һеҙҙә боҙлауыҡмы әллә?

* * *
Әтәс дөйәғош йомортҡаһын тотоп, тауыҡтарға күрһәтергә кетәккә ингән.
– Һеҙҙе тәнҡитләргә йыйынмайым, күрегеҙ, бына нисек башҡалар эшләй.

* * *
Урман эсендәге шырлыҡтан китеп барғанда ҡуян аяҡ аҫтында ятҡан бүрене күрмәй, уға эләгеп ҡолап, аяғын ауырттыра.Тик кенә ятҡан бүрене абайлап, ҡылыйкүҙ:
– Бүрекәй, ял итеп ятаһыңмы? – тип һорай.
– Юҡ, ҡапҡанға эләктем.
– Һинең арҡала саҡ аяғымды һындырманым, ҡороғор. Юл өҫтөндә ятмаһаң да була инде!

* * *
Старшина сафта баҫып торған һалдаттарҙан:
– Һеҙҙең арала музыка яратыусылар бармы? – тип һорай.
Бер нисә кеше бер нисә аҙым алға сыға.
– Тәәк, ошо роялде машинанан бушатығыҙ ҙа, генералдың бишенсе ҡаттағы фатирына индереп ҡуйығыҙ. Ҡалғандар – киноға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға