«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Мы тоже первый летит”



06.11.2017 “Мы тоже первый летит”

“Мы тоже первый летит”
Быныһы ла Ҡалмаҡ ауылында булған хәл. Өфөлә Зөлхизә еңгәнең ҡыҙына операция яһар­ға булалар. Әлеге лә баяғы туғандарҙан рөхсәт кә­рәк. Еңгәбеҙ ашығып юлға сығып китә. Маг­нитогорск аэропортына бара, ә унда – һыу буйы сират. Ҡатын, ҡулы менән кешеләрҙе йы­рып, алға ынтыла.
– Я первый летит, – ти икән, әзмәүерҙәй бер ирҙең алдына торорға маташып.
Теге ир ҙә аптырап ҡалмаған:
– Мы тоже первый летит, – тип, еңгәйҙе тиҙ генә сираттың иң аҙаҡҡы осона алып барып ҡуйған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға