«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



31.08.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Ирек, һинең тыуған көнөң ҡасан?
– 29 февралдә.
– Ярай, бәхетеңә кәбисә йылы булмаған, юғиһә бөтөнләй тыумаған булыр инең...
* * *
– ҡатын-ҡыҙ нимә теләй?
– ҡатын-ҡыҙҙар бөтәһе лә улар теләгәнсә булыуын теләй.
* * *
Бик күп йылдар дуҫ­лашҡан ике ҡарсыҡ осраша.
– Аллам хаҡына, үпкәләй күрмә инде, бик оҙаҡ ваҡыт дуҫлашыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һинең исемеңде оноттом. Бер нисек тә иҫемә төшөрә алмайым. Исемеңде әйтмәҫһеңме? – ти береһе.
– Был һиңә бик тиҙ кәрәкме? – тигән икенсеһе.
* * *
– Белһәң ине нисек Һиндостанды яратҡанымды. Минең байтаҡ хәтирәләрем һәм тормошомдоң иң матур минуттары уның менән бәйле, – ти бер ир танышына.
– Һуңғы тапҡыр унда ҡасан булдың? – ти танышы.
– Минме? Бер ҡасан да булманым. Уның ҡарауы, ҡатыным йыл һайын бара.
* * *
«Барыбер мин – намыҫлы эгоист, – тип уйлай ул. – Һәм ни өсөн башҡаларға яҡшы булғанда, миңә шул тиклем насар?»
* * *
Милицияла телефон шылтырай:
– Алло, был милициямы? Ирем этебеҙ менән саф һауа һуларға сыҡҡан еренән юғалды.
– Беҙгә юғалыусылар­ҙың билдәләрен әйтегеҙ.
– Ирем, ябай ғына, дөйөмләштереп әйткәндә, урта буйлы, күҙҙәре һоро, буғай. Ә этебеҙ эрдельтерьер тоҡомонан, малай, ҡойроғо бөҙрә, күҙҙәре ҙур. Һигеҙ йәш тә биш ай, өҫкө яҡтан һул бер ҙур теше юҡ, артҡы тәпәйендә яраһы бар...
– Етте, етте! Этегеҙҙе мотлаҡ табасаҡбыҙ...
* * *
Тирә-яҡ мөхит был тиклем бысранғанға күрә тиҙҙән ҡоштар иртә таңда һайрамаясаҡ, ә йүткерәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға