«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



09.10.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)
* * *
– Беҙҙең хужа һаңғырауланған.
– Ике ҡолаҡҡа ламы?
– Юҡ, береһенә генә. Юғарынан әйткәнде ишетә, түбәндән әйткәнде – юҡ.

* * *
Баҙарҙа төшөрөп ҡайтҡан ир ҡатынына:
– Һин ҡушҡан әйберҙәрҙең бары­һын да алдым. Ләкин бер нәмәне онот­ҡанмын. Әйберҙәр һалынған сумканы ҡайҙа ҡал­дырғанымды һис хәтергә төшөрә алмайымсы… – ти.

* * *
600-сө «Мерседес» китеп бара. Уның артынан «Ашығыс ярҙам» һәм янғын һүндереү машиналары эйәргән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Мерседес»ты туҡтата. Уның артынан «Ашығыс ярҙам», янғын һүндереү машиналары ла туҡтай.
Инспектор уларға:
– Мин һеҙҙе туҡтатманым бит. Юлығыҙҙы дауам итегеҙ! – ти.
– Улар минең менән! – ти «Мерседес» водителе.
– Быны нисек аңларға? – тип аптырай инспектор.
– Һеҙ йүнһеҙҙәрҙең ғәйебе менән эйәртеп йөрөйөм уларҙы. Һеҙгә йә «аптечка»ны, йә янғын һүндергесте күрһәтергә кәрәк бит.

* * *
– Шундай ҙур ҡалала һеҙҙе нисек табырға һуң?
– Ҡалаға ингәс, һулға борол, бер аҙ барғас, берәйһенән һорарһың…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға