«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Тағы ла ҡышҡа ҡалаһыңмы инде?»



10.10.2017 «Тағы ла ҡышҡа ҡалаһыңмы инде?»

«Тағы ла ҡышҡа  ҡалаһыңмы инде?»
Оло йәштәрҙәге өлә­сәһен кесе ул­дарының ҡарамағына ҡалдырып, ата-әсәһе ҡунаҡҡа йыйына.
– Һин янынан китмәй генә өләсәйеңде ҡарап тор. Оло кеше бит, бер- бер хәл булып ҡуймаһын. Эҫе сәйҙән өҙмә. Нимә һораһа, шуны эшлә, йәме, – тип сығып китәләр.
Әбей улы менән ҡалғас, һүҙ башлай.
– Эй, Аллам, бынауындай матур йәй көндәрендә генә йәнемде ала күрмә инде. Ожмах бит ул йәй...
– Өләсәй, аңламайым хәҙер. Ҡыш етһә: «Ҡәбер ҡаҙған кешеләр туңыр. Яҙға ҡалдыр инде», – тип ялбараһың, йәй етһә, тағы киткең килмәй, ожмахты ташлап... Тағы ла, кеше туңдырып, ҡышҡа ҡалырға ултыраһыңмы инде? – тигән ейәне өләсәһенә.

Нуриҙә ИЛҺАМОВА.
Әбйәлил районы,
Асҡар ауылы







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға