«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (15.09.2017)



18.09.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (15.09.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.09.2017)
* * *
– Әсәй, беҙ һине телевизорҙан күрҙек! – ҡаршыма улым йүгереп килә.
– Ярай, һәйбәт булған, – тим.
– Ә һин беҙҙе күрҙеңме?

* * *
– Ялҡыттың! Мин һинән китәм! Һимеҙлегем тура­һында бер туҡтауһыҙ төрт­төрөүҙәреңде башҡаса түҙеп тормам!
– Туҡта, йәнем! Китмә инде! Балабыҙ тураһында уйла!
– Ниндәй балабыҙ тураһында?
– Нисек? Һин ауырлы түгелме ни?

* * *
– Әсәй, һин ҡайҙа тыу­ғанһың?
– Өфөлә, улым.
– Ә атайым?
– Ул Мәскәүҙә.
– Ә мин ҡайҙа?
– Һин Волгоградта тыуҙың.
– Өсөбөҙ өс ҡалала тыуғанбыҙ, шулай ҙа бер-беребеҙҙе тапҡанбыҙ. Нисек шулай булды икән? – тип аптырай малай.
* * *
Атаһы яңы ҡатын алып ҡайтҡан да, улына әйтә, ти:
– Был ҡатын һиңә әсәй ҙә, инәй ҙә түгел, апай була.
Бер көн атай менән ул өй ҡыйығын йүнәтеп йөрөй икән. Өй башында торған малай атаһына ҡысҡыра:
– Еҙнәәә, сөй алып бир әле!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға