11.09.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (8.09.2017)
Ҡартлыҡ нимәлә?
Һөйәркәләр өндәшмәүҙә,
Ҡатының көнләшмәүҙә.
(“Ҡартлыҡ нимәлә?..”).
* * *
Ҡатынға ҡол булған ирҙән
Меҫкенерәк кем бар ерҙә?
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Ҡаһарманлыҡ ҡайҙа ла ҡаһарманлыҡ, ҡәбәхәт ҡайҙа ла ҡәбәхәт. Һәр кемдең дә күҙ йәше тоҙло, һәр ерҙә лә хыянат шаңғытҡыс, һәр ерҙә лә һөйөү ҡанатландырғыс.
(“Ваҡыт айырмаһы”).
* * *
Ҡоймаҡ ашаһаң, аҫтан аша, ит ашаһаң, өҫтән аша.
(“Көндәлектәр”. 5-8.07.1979).
* * *
Ҡоро йылда ямғырлы ел
булһамсы,
Яуынлы йыл ҡояшлы ел булһамсы.
* * *
Ҡояш көндән юғары,
Аллаһ диндән юғары.
* * *
Ҡояш ҡәҙерен белһендәр тип,
Ҡояшты ай ҡай саҡ ҡаплай.
(“Түп-түңәрәк тормошомдоң...”).
* * *
Ҡул – яҡшылыҡ ҡылыр өсөн,
Күңел – нурға тулыр өсөн,
Күҙ – маҡсаттан яҙмаҫ өсөн,
Әҙәп – әҙәм аҙмаҫ өсөн.
(“Ҡул – яҡшылыҡ ҡылыр өсөн...”).
* * *
Ҡулында бар – һайлаусыларҙы
майлай,
Һайлаусылар майлаусыларҙы
һайлай.
(“Һайлауҙар”).
* * *
Ҡурҡмайым еңеүеңдән:
Көс – һиндә, хаҡлыҡ – миндә.
* * *
Ҡурсалармы телде, илде
Телгә бөткән тел биҫтәһе?
Илдең, телдең таянысы
Тел оҫтаһы – ил остазы.
(“Ҡурсалармы телде, илде...”).
* * *
Ҡуштан – йылмайыусы дошман,
Ҡуштан – аҫтыртын дошман.
(“Иблис уға шулай ҡушҡан...”).
* * *
Ҡыҙын урлап алып була,
Ҡанын һурып алып була,
Урлап булмай ил батырын,
Урлап булмай ил данын.
(“Замана ҡобайыры”).
* * *
Ҡылмаһаң да тауҙай гонаһтарҙы,
Ҡай саҡ етә кескәй генә хата
Яҙмыш ярылыр, йорт ҡыйратыр өсөн.
(“Төньяҡ океан боҙҙары кәрәкмәй...”).