«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (1.09.2017)



05.09.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (1.09.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (1.09.2017)
* * *
– Бөттө баш!
– Нимә булды?
– Кисә шоферым аша һалым инспекцияһына бер ҡап кәнфит ебәргәйнем.
– Шунан?
– Шофер өсөн “Тәҙрә эргәһендә ултырған һимеҙ ҡатынға бирергә” тигән яҙыу ҡыҫтырғайным. Шуны алмай ғына тапшырған...
* * *

Ҡатыны иренә шылтырата:
– Ҡәҙерлем, ғәфү ит, эс китеүҙән дарыу урынына һиңә яңылыш нервыларҙы тынысландыра торғанын эсергәнмен... Хәлең нисек унда?
– Минме? Аҫтыма ебәреүемә ҡарамаҫтан, үҙемде мин бик тыныс тоям!
* * *
Бер ҙә ресторанда булмаған пар заказ бирә. Официант аш алып килә. Һурпаһында лавр япрағы йөҙә икән. Әбей ерәнеп:
– Был нимә, ҡыҙым? – ти.
Официант:
– Лавровый лист, – тип яуаплай.
Әбей ишетмәгәнерәк булғандыр:
– Нимә, нимә? – тип тағы һорай.
Бабайы:
– Лабырламай эс, ти бит, – тип әбейенә бышылдай икән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға