«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.09.2017)



04.09.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.09.2017)

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (1.09.2017)
* * *
Күпме моң бар еркәйемдә,
Күпме нур бар күктәремдә!
Тағы күпме аҫыл йырҙар
Тыуыр Урал күкрәгендә.
(“Йыр”).

* * *
Күрә алһа кеше үҙенең иҫерек
сағын,
Араҡынан ҡасыр ине
йүгереп-сабып.

* * *
Күршеһенең асыҡҡанын күрә
тороп,
Ниндәй мөьмин йәйрәп
кәйеф-сафа ҡорор?
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).

* * *
Кәләш ҡосаҡлар егеттәр
Йоҡлай, шешә ҡосаҡлап.
(“Ватандаштар тарҡата”).

* * *
Ҡаҙанында булһа, сүмесендә
булыр.
(“Көндәлектәр”. 24.12.2002).

* * *
Ҡай бер дуҫым дошман булып
сыҡты,
Дуҫҡа әйләнмәне дошманым.
(“Уҙғандарым менән бер яңғыҙым...”).

* * *
Ҡайҙа Алып батырҙар?
Тулды алыпһатарҙар.

* * *
Ҡаҡшаһа йола, ил-дәүләт йығыла,
Эй яңыр йола, изге, аҡ йола.
(“Онотолһа йола, башлана бола...”).

* * *
Ҡанмай торған танһығым һин,
Тынмай торған теләгем һин.
(“Таңдарымдың...”).

* * *
Ҡараңғыны
Тик яҡтылыҡ менән еңеп була.
Ҡараңғыны
Ҡараңғылыҡ менән еңеп булмай.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).

* * *
Ҡарап торһаң дошман өйөрөнә,
Таянып бөйөрөңә,
Яһил өйөр һине төйөр,
Итер талҡан.
Ул сағында кем һуң булыр
Илгә ҡалҡан.
(“Ҡарап торһаң дошман өйөрөнә...”).

* * *
Ҡарап торһаң ҡыймай –
Ҡоймаҡ та ҡойолмай.
(“Ҡыйыулыҡһыҙ хатта...”).

* * *
Ҡарт бүре оломайса ем төшмәй.
(“Каруанһарай”).

* * *
Ҡартлығына бер кем тормай
атлығып,
Ҡартаймайса килһен ине
ҡартлығым.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға