«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (25.08.2017)



28.08.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (25.08.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (25.08.2017)
* * *
Ике йөҙлө кешенең ҡайһы маңлайына тондорорға тип аптырап та ҡалына…

* * *
– Полиция, минең өсөн ике ҡыҙ һуғыша, тиҙерәк килеп етегеҙ!
– Унан һиңә ни ҡайғы, үҙҙәре аңлашыр әле…
– Йәмһеҙ ҡыҙ сибәркәйҙе еңә башланы!

* * *
Урам буйлап полиция хеҙмәткәре китеп бара. Ҡараһа, ҡомлоҡта бер малай уйнап ултыра. Полиция хеҙмәткәре:
– Нимә эшләйһең? – тип һорай.
– Тиҙәк менән ҡомдо ҡатнаштырып ултырам.
– Ниңә?
– Полицейский яһайым.
Быны ишеткәс, ул малайҙың ҡолағынан бороп, атаһына алып барған. Шунан икенсе көнө ҡараһа, теге малай йәнә ҡомлоҡта ултыра, ти.
– Нимә эшләйһең?
– Тиҙәк менән ҡомдо ҡатнаштырып ултырам.
– Ниңә?
– Пожарник һынын эшләйем, – ти малай.
Полицейский йомшарып китеп:
– Тиҙәген күберәк ҡуш! – тигән.
– Ярамай! – ти малай.
– Ни эшләп?
– Әтеү полицейский килеп сыға! – тимәһенме малай...

* * *
– Әсәй, барлыҡ әкиәттәр ҙә “борон-борон заманда...” тип башланамы ул?
– Юҡ, ҡыҙым. Ҡайһы бер әкиәттәр: “Ҡәҙерлем, эш күп, миңә бөгөн эштә тотҡарланырға тура килер, буғай...” – тип тә башлана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға