21.08.2017 Башҡорт теле уҡытыусыларына
Һеҙ әсәһе тыуған телебеҙҙең,
Милләт теле –һеҙҙең балағыҙ..
Телһеҙ булмаҫ өсөн килер быуын
Әсә телен хәҙер яҡлағыҙ!
Телһеҙ ҡалдырмағыҙ балаларҙы,
Тел асҡысы – һеҙҙең ҡулдарҙа!
Юғалта күрмәгеҙ тел асҡысын
Һикәлтәле , ауыр юлдарҙа.
Кәмемәһен башҡортомдоң теле,
Башҡорт теле - халҡым теле ул!
Башҡорт иле тигән Дәүләтемдең
Тулы хоҡуҡ алған теле ул!
Еңеү бер ҡасан да еңел килмәй,
Еңеү көрәштәрҙә яулана,
Һеҙгә өмөтләнеп ҡарап тора
Һәр малай һәм һәр бер ҡыҙ бала!