12.08.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.08.2017)
* * *
Кеше бала сағына әйләнеп ҡайта алмаған кеүек, кешелек тә талғыныраҡ, вайымһыҙыраҡ йәшәгән дәүерҙәренә кире сигенә алмай.
* * *
Кеше бер саҡ аҡылына килеп,
Һыҙлауҙары ерҙең баҫылғас,
Әйтә алһын ине бар тәбиғәт:
“Кешеләрем ниндәй аҫылдар!”
(“Йәшәр генә ерем, эсер һыуым...”).
* * *
– Кеше ғүмере нимә йыһанға?
– Бар яҙмышың уға һуҡыр тинлек!
(“Кеше йылы”).
* * *
Кеше донъяға бер төрлө тыуа. Үлем уны мең төрлө алып китә.
(“Көндәлектәр”. 13.10.1969).
* * *
Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел,
Биҙәр өсөн тыуа был ерҙе.
(“Биҙмәһендәр минән
хыялдарым...”).
* * *
Кеше йөрөмәгән һуҡмаҡты үлән күмә.
(“Алыҫҡа китеп ҡара!”).
* * *
Кеше йырын йырлайым тип,
Үҙ йырыңды онотма.
(“Көндәлектәр”. 9. 04.1996).
* * *
Кеше кермәҫ кеше гүренә,
Кеше менер кеше түренә.
* * *
Кеше өс нәмәгә табынырға тейеш: иленең уҙғанына, уның бөгөнгөһөнә һәм тыуыр киләсәгенә. Әүәлге менән киләсәк – кешелектең ике ҡанаты. Мин баш өҫтөмдәге ҡояшҡа ғына ҡыҙынып йәшәмәйем. Шәфәҡ моңһоулығы ла, һыҙылып ҡына атҡан таңдың яҡтығы ла миңә берҙәй ҡәҙерле.
(“Автобиография”).
* * *
Кеше өсөн иң рәхәте – тере сағыңда рәхмәт һүҙҙәре ишетеү. Кеше өсөн иң хурлыҡлыһы – үҙең үлгәс, һиңә ләғнәт, нәфрәт һүҙҙәре яуыу.
(“Көндәлектәр”. 7. 08. 2010).
* * *
Кеше үҙ ғүмерендә бәхетен дә татый, михнәтен дә күрә. Иң рәхәт наҙ – әсәңдең башыңдан һыйпап һөйөүе. Иң ныҡ ҡанатландырғаны – атаңдың арҡаңдан ҡағып яратыуы.
(“Көндәлектәр”. 23. 03. 2007).
* * *
Кеше үҙенең битенә үҙе төкөрә алһа, башҡаларҙың битенә, бәлки, былай төкөрә алмаҫ ине.
(“Көндәлектәр”. 18. 09. 1989).
* * *
Кеше үҙенең әсәһен һәм Ватанын һайламаған шикелле, ул үҙенең заманын, йәшәгән дәүерен дә һайлай алмай.
* * *
Кешегә – ер,
Күк – Аллаһтың төйәге.
(“Ерҙә генә ҡала эҙҙәр...”).