«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Хыялый иткән бәшмәк



08.08.2017 Хыялый иткән бәшмәк

Хыялый иткән бәшмәкИшембай районында булған хәл. Бейек тауҙары, ҡуйы урмандары менән дан тотҡан ауылда Урал исемле ир бәшмәккә барып килергә булған. Иртүк кәрзинен тотоп юлға сыҡҡан. Бәхеткә күрә, ямғырҙан һуң бәшмәк күп. Ә бына ҡайһыһы ашарға яраҡлы икәнен белмәгән. Буш ҡул менән ҡайтып булмай бит инде. Ниндәйе бар – барыһын да кәрзиненә тултырған да ҡайтып киткән. Үҙенең булдыҡлылығын күрһәтәм тип, бәшмәкте йыуып, бәрәңге менән ҡыҙҙырырға булған. Бер нисәһен тәмләп тә ҡараған. Хатта был аҙыҡ үҙенә оҡшаған.
Балалары уйнап, өйөнә ҡайтһа, аталарының тәҙрәнән сығып, ишек аша инеп йөрөгәнен күреп, шаҡ ҡатҡан. Фермаға һыйыр һауырға киткән әсәһен саҡыртып алғандар. Ул, иренең хыялыйға әйләнеүенә аптырап, “Тиҙ ярҙам” саҡыртҡан. Ярты сәғәттән һуң аҡ халатлылар килеп, Уралдың аяҡ-ҡулдарын бығаулап, машинаға тейәп алып та киткән.
Ике көндән һуң ир өйөнә әйләнеп ҡайтҡан. Баҡтиһәң, ул ағыулы бәшмәк ашаған икән. Ауылда был хәл тураһында бик оҙаҡ һөйләнеләр, ә Урал башҡа бер ҡасан да бәшмәк ашамаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға