«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (4.08.2017)



04.08.2017 Үәт, ҡыҙыҡ! (4.08.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.08.2017)
Бер егет шәп тиҙлектә мотоциклда китеп бара. Ҡапыл шлемына турғай килеп бәрелә. Ҡошсоҡ шунда уҡ иҫен юғалта. Йомшаҡ күңелле егет уны өйөнә алып ҡайтырға була. Турғайҙы ситлеккә урынлаштыра, эргәһенә икмәк, һыу ҡуйып, өйҙән сығып китә.
Турғай иҫенә килә һәм тирә-яғына ҡарай.
– Тәк-тәк… Икмәк, һыу, ситлек. Йә, Хоҙай, мин бит теге егетте үлтергәнмен!

* * *
ЮХХДИ хеҙмәткәре гүргә эләгә.
– Алдыңда ике юл: уң яҡта – ожмах, һулда тамуҡ. Ҡайҙа бараһың? – тип һорай унан Ғазраил.
– Юл сатында ғына ҡалһам яраймы?
* * *

Уҡытыусы беренсе класс балаларынан үҫкәс кем булыуҙары хаҡында һораша.
– Мин табип булам.
– Мин – космонавт.
– Мин әсәй булам, – ти Гөлбикә.
– Ә мин Гөлбикәгә әсәй булырға ярҙам итешәм, – ти Марат.

* * *
– Минең өҫтәге күршеләр чечетка бейей, уң яҡтағылар көнө-төнө талаша, һулдағылар ремонт менән булыша, ә аҫта – музыка аҡырталар. Бына һин үҙең уйла, ошондай шарт­тар­ҙа мин нисек барабанда уйнайым инде?

* * *
– Нисек йәшәйһең? – тип һорайҙар берәүҙән.
– Әкиәттәге кеүек. Ҡәйнәм – Убырлы ҡарсыҡ, ҡатыным – сихырсы, балаларым – шайтан, күршем – һылыу Василиса, ире – иҫәр Иван.

* * *
Ҡатыны – иренә:
– Ҡәҙерлем, әйт әле, ер йөҙөндә, ысынлап та, иң иҫәрҙәре ҡуяндармы ул?
– Әлбиттә, ҡуянҡайым минең!

* * *
Уҡытыусы балаларҙан һорай:
– Бәшмәктең барыһын да ашарға яраймы?
– Ярай, ярай, тик ҡайһы берҙәрен бер генә тапҡыр ашап ҡалырға мөмкин, – ти Әнәс.

* * *
Ике «яңы башҡорт» һөйләшә:
– Ишеттеңме, кисә Санкт-Петербургта теге беҙҙең бай дуҫ атҡа атланған иргә барып бәрелгән…
– Шунан, аҙағы нимә менән бөткән һуң?
– Нимә тип ни, машина эшлектән сыҡҡан…
– Теге һыбайлының хәле нисек һуң?
– Уға нимә булһын, ул бит бронзанан…

* * *
Ике эшҡыуар осраша.
– Мин теге көн һинең турала бик яҡшы итеп һөйләнем. Күп итеп аҡса эшләй, аҡса уға күктән яуа, тинем, – ти береһе.
– Рәхмәт инде, дуҫҡайым. Кемгә маҡтаның һуң мине?
– Кемгә булһын, һалым инспекторына инде…

* * *
Вәлит эштән ҡайтып инеүгә бәләкәс улы йүгереп килеп уны ҡосаҡлап ала ла:
– Бына хәҙер ҡыҙыҡ буласаҡ, – ти.
– Нимә булды? – тип ҡыҙыҡһына атай кеше.
– Әсәйем ике сәғәт элек һинең эшеңә шылтыратты. Һаман һинең менән һөйләшә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға