«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (28.07.2017)



31.07.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (28.07.2017)

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (28.07.2017)
Иртә яҙын уста – ҡара тупраҡ,
Көҙөн – ашлыҡ ята нур булып.
Ҡулын бизмән итеп, был
тормошто
Шулай үлсәп йәшәй ер улы.
(“Яландарҙан йылы ямғыр үткәс...”).
* * *
Иртән төштәр күреп йоҡлау
Бик рәхәт тә! –
Тик ул рәхәт мәхрүм итер
Бәрәкәттән.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Исеме лә беленмәйсә берәү
Ҡанлы яуҙа алышып ҡала ятып.
Есемен хатта ер күтәрмәҫ берәү
Ил тарихына инә илен һатып.
(“Берәү менән берәү”).
* * *
Ислам юлында ағартһаң сәсең –
Ҡиәмәт көнөндә шул сәс нур
сәсер.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Иҫеректәр айныҡ күрмәгәнде күрә. Хыялыйҙар аҡыллы тоймағанды тоя.
(“Көндәлектәр”. 2. 08.1995).
* * *
Иҫәүәнһеҙ ил булмаҫ!
(“Көндәлектәр”. 19. 04. 2011).
* * *
Ишек булһаң,
Дошманыма асылыр булма,
Ҡунағыма ябылыр булма.
(“Булма”).
* * *
Ишелеп төшә был ямғыр
Көҙҙөң төпһөҙ күгенән.
Киләм әллә ер йөҙөнән,
Әллә диңгеҙ төбөнән?!
(“Ишелеп төшә был ямғыр...”).
* * *
Йола, ғәҙәт, традиция, ғөрөф – халыҡты иң элек шулар тота, шулар – милләттең нигеҙе. Йолаһы емерелә башлаһа, милләттең дә ныҡлығы ҡаҡшай, берҙәмлеге сатнай. Йола яңыра, үҙгәрә, әммә үҙәге һаҡланырға тейеш.
(“Көндәлектәр”. 16. 04. 2005).
* * *
Йондоҙ ҡото – нурланыуҙа,
Йырҙың ҡото – йырланыуҙа.
(“Ҡот”).
* * *
Йондоҙҙарға һоҡланып була,
Етеп булмай йондоҙға.
(“Уйламағыҙ әллә ниҙәр...”).
* * *
Йыл һайын бит тик бер ҡабат була
Еңеү көндө тынлыҡ минуты.
Шул мәлдә лә тынмай атыш,
шартлау,
Ҡан ҡойоштар ала ил ҡотон.
(“Тапһаң ине шундай аулаҡ ауыл...”).
* * *
Йылдар үткәс, бәхетһеҙмен тигән
Саҡтарҙың да ҡәҙере беленер.
Күккә сөйгән бәхетең дә, бәлки,
Бәхетһеҙлек булып күренер.
(“Үҙ-үҙемә әйтәм донъя менән...”).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға