«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Түҙемлелек һәм хеҙмәт



21.12.2010 Түҙемлелек һәм хеҙмәт

Крәҫтиән үҙ баҫыуында тырышып-тырышып иген сәсә. Уның эргәһенә бер малай килә лә:
– Үҫкәс, бер ваҡытта ла былай интегеп иген сәсмәйәсәкмен, – ти.
Ир малайға ҡарай, тик бер һүҙ ҙә әйтмәй.
– Был бит файҙаһыҙ хеҙмәт, – тип дауам итә малай. – Иң яҡшыһы, мин бай булырға теләйем.
– Ә ниңә һин үҙеңде иң яҡшыһы тип уйлайһың? – ти крәҫтиән.
– Һин күп сәсәһең, шул тиклем күп эшләйһең. Әммә бөтә бойҙайың дә шытып сыға алмай, – ти малай. – Ана, ҡара – ҡайһыларын ҡош-ҡорт сүпләй, күбеһе юлға сәселә, ҡайһылары сүп арҡаһында баш күтәрә алмай. Минеңсә, был бик ауыр һәм ҡәҙерһеҙ хеҙмәт.
Ир бер аҙ тын тора ла былай ти:
– Һинең кем булып китеүең бер ниндәй әһәмиәткә эйә түгел, һин барыбер иген сәсәсәкһең. Уңышлы булыр өсөн иген сәсергә кәрәк. Был – тормоштоң нигеҙе.
Һин берәй эш башлаһаң, һәр ваҡыт ҡаршылыҡтар осрай. Улар сүп булһынмы, ҡош-ҡортмо йәки башҡа нәмәме, ә һин уларға иғтибар итмә, үҙ эшеңде эшлә. Аҡыллы кеше һәр ваҡыт сәсеүен дауам итәсәк. Һәм бер ваҡытта ла сәскәненә генә ҡәнәғәт булып ҡалмаясаҡ, тағы яҡшыраҡ һәм күберәк эшләйәсәк.
– Күп эшләргә! Тимәк, һинең баҫыуың мине берҙән-бер нәмәгә өйрәтә ала, – тип көлгән малай.
– Бер генә эш етмәй. Һәр хеҙмәт тә түҙемлелек талап итә. Сәсеп бер көн үтеүгә уңышты йыйып алып булмай. Ул үҫһен өсөн ваҡыт кәрәк. Тәбиғәттең ҡанундарын үҙгәртеп булмай: тәүҙә ултыртаһың, утайһың, үҫтерәһең, аҙаҡ ҡына уңышын йыяһың.
Иң мөһиме – ултыртҡандарың ғына үҫәсәк. Әгәр һин изгелек сәсһәң, улар һиңә меңләтә изгелек булып кире ҡайта. Орлоҡтарға ҡарата бик тә иғтибарлы булырға кәрәк. Изге эштә һинең һәр орлоғоң шытып сығасаҡ.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға