21.12.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!
Улы әсәһенән циркҡа барырға аҡса һорай. Әсәһе:
– Ни бысағыма аҡса түләп циркҡа барырға, өйҙә бит һәр көн бушҡа цирк ҡарарға була, – ти.
– Ирек менән Сәғитте лә саҡырайыммы? – ти улы.
– Ниңә? – тип аптырай әсәһе.
– Һуң, үҙең әйтәһең бит, бушҡа, тип. Уларҙың да циркҡа барырға аҡсалары юҡ, – тигән малай.
* * *
Бер ир ҡала ситендәге кафеға инә, унда ултырған халыҡҡа күҙ йүгертеп сыға һәм:
– Шунан, һеҙҙең арала кем иң көслөһө инде? – ти.
Шул саҡ шкафтай мыҡты кәүҙәле, буйы ике метрҙай булған бер ир уның ҡаршыһына килеп баҫа ла:
– Бында иң көслөһө мин, шунан ни әйтерһең? – ти.
– Ғәфү итегеҙ инде, – ти ир ҡыйыуһыҙ ғына, – һеҙ машинамды яҡындағы бензин ҡоя торған станцияға этешеп алып бара алмаҫһығыҙмы икән?
* * *
– Профессор әфәнде, өйөгөҙҙә ҡатынығыҙҙы туҡмайһығыҙ, тиеүҙәре дөрөҫмө?
– Ялған! Мин профессор түгел.
* * *
Банк сейфынан аҡса урланғандан һуң, ике миллион һум етмәгәнлеге асыҡлана.
– Журналистарға, өс миллион урлағандар, тип әйтегеҙ, – ти директор.
– Ни өсөн? – тигән һорауға, ул:
– Исмаһам, бурҙың өйөндә ғауға булыр, – ти.
* * *
Ике табип һөйләшә.
– Бронхит менән ауырыусы пациентҡа йылыраҡ кейенеп йөрөргә ҡушҡайным, – ти береһе.
– Дөрөҫ әйткәнһең, – ти икенсеһе.
– Ул бит минең ҡиммәтле тунымды урлап ҡасҡан...
* * *
ҡунаҡта бер ирҙән:
– Һеҙҙең сәйегеҙгә нисә ҡалаҡ шәкәр һалырға? – тип һорайҙар.
– Биште, – ти теге. – Тик болғата күрмәгеҙ, мин бик татлыны эсә алмайым, күңелемә тейә.