05.06.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (5.06.2017)
Ваҡыт – аҡсалыр.
Ҡәҙерен белмәһәң,
Ташлап ҡасалыр.
(“Ваҡыт – аҡсалыр...”).
* * *
Ваҡыт ҡәҙере бигерәк арта,
Үтеп киткәс ваҡыттарың!
(“Йылы өйҙөң ҡәҙерен беләм...”).
* * *
Ваҡытың артып ҡалһа ҡалһын, етмәй ҡалмаһын.
(“Көндәлектәр”. 14.02.2000).
* * *
Ватаның бәхетһеҙ икән,
Бәхетле булып ҡара!
(“Каютаңда йәм нимәгә...”).
* * *
Гел бәхетле булған бәхетте аңламай.
(“Көндәлектәр”. 3.06.1991).
* * *
Глобализация – ваҡ милләттәрҙе тиҙерәк йотоуға ҡоролған сәйәсәт.
(“Көндәлектәр”. 29.01.2002).
* * *
Гонаһһыҙ кем ғүмер сиккән?
Тик нисәүһе тәүбә иткән?
* * *
Гөлт тоҡаныр туҙ булһаң да,
янмайса өтөп булмай.
Әллә ниндәй туз булһаң да,
яҙмышты отоп булмай.
(“Оло усаҡтар яҡһаң да...”).
* * *
Ғаиләнән дә яҡшыраҡ ожмах юҡ, ғаиләнән дә яманыраҡ тамуҡ юҡ.
(“Нимәгә ул Америка?”).
* * *
Ғаләм өсөн юҡ бөйөклөк,
Ғаләм өсөн юҡ ваҡлыҡ.
Ғаләм өсөн ҡайғылар юҡ,
Ғаләм өсөн ай юҡ, йыл юҡ,
Ғаләм өсөн юҡ ваҡыт.
(“Ғаләм өсөн юҡ бөйөклөк...”).
* * *
Ғаләмдән серлерәк был әҙәм...
(“Үҙемдең йәшемде беләм дә...”).
* * *
Ғашиҡ саҡтар үтте. Тик һаман да
Һинең шатлыҡ – минең шатлығым.
Һөйөүебеҙ китте, дуҫлыҡ килде,
Дуҫлыҡ – мөхәббәттең ҡартлығы.
(“Ғашиҡ саҡтар үтте. Тик һаман да...”).
* * *
Ғашиҡ хәлен белмәҫ яратмаған,
Ғашиҡ хәлен аңлар ғашиҡтар.
(“Һөйөүҙәрем һине
гонаһ булһа...”).
* * *
Ғилем – бикле хазиналыр.
Асҡысы бына ҡайҙа:
Иң дөрөҫ яуап табыуҙа
Иң ауыр һорауҙарға.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Ғилем эҙләп, энә менән
Ҡоҙоҡ ҡаҙыуым хата әллә?
Аҙ белеүем бәлә ине,
Күберәк белеүем күберәк бәлә.
(“Ғилем эҙләп, энә менән...”).