22.05.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (22.05.2017)
Был донъяға, был бинаға
Индек төрлө ишектәрҙән.
Тик сыҡҡанда сығып китә
Бер ишектән һәммә бәндә.
(“Был донъяға, был бинаға...”).
* * *
Был донъяла барыһы ҡотло түгел,
Ябырыла хата-бәләләре.
Бигерәк арта бәлә,
Урынһыҙға
Урын биләгәндә бәндәләре.
(“Әрәм булған...”).
* * *
Был донъяла бер ни ҡабатланмай.
(“Барыһы ла ҡабатлана, тиҙәр...”).
* * *
Был донъяла бер ни тигеҙ түгел.
* * *
Был донъяла телдең ҡороуҙары
Яманыраҡ даръя ҡороуҙан.
(“Халҡыма хат”).
* * *
Был донъялар тик бер төш кенә.
(“Июль башы. Сиңерткәләр йыры...”).
* * *
Был донъяның бөтә мәғәнәһе
Уның өсөн шулай булыуҙа:
Илгә үҙен фиҙа ҡылыу түгел,
Илдән үҙенә файҙа ҡылыуҙа.
(“Был донъяның бөтә мәғәнәһе...”).
* * *
Был тормошта тигеҙлек юҡ,
Тигеҙ түгел хатта ер өҫтө.
Тик өҫтөнән һыуҙың йөрөп булмай,
Тигеҙ түгел даръя төптәре.
(“Көндәлектәр”. 28.05.2005).
* * *
Был тормоштоң йәме, тәме итеп,
Биргән Аллаһ күпме бал ҡортон.
Шулар араһында тик беҙҙеке
Йыя балдың иң-иң шифалыһын,
Тәрбиәһе менән башҡорттоң.
(“Аллаһ бар яһаған Уралтауҙа...”).
* * *
Был тормоштоң серле асылын
Һиҙгән һайын йөрәк түҙемлерәк.
(“Ғүмер уртаһы”).
* * *
Был халыҡтан тыуған бала
Ошо халыҡтыҡы була.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Был хатаны бәндә
Күпме ҡабатлай бит:
Эреләнгән булып,
Үҙ-үҙен ҡабатлай бит.
(“Был хатаны бәндә...”).
* * *
Быуалар залимдар,
Тонсоға ғалимдар.
* * *
Быуаттар буйына әҙәм балаларын ниндәй генә сәбәптәр юлға сығармаған... Берәүҙәр, үҙ табышын эҙләп, кейек һуҡмаҡтары буйлап тауҙан тауға артылған. Икенселәр, яңы көтөүлектәргә мохтажлыҡтан, йәйләүҙән йәйләүгә күскән. Күпме кешеләр башҡа илдәр менән яҡыныраҡ аралашып йәшәү өсөн сүл-даръялар аша каруан юлдары гиҙгән. Ҡомһоҙ юлбаҫарҙар башҡа халыҡтарҙы талар өсөн яман юлға сыҡҡан...
(“Ниңә беҙҙе юлдар саҡыра?”).
Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.
* * *
Быуаттарҙы быуаттарға бәйләй
Бер минут.
Быуаттарҙы юҡ итергә мөмкин
Бер минут!
(“Заман! Бирсе пульсыңды...”).
* * *
Быуаттарҙы быуаттарға әйҙәй
Өфө ҡаяһында Салауат.
(“Көндәлектәр”. 23. 02.2014).
* * *
Быуаттарҙы яңынан ҡороп булмай.
(“Һыуһаным –һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Бәғзеләрҙән ерҙә аҡ нур ҡала,
Бәғзеләрҙән ҡала күләгә.
(“Берәү – иртә, берәү үтә һуңлап...”).
* * *
Бәндә үҙ күләгәһенә үҙе йәшенә алмай. (“Көндәлектәр”. 5.04.2003).
* * *
Бәндәләр хыянат итә,
Мәңге тоғро китаптар.
Ошо тоғро китаптарға
Кеше генә тоғролоғон
Ҡала алмай шул ул һаҡлап.
(“Бәндәләр хыянат итә...”).
* * *
Бәндәләрҙе хәмер быуа.
Шешә тотоп тыумаһа ла,
Кеше шешә тотоп үлә.
Араҡының ҡоло була.
(“Беҙҙе урыҫ йота, тигән...”).
* * *
Бәндәнән йәшенеп була,
Ҡояштан йәшенеп була,
Ямғырҙан йәшенеп була,
Йәшенеп булмай Аллаһтан.
(“Донъя миңә әйләнеп тә...”).
* * *
Бәхет мөхәббәтһеҙ булмай,
Тик мөхәббәт,
Тик мөхәббәт
Ниңә бәхетһеҙ була?..
(“Бәхетте эҙләп табалар...”).
* * *
Бәхет өсөн түләргә кәрәк. (“Көндәлектәр”. 1.06.1997).
* * *
Бәхет ялындырып килә тиеп,
Үҙ-үҙеңде ниңә йәлләргә?
Мин аңланым тормош асылының
Торғанын тик һирәк мәлдәрҙән.
(“Бәхет ялындырып килә тиеп...”).
* * *
Бәхетлемен, тиеп кәпәренмә,
Бәхетһеҙмен, тиеп ваз кисмә.
(“Үҙ-үҙемә әйтәм донъя менән...”).
* * *
Бәхеттер тим тыуған тупраҡ менән
Бергә янып, бергә өшөүең;
Үҙ ереңдә шаулап япраҡ ярып,
Үҙ ереңә өҙөлөп төшөүең.
(“Мәңгелек мәл”).
* * *
Бәхеттәр ташлай ҙа китә,
Ҡайғылар сат йәбешә.
(“Йәш саҡтарҙа бәхетеңде...”).
* * *
Ваҡыт – аҡсалыр.
Ҡәҙерен белмәһәң,
Ташлап ҡасалыр.
(“Ваҡыт – аҡсалыр...”).
* * *
Ваҡыт ҡәҙере бигерәк арта,
Үтеп киткәс ваҡыттарың!
(“Йылы өйҙөң ҡәҙерен беләм...”).
* * *
Ваҡытың артып ҡалһа ҡалһын, етмәй ҡалмаһын. (“Көндәлектәр”. 14.02.2000).
* * *
Ватаның бәхетһеҙ икән,
Бәхетле булып ҡара!
(“Каютаңда йәм нимәгә...”).
* * *
Гел бәхетле булған бәхетте аңламай. (“Көндәлектәр”. 3.06.1991).
* * *
Глобализация – ваҡ милләттәрҙе тиҙерәк йотоуға ҡоролған сәйәсәт. (“Көндәлектәр”. 29.01.2002).
* * *
Гонаһһыҙ кем ғүмер сиккән?
Тик нисәүһе тәүбә иткән?
* * *
Гөлт тоҡаныр туҙ булһаң да,
янмайса өтөп булмай.
Әллә ниндәй туз булһаң да,
яҙмышты отоп булмай.
(“Оло усаҡтар яҡһаң да...”).
* * *
Ғаиләнән дә яҡшыраҡ ожмах юҡ, ғаиләнән дә яманыраҡ тамуҡ юҡ. (“Нимәгә ул Америка?”).
* * *
Ғаләм өсөн юҡ бөйөклөк,
Ғаләм өсөн юҡ ваҡлыҡ.
Ғаләм өсөн ҡайғылар юҡ,
Ғаләм өсөн ай юҡ, йыл юҡ,
Ғаләм өсөн юҡ ваҡыт.
(“Ғаләм өсөн юҡ бөйөклөк...”).
* * *
Ғаләмдән серлерәк был әҙәм...
(“Үҙемдең йәшемде беләм дә...”).
* * *
Ғашиҡ саҡтар үтте. Тик һаман да
Һинең шатлыҡ – минең шатлығым.
Һөйөүебеҙ китте, дуҫлыҡ килде,
Дуҫлыҡ – мөхәббәттең ҡартлығы.
(“Ғашиҡ саҡтар үтте. Тик һаман да...”).
* * *
Ғашиҡ хәлен белмәҫ яратмаған,
Ғашиҡ хәлен аңлар ғашиҡтар.
(“Һөйөүҙәрем һине гонаһ булһа...”).
* * *
Ғилем – бикле хазиналыр.
Асҡысы бына ҡайҙа:
Иң дөрөҫ яуап табыуҙа
Иң ауыр һорауҙарға.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Ғилем эҙләп, энә менән
Ҡоҙоҡ ҡаҙыуым хата әллә?
Аҙ белеүем бәлә ине,
Күберәк белеүем күберәк бәлә.
(“Ғилем эҙләп, энә менән...”).
* * *
Ғүмерҙәрҙе Аллаһ бирә,
Ғазраилдан алдырта.
(“Бәндәләрҙең йәшәүҙәрен...”).
* * *
Ғәҙел һүҙ әйткәндең
йә бал-май менән,
йә ялған менән
томаланды ауыҙы,
йә буш дан менән,
йә ришүәт менән
йә ситлек-рәшәткә менән
ҡапланды күҙе.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Ғәзиз әсәһенең күкрәге тип,
Имеҙлеккә сабый алдана.
(“Йылтыр уттар, бимазалы шауҙар...”).
* * *
Ғәйбәт һөйләгән табынды
Фәрештәләр урап үтә.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Ғәмһеҙ булыу – үлем шағирға.
(“Вокзал”).
* * *
Ғәмһеҙҙең ҡайҙан булһын тәғәме?
Ғәмһеҙлек килтерә тәғәмһеҙлеккә.
Һөмһөҙ һөҙгәндә ойома ғәмһеҙ,
Яулап алына бар ғәҙеллектәр.
(“Ғәмһеҙҙең ҡайҙан булһын тәғәме?...”).
* * *
Даулашып ҡына данлы булмаҫһың,
Шаулашып ҡына шанлы булмаҫһың.
* * *
Демократия!
Һинең исемең менән
Күпме һатлыҡ йәндәр һатыу итә,
Тоҙаҡ үрә ебәк-бәрхәттән.
(“Бәрхәт революция”).
* * *
Донъя ҡайһылай иртә бүленә
Түбәнлек һәм ғорурлыҡҡа.
(“Алма”).
* * *
Донъяға бал еҫен бөркә
Баллы ил – Башҡортостан!
(“Башҡортостандың баллы юлдары”).
* * *
Донъяла иң көслө тел – сәғәт теле.
Хатта ошо иң көслө тел – сәғәт теле
Телә алмай ағыу сәсер ғәйбәт телен.
(“Донъяла иң көслө тел – сәғәт теле...”).
* * *
Донъяла мин бер нәмәнән ҡурҡам:
“Мөхәббәтһеҙ!”
Тигән исемдән.
(“Мөхәббәтһеҙ”).
* * *
Донъяла тик Аллаһ бөйөк,
Аллаһ ҡына гонаһһыҙ.
(“Башҡаларға ғәйеп өйөп...”).
* * *
Донъяла яҙыусынан да яңғыҙыраҡ кеше бармы икән? Донъя менән күҙгә-күҙ ҡарашып, бер яңғыҙы ҡалған әҙип үҙенең иң ғәзиз серҙәрен аҡ ҡағыҙ битенә генә сисә. Һәр яҙыусы үҙ ҡойоһон ҡара тир түгеп үҙе ҡаҙый, үҙ һүҙен үҙе эҙләй, үҙе таба. Беҙ яҙмыш тарафынан ғүмеребеҙ буйына яңғыҙлыҡҡа дусар ителгәнбеҙ. Һәм шул уҡ ваҡытта башҡалар менән яҙыусынан да нығыраҡ, киңерәк, күберәк аралашҡан кешене табыуы ҡыйын. Яҙыусы һүҙе бер юлы барлыҡ халыҡҡа, тоташ ғаләмгә төбәлгән. Был тормоштан үҙе киткәс тә яҙыусы һүҙе йәшәүен дауам итә, йылдар һәм быуаттар аша яңы быуындарға барып етә. (“Тамырҙарыбыҙҙы барлап, килер көндәргә ҡарап”).
* * *
Донъялағы иң хөрмәтле төҫ ул
Сал тарихтың төҫө – сал һаҡал.
(“Һиҙиәт бабай”).
* * *
Донъяны ҡыҙырам күңелде
Дауалар саф тойғо табырға.
* * *
Донъяның күп илдәрендә булһам да, минең өсөн иң ҡәҙерлеһе ошо тыуған ерем, Ҡунаҡбайым һәм Яңауылым.
Донъяның төрлө уҡыу йорттарында белем алһам да, академиктар, профессорҙар остаз булһа ла, минең өсөн иң ҡәҙерлеһе Ғәбдрәфиҡ ете йыллыҡ мәктәбе, тәүге уҡытыусыларым Сафия апай Бакаева, Зәкәриә ағай Бикбаев, класс етәксебеҙ Сажиҙа апай Агеева, рус теле уҡытыусыһы Шакира еңгә Вахитова, ошо мәктәпте ете йыллыҡҡа әйләндергән, уның тәүге директоры булған Рәҡип бабайым, унан һуң директор булған, яңы бина һалдырған Рамаҙан абзыйым Вахитовтар – Латип ҡартатайымдың балалары, инәйемдең бер туғандары. (“Көндәлектәр”. 10.07.2011).
* * *
Дошмандың маҡтау һүҙенән
Уттан ҡурҡҡандай һаҡлан.
Маҡтанғандарҙан маҡталма,
Маҡталғандарҙан маҡтал.
(“Дошмандың маҡтау һүҙенән...”).
* * *
Дошманыңды ҡырмыҫҡалай тимә,
Оло филгә тиңлә.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Дөрөҫөн әйтә доға-аят,
Тормай ул һыйпап, аяп.
Ҡасһаң да батша әмеренән,
Йәшенер ер юҡ Тәңренән.
(“Дөрөҫөн әйтә доға-аят...”).
* * *
Дуҫлыҡ тамыры – тоғролоҡта.
(“Танышлыҡ арҡаһында”).
* * *
Дуҫтар арыр, дошман арыу белмәҫ,
Дуҫтар ҡаҡшар, дошман ҡаҡшамаҫ.
Йәрҙәр һымаҡ хыянат итмәҫ дошман,
Дуҫтар ташлар, дошман ташламаҫ.
(“Дошмандарым”).
* * *
Дуҫтар һәм туғандар. Туғандар тип өндәшеү барыбер яҡыныраҡ, сөнки дуҫты табып, яһап, булдырып була, ә туғанды улай булмай, туғанлыҡ – тыумыштан, яҙмыштан. Дуҫлыҡ та бөйөк көс, әммә ҡаныңдан килмәй. Туғаның үҙ ағзаң, ғәзиз аяҡ-ҡулың һымаҡ. Дуҫлыҡ – хеҙмәт һалып, тир түгеп алған әйбер, йыһаз һымаҡ. (“Көндәлектәр”. 6.02.2002).
* * *
Дуҫтары өсөн йәнен бирер һөйөүҙән дә олораҡ һөйөү юҡ. Һөйөү – ҡорбан биреү. (“Көндәлектәр”. 1.03.2000).
* * *
Дуҫың ҡулын һонһа,
Боҙло таш та усты йылытыр.
(“Ғүмер уртаһы”).
* * *
Дәүерҙәрҙе дәүерҙәргә һүҙ бәйләй, хәтер тоташтыра. Кешеләрҙе бер-береһенә һүҙ яҡынайта йәки һүҙ ситләштерә. (“Уҙған ғүмер, ҡалған хәтер...”).
* * *
Ҙур эштәр ҙә аҙ күренә
Донъя күргән ҡарттарға.
(“Аҙ эшемде лә күп күреп...”).
* * *
Ебәк селтәр сымылдыҡта
Берәү йәм тапмай.
Тимер ситлек эстәрендә
Берәү йән һаҡлай.
(“Берәү менән берәү”).
* * *
Ел дә, һыу ҙа борғоланып һәр ергә үтә ала.
Ҡояш нуры һәр саҡ туп-тура. Ул борғолана ла, кәкерәйә лә алмай. (“Көндәлектәр”. 2.03.1985).
* * *
Елдәр!
Һеҙгә минең үтенесем бар,
Тыңламайса уны үтмәгеҙ:
Мине, зинһар, туҙан көйөнсә лә
Уралымдан алып китмәгеҙ.
(“Донъя бигерәк сәйер...”).
* * *
Елкендереп, үкендереп,
Ғүмерҙәр уҙа ғына.
Үкенмәҫ инем ул тиклем,
Алһам һуңғы һулышымды
Мөхәббәт тоҙағында.
(“Ҡапҡан”).
* * *
Емерелгәндә әхлаҡ-ҡанун,
Нахаҡҡа түгелә ил ҡаны.
* * *
Еңеү байраҡтарын байраҡ иткән
Уға тамған ҡандыр.
Был ер өсөн йән биреү ҙә изге,
Был – ғәзиз Ватандыр.
(“Көндәлектәр”. 3.05.2005).
* * *
Ер – мәңгелек. Гонаһ-сауаптарың
Йөрәгенә бара яҙылып.
Еркәйемә әрнеү-яра булып
Уйылмаһын һис бер аҙымым.
(“Бураҙна”).
* * *
Ергә китмәҫ өсөн килгәндәр юҡ.
Тик шул ғына минең теләгән:
Нурым, бәлки, үҙем менән һүнер,
Тик ҡалмаһын ине күләгәм.
(“Берәү – иртә, берәү үтә һуңлап...”).
* * *
Ерҙең иң ныҡ тартыу көсө ҡайҙа?
Кеше өсөн –
Зыяратта.
(“Ер үҙенә тарта...”).
* * *
Ерҙең йәме ниндәй кәмер ине,
Был нурҙары уның булмаһа.
Улар мәңге хыянат ҡылмаҫ
Үҙең хыянатлыҡ ҡылмаһаң.
(“Сит бер кеше һымаҡ, тыныс ҡына...”).
* * *
Ерҙә кемгә генә кәрәге бар
Бешмәй өҙөлөп төшкән алманың?
(“Хафаланма, башым түбән эйһәм...”)
* * *
Ерен һатҡан йәнде ере йотһон,
Ерен һатҡан йәнде ер баҫһын.
(“Баҙар балтаһы”).
* * *
Еркәйемдә тамырҙарым тере –
Ер сигенән тартып ҡайтара.
(“Тыуған яҡтан тәү ҡат киткән саҡта...”).
* * *
Ер-әсәбеҙ биргән икмәк менән
Аҡ һөттән дә изге нимә бар?
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Етегән йондоҙ – ете ырыуымдың
Күккә тишеп һалған тамғаһы.
(“Уҡ”).
* * *
Заман яҙа баҫтыра.
Арттан яза баҫтыра.
Ғәҙел түгел язалары:
Яҙыҡ ҡылғанды ярлыҡай,
Аҫылдарҙы аҫтыра.
(“Заман яҙа баҫтыра...”).
* * *
Замана балалары – замана бәләләре.
* * *
Заманды бит һайлап алып булмай,
Һорап алып булмай ғүмерҙе.
Юйып ташлап булмай маңлайҙарҙан
Дәүеребеҙ һуҡҡан мөһөрҙө.
(“Мәңгелек мәл”).
* * *
Зат-ырыуҙы, ил-халыҡты хурлау –
Былар күпме хөкөм ителде.
Милли мин-минлектең асылы яман,
Бар донъяға ағыуын һибә һаман
Радиоактив ҡалдыҡ шикелле.
(“Зат-ырыуҙы, ил-халыҡты хурлау...”).
* * *
Зәки Вәлиди тыуған Уралынан алыҫта илдән илгә күсеп-ҡаңғырып йөрөгән саҡтарында үҙенең ғәзиз төйәген йоҡоһоҙ төндәрҙә өҙөлөп һағынғандыр, һөйөклө Башҡортостанының ҡояшында ҡыҙынырға, ямғырҙарында ҡойонорға, хәтфә үләнендә аунарға, ап-аҡ ҡарҙарын усында йомарларға, тауҙары, далалары буйлап бер генә ҡабат булһа ла һыбай сабып үтергә, битләүендә үҫкән ҡурайҙы ҡырҡып алып, бер генә көй булһа ла уйнарға, ҡәҙерле кешеләренең күҙҙәренә, исмаһам, бер тултырып ҡарарға, йылы ҡулдарын ҡыҫып, бер ауыҙ һүҙ булһа ла әйтергә йөрәккәйе янып, һағыштарынан үҙенә урын таба алмай хыялланғандыр, алҡымынан алған был тойғолар илле йыл буйына иленән айырылып йәшәгәндә уға нисәмә тапҡырҙар әйләнеп ҡайтҡандыр. Был кисерештәре уны уттарға һалып әйләнгән дә ҡайтҡандыр, әйләнгән дә ҡайтҡандыр, тик Зәкигә Башҡортостанға әйләнеп ҡайтырға, атай йортоноң ишеген ҡағырға насип булмаған, ғүмерлек хыялдарын тормошҡа ашырырға, тыуған тупраҡ ҡуйынына мәңгелеккә инеп ятырға яҙмаған. (“Юғалмай торған хазинам”).
* * *
Игенселәр!
Ҡулығыҙҙан һеҙҙең
Тупрағыма һибелә гәрәбә.
Шул орлоҡтан ҡалҡҡан тос башаҡҡа
Ниндәй алтындарың бәрәбәр?
(“Бураҙна”).
* * *
Ижад донъяһына килеүсе һәр кемде уйландыра торған мәңгелек төшөнсәләр һәм ҡағиҙәләр, һәр кем кисерә торған тойғолар бар. Шуларҙан мин ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоларын айырым күрһәтер инем. (“Ғүмерлек хеҙмәт”).
* * *
Ижад – тылсымлы сифат, бик һирәк шәхестәрҙең булмышына, рухына, тотош яҙмышына ғүмерлеккә һалынған илаһи тамға. (“Арымаһын илһам толпары”).
* * *
Изге шәфҡәт һорап шәһиттәргә,
Тереләргә тыныс таң юрап,
Йөрәгемдә тынлыҡ минуты
Оран кеүек тора яңғырап.
(“Еңеү көндө тынлыҡ минутында”).
* * *
Ике бөркөт талашһа, ҡоҙғондарға ем булыр. (“Көндәлектәр”. 29.10.1997).
* * *
Ике ҡабат бешмәй бер емеш. (“Көндәлектәр”. 3.04.1991).
* * *
Икмәк ҡәҙерен белһендәр тип,
Ҡоролоҡ, ҡытлыҡ килер.
(“Ҡот ҡәҙерен белһендәр тип...”).
* * *
Ил-йортобоҙҙа ҡот артыр
Уңғандар артҡан һайын.
Илде ҡыуандырып ҡыуан,
Илде байытып байы.
(“Ил мөлкәтен талап-урлап...”).
* * *
Ил йөрәге һау-сәләмәт тибер,
Булған саҡта ирҙәр йөрәкле.
(“Йөрәк”).
* * *
Ил мөлкәтен талап-урлап
Бар, тиһең, байығандар.
Улар байлыҡ йыябыҙ тип,
Ҡәһәр, гонаһ йыйғандар.
(“Ил мөлкәтен талап-урлап...”).
* * *
Илбаҫарҙы таныуы еңел:
Дәһшәт булып, сикте вата.
Илһатарҙы танып ҡара:
Ил ҡуйынында йылынып ята!
(“Илбаҫармы яманыраҡ...”).
* * *
Илде – ил, телде тел йотһа –
Яманыраҡ яман йоттан.
(“Һаҡла”).
* * *
Илде яҡлар тик батырлыҡ,
Илде һаҡлар тик хаҡлыҡ.
Ҡырҡ ырыуҙың ҡырҡ быуынын
Ҡырҡҡа ҡырҡыр ҡурҡаҡлыҡ.
(“Көндәлектәр”. 20.09.2014).
* * *
Илдең башын сабырға тип, ярһып
Ҡылыс һынған,
Ҡурай һынмаған.
Йәннәт йәйләүҙәрҙе утҡа тотҡан
Пушка тынған,
Ҡурай тынмаған.
(“Был күренеш инде нисәнсе ҡат...”).
* * *
Илдең күркен ирлек кенә яҡлар,
Ирлек кенә һаҡлар иркеңде.
(“Иркең булһа, илем, күркең булыр...”).
* * *
Илдә батша берәү була,
Күмәк булмай бөйөктәр.
(“Ҡабаҡ”).
* * *
Илеңдән дә хатта ҡасып була,
Ҡотолоп булмай ҡасып ваҡыттан.
(“Башһыҙ һыбайлы”).
* * *
Илемдә илемде һағынам.
(“Ностальгия”).
* * *
Илен, ырыуын, затын һатып,
затлы булды.
Исем-атын, атаһын һатып,
атлы булды.
(“Илен, ырыуын, затын һатып...”).
* * *
Илтһен беҙҙе һәр саҡ хәҡиҡәткә
Тоғро эштәр менән тура юл.
(“Буровойҙа”).
* * *
Иң ҙур бәхет –
Ғәзиз еркәйеңдә
Аяғүрә баҫып тора алыу.
(“Ҡыш сатнаған...”).
* * *
Иң ҙур бәхет – кешене ҡыуандырыу,
Ярҙам итә алмау – иң ғәрлеге.
(“Граждандарҙы ҡабул итеү көнө”).
* * *
Иң ҡурҡынысы – һатылған аҡыл.
(“Башҡаса булмай наҙ менән аҡыл...”).
* * *
Иң ҡыйыны, бел һин – үҙең булыу,
Иң яманы, бел һин –алмашыныу.
(“– Ҡырыҫ ваҡыт! Сәңгелдәгең булдым...”).
* * *
Иң ҡыйыны – ваҡыттарҙың етмәүе,
Иң ҡыйыны – ваҡыттарҙың үтмәүе,
Иң ҡыйыны – һөйөклөнөң көтмәүе,
Иң ҡыйыны – һөйкөмһөҙҙөң китмәүе.
(“Иң ҡыйыны – ваҡыттарҙың етмәүе...”).
* * *
Ир-азаматтың илгә килтергән файҙаһын йәшенә ҡарап түгел, эшенә ҡарап баһалайҙар. (“Беҙҙең Президентыбыҙ”).
* * *
Ир бала өсөн “Атас!” тиеүҙән дә
Оло маҡтау табыу икеле...
(“Каруанһарай”).
* * *
Ир-егеттең үлгәне –
Илгә һыртын борғаны.
Ҡатын-ҡыҙҙың үлгәне –
Ят йынысҡа барғаны.
(“Көндәлектәр”. 20.09.2014).
* * *
Ир уртаһы илдең тотҡаһы тип,
Ҡарай бөгөн беҙгә ил күҙе.
(“Ғүмер уртаһы”).
* * *
Ир һаҡлар матур ҡатынын
Күҙ яҙҙырмай ҡарап-ҡурсып.
Һөйкөмһөҙгә һаҡ кәрәкмәй –
Үҙенә үҙе – ҡарасҡы!
Үҙенә үҙе ҡарауылсы.
(“Ир һаҡлар матур ҡатынын...”).
* * *
Ирҙең ҡатыны –
Уның яртыһы.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Ир-егетлек ниҙә?
Ҡырыҫ тайҙар,
Һин өйрәткәс,
Юрға булып ҡалһын.
Тертләп торған ҡыҙҙар
Ҡосағыңда
Наҙлы ҡатын булып
Һулҡылдаһын.
(“Ир-егетлек ниҙә?..”).
* * *
Ирлекме ни бөйөк булыу
Иргәйелдәр араһында?
(“Берәү уйлай...”).
* * *
Ирмен тигән ирме олтан булыр?
Сит илдәрҙә солтан булғансы ир,
Үҙ илендә олтан булғансы ир
Ил күкрәген һаҡлар ҡалҡан булыр.
(“Сит илдәрҙә солтан булмам...”).
* * *
Иртә ҡалҡҡан ҡояш бик һуң бата,
Бик һуң ҡалҡҡан ҡояш иртә бата.
* * *
Иртә яҙын уста – ҡара тупраҡ,
Көҙөн – ашлыҡ ята нур булып.
Ҡулын бизмән итеп, был тормошто
Шулай үлсәп йәшәй ер улы.
(“Яландарҙан йылы ямғыр үткәс...”).
* * *
Иртән төштәр күреп йоҡлау
Бик рәхәт тә! –
Тик ул рәхәт мәхрүм итер
Бәрәкәттән.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Исеме лә беленмәйсә берәү
Ҡанлы яуҙа алышып ҡала ятып.
Есемен хатта ер күтәрмәҫ берәү
Ил тарихына инә илен һатып.
(“Берәү менән берәү”).
* * *
Ислам юлында ағартһаң сәсең –
Ҡиәмәт көнөндә шул сәс нур сәсер.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Иҫеректәр айныҡ күрмәгәнде күрә. Хыялыйҙар аҡыллы тоймағанды тоя. (“Көндәлектәр”. 2.08.1995).
* * *
Иҫәүәнһеҙ ил булмаҫ! (“Көндәлектәр”. 19.04.2011).
* * *
Ишек булһаң,
Дошманыма асылыр булма,
Ҡунағыма ябылыр булма.
(“Булма”).
* * *
Ишелеп төшә был ямғыр
Көҙҙөң төпһөҙ күгенән.
Киләм әллә ер йөҙөнән,
Әллә диңгеҙ төбөнән?!
(“Ишелеп төшә был ямғыр...”).
* * *
Йола, ғәҙәт, традиция, ғөрөф – халыҡты иң элек шулар тота, шулар – милләттең нигеҙе. Йолаһы емерелә башлаһа, милләттең дә ныҡлығы ҡаҡшай, берҙәмлеге сатнай. Йола яңыра, үҙгәрә, әммә үҙәге һаҡланырға тейеш. (“Көндәлектәр”. 16.04.2005).
* * *
Йондоҙ ҡото – нурланыуҙа,
Йырҙың ҡото – йырланыуҙа.
(“Ҡот”).
* * *
Йондоҙҙарға һоҡланып була,
Етеп булмай йондоҙға.
(“Уйламағыҙ әллә ниҙәр...”).
* * *
Йыл һайын бит тик бер ҡабат була
Еңеү көндө тынлыҡ минуты.
Шул мәлдә лә тынмай атыш, шартлау,
Ҡан ҡойоштар ала ил ҡотон.
(“Тапһаң ине шундай аулаҡ ауыл...”).
* * *
Йылдар үткәс, бәхетһеҙмен тигән
Саҡтарҙың да ҡәҙере беленер.
Күккә сөйгән бәхетең дә, бәлки,
Бәхетһеҙлек булып күренер.
(“Үҙ-үҙемә әйтәм донъя менән...”).
* * *
Йырҙың тотҡаһы – әҙәбиәт. Театрҙың нигеҙе – әҙәбиәт. Иман күңелдәргә һүҙ менән инә. Тимәк, кешенең рухи булмышында әҙәбиәт бик ҙур урын биләй. (“Милләттең рухи тормошо һәм әҙәбиәт”).
* * *
Йыр-моң тота илде.
Тота тел.
(“Онгудай – ун Хоҙай”).
* * *
Йәме булһын башҡорт китаптары
Башҡорт бишек элгән һәр өйҙөң.
(“Башҡорт йорто, башҡорт китабы”).
* * *
Йәнем йәннәт күрһен тигән кеше
Хужа булһын ике ағзаһына:
Бер ағзаһы – теше араһында,
Икенсеһе – бот араһында.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Йәннәте лә, тамуғы ла
Бары
Донъялыҡта ғына.
Кеше, ерҙе йәннәт итмәк булып,
Ҡанатын ҡағына.
(“Арнау”).
* * *
Йәнәш йәшәмәҫлек кешеләрҙе
Бәйләп ҡуя яҙмыш тигәнең...
(“Дуҫтар бүләк иткән был сәскәләр...”).
* * *
Йәрҙәр алышынһа ла, тыуған халҡыңды алыштырып булмай. Йәрҙәр ғәфү итһә лә, тыуған ерең хыянатты һис ҡасан ғәфү итмәй. (“Көндәлектәр”. 25.04.1970).
Йәшәр ғүмеремде оҡшатамын
Ил алдында бирер һынауға.
(“Ҡоласың киреп, алдың ҡосағыңа...”).
* * *
Йәшәһәң дә хатта ер сигендә,
Тамырың башҡорт икән –
Башҡорт бул!
(“Әмир Абдразаҡовҡа”).
* * *
Касалыр ваҡыт.
Бәндә үҙе нимә ҡойһа,
Ҡалалыр шуны татып.
(“Ваҡыт – аҡсалыр...”).
* * *
Кейемең иҫкергән, туҙғандай,
Күңелдә иҫкерә иман да.
Иман ныҡ – доғалар ҡылғанда,
Иманды нығытып торғанда.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Кейемең кер күтәрһә лә
Намыҫың кер күтәрмәһен.
(“Кейемең кер күтәрһә лә...”).
* * *
Кем ул шәхес? Айырым кешеләрҙе халыҡ итеп туплаусы. (“Көндәлектәр”. 27.08.1995).
Кемгә – тантана,
Кемдер – тапала.
* * *
Кемдер йәнен фиҙа ҡыла,
Кемдер бөгөн файҙа ҡыла...
* * *
Кеше артыҡ маҡталһа ла,
Үҙе артыҡ маҡтанмаһын,
Ғәйепһеҙгә хурламаһын,
Хурланмаһын нахаҡҡа.
(“Бөйөктәрҙе бөйөк тинем...”).
* * *
Кеше бала сағына әйләнеп ҡайта алмаған кеүек, кешелек тә талғыныраҡ, вайымһыҙыраҡ йәшәгән дәүерҙәренә кире сигенә алмай.
* * *
Кеше бер саҡ, аҡылына килеп,
Һыҙлауҙары ерҙең баҫылғас,
Әйтә алһын ине бар тәбиғәт:
“Кешеләрем ниндәй аҫылдар!”
(“Йәшәр генә ерем, эсер һыуым...”).
* * *
– Кеше ғүмере нимә йыһанға?
– Бар яҙмышың уға һуҡыр тинлек!
(“Кеше йылы”).
* * *
Кеше донъяға бер төрлө тыуа. Үлем уны мең төрлө алып китә. (“Көндәлектәр”. 13.10.1969).
* * *
Кеше ерҙән биҙер өсөн түгел,
Биҙәр өсөн тыуа был ерҙе.
(“Биҙмәһендәр минән хыялдарым...”).
* * *
Кеше йөрөмәгән һуҡмаҡты үлән күмә. (“Алыҫҡа китеп ҡара!”).
* * *
Кеше йырын йырлайым тип,
Үҙ йырыңды онотма.
(“Көндәлектәр”. 9.04.1996).
* * *
Кеше кермәҫ кеше гүренә,
Кеше менер кеше түренә.
* * *
Кеше өс нәмәгә табынырға тейеш: иленең уҙғанына, уның бөгөнгөһөнә һәм тыуыр киләсәгенә. Әүәлге менән киләсәк – кешелектең ике ҡанаты. Мин баш өҫтөмдәге ҡояшҡа ғына ҡыҙынып йәшәмәйем. Шәфәҡ моңһоулығы ла, һыҙылып ҡына атҡан таңдың яҡтығы ла миңә берҙәй ҡәҙерле. (“Автобиография”).
* * *
Кеше өсөн иң рәхәте – тере сағыңда рәхмәт һүҙҙәре ишетеү.
Кеше өсөн иң хурлыҡлыһы – үҙең үлгәс, һиңә ләғнәт, нәфрәт һүҙҙәре яуыу. (“Көндәлектәр”. 7.08.2010).
* * *
Кеше үҙ ғүмерендә бәхетен дә татый, михнәтен дә күрә. Иң рәхәт наҙ – әсәңдең башыңдан һыйпап һөйөүе. Иң ныҡ ҡанатландырғаны – атаңдың арҡаңдан ҡағып яратыуы. (“Көндәлектәр”. 23.03.2007).
* * *
Кеше үҙенең битенә үҙе төкөрә алһа, башҡаларҙың битенә, бәлки, былай төкөрә алмаҫ ине. (“Көндәлектәр”. 18.09.1989).
* * *
Кеше үҙенең әсәһен һәм Ватанын һайламаған шикелле, ул үҙенең заманын, йәшәгән дәүерен дә һайлай алмай.
* * *
Кешегә – ер,
Күк – Аллаһтың төйәге.
(“Ерҙә генә ҡала эҙҙәр...”).
* * *
Кешегә ҡағылһа китап ене генә ҡағылһын. (“Көндәлектәр”. 7.03.2010).
* * *
Кешеләр нығыраҡ алдай,
Ә мин һаман ышанам.
(“Күпме йәшәлде...”).
* * *
Кешеләрҙе йырҙан да нығыраҡ берләштергән, моңдан да нығыраҡ яҡынайтҡан илаһи көстәр был донъяларҙа һирәктер. Йыр кешене ҡанатлы итеп алға әйҙәй, аманатлы итеп, атай-олатайҙарҙың, инәй-өләсәйҙәрҙең уй-теләктәрен сабыйҙарҙың, йәштәрҙең күңеленә, зиһененә уйып ҡалдыра. Башҡорт халҡы борон-борондан йыр-моңдо айырыуса ололар булған, уны үҙенсә культ дәрәжәһенә күтәреп, уны изгеләштереп, уға табынып йәшәгән.
* * *
Кешеләрҙән оялмаған
Алланан да оялмаҫ.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Кешеләрем минең, кешеләрем –
Йылы йылғам, яҡты ҡояшым,
Бар ғүмерем үтһен арағыҙҙа,
Бергә көлөп, бергә илашып.
(“Туғыҙынсы май”).
* * *
Кешене бөтә яғынан ҡурҡыныс һағалап тора. Аттың артынан ҡурҡ, һыйырҙың алдынан ҡурҡ, кешенең бөтә яғынан да ҡурҡ. (“Көндәлектәр”. 7.11.2002).
* * *
Кешене ҡәҙер итһәң, ҡәҙер күрерһең. (“Көндәлектәр”. 9.04.1996).
* * *
Килһен күршем ҡотҡарырға,
Килмәһен ҡот алырға.
Килһен күршем ут алырға,
Килмәһен ут һалырға.
(“Күрше”).
* * *
Китапханала һәр ауыл-ҡаланың төп байлығы тупланған. Банктар бөлөргә, аҡсалары янырға йәки хаҡтары төшөргә мөмкин. Китапхананың төп хазинаһы арзаная белмәй, ҡиммәттәре мәңгелек. (“Көндәлектәр”. 29.05.2010).
* * *
Көн нурынан усма йыйған кеүек,
Башаҡтарҙы ҡыҫҡан
Игенсенең шырау устары.
Быуындарҙан быуындарға күскән
Гәрәбәнең иң-иң тостары.
(“Бураҙна”).
* * *
Көндәлектәр – ижадсының тормошондағы иң яҡын шаһиты, иң тоғро серҙәше, иң сабыр аңлаусыһы. (“Рәми”).
* * *
Көндәлектәрҙе яңынан яҙып булмай. (“Көндәлектәр”. 14. 04.2013).
* * *
Көнсөл булма, кенә ҡыума һис кенә.
Донъялыҡта ҡунабыҙ бер кис кенә.
* * *
Көнсөллөк ул, әйтерһең дә,
Донъяны ялмаған ут.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Көнсөллөк, һатлыҡ, алдашыу, урлыҡ, боҙоҡлоҡ, ялҡаулыҡ, тарҡаулыҡ – былар барыһы ла бер дейеүҙең баштары. Береһен бөтөрөүгә икенселәре ағыуын һибә, һаҫыҡ төтөнө сәсәтә. (“Көндәлектәр”. 12.09.2011).
* * *
Көслөләргә көнсөллөк ят нәмә. (“Көндәлектәр”. 17.03.2014).
* * *
Күберәк ҡабаланған – йышыраҡ хаталанған.
(“Хәҙистәр”).
* * *
Күберәк эсһәң хәмер,
Арта бит талаш-йәбер,
Ҡалмай бит хөрмәт-ҡәҙер,
Тиҙерәк тарта ҡәбер.
(“Көндәлектәр”. 10. 05.2013).
* * *
Күҙ асып, күҙ йомоуҙан да ҡыҫҡа
Ғаләм өсөн ғүмере әҙәмдең.
Тик шул ҡыҫҡа ғына ғүмерендә
Кеше уйы байҡай ғаләмде.
(“Күҙ асып, күҙ йомоуҙан да ҡыҫҡа...”).
* * *
Күҙ йәштәре ерҙә кәмемәй бит,
Һайығайа ниңә йылғалар?
(“Көндәлектәр”. 28.05.2005).
* * *
Күҙ тейеүҙән яманыраҡ
Һүҙ тейеүе.
Бул һағыраҡ.
(“Күҙ тейеүҙән яманыраҡ...”).
* * *
Күк көмбәҙе – башҡорт тирмәһе.
(“Каруанһарай”).
* * *
Күкте ярып, йондоҙ ергә атыла,
Йондоҙҙарға кеше талпына.
(“Ғүмере буйына ниңә бер-беренә...”).
* * *
Күңелең булғансы
Йәшәп ҡалырға
Йәшлек тә етмәй,
Ҡартлыҡ та етмәй.
(“Йәшлектә ҡыш та...”).
* * *
Күп кешеләр мәхрүм була
Ике байлыҡтан:
Сәләмәтлектән-һаулыҡтан
Үә буш ваҡыттан.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Күпме йәнде ҡыйған йәлләдтең дә
Йән бирәһе барыбер бар әле.
* * *
Күпме ҡәбәхәтлек ҡыла бәндә
Күҙ асып күҙ йомған арала.
(“Күҙ асып күҙ йомған ара ғына...”).
* * *
Күпме моң бар еркәйемдә,
Күпме нур бар күктәремдә!
Тағы күпме аҫыл йырҙар
Тыуыр Урал күкрәгендә.
(“Йыр”).
* * *
Күрә алһа кеше үҙенең иҫерек сағын,
Араҡынан ҡасыр ине йүгереп-сабып.
* * *
Күршеһенең асыҡҡанын күрә тороп,
Ниндәй мөьмин йәйрәп кәйеф-сафа ҡорор?
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Кәләш ҡосаҡлар егеттәр
Йоҡлай, шешә ҡосаҡлап.
(“Ватандаштар тарҡата”).
* * *
Ҡаҙанында булһа, сүмесендә булыр. (“Көндәлектәр”. 24.12.2002).
* * *
Ҡай бер дуҫым дошман булып сыҡты,
Дуҫҡа әйләнмәне дошманым.
(“Уҙғандарым менән бер яңғыҙым...”).
* * *
Ҡайҙа Алып батырҙар?
Тулды алыпһатарҙар.
* * *
Ҡаҡшаһа йола, ил-дәүләт йығыла,
Эй яңыр йола, изге, аҡ йола.
(“Онотолһа йола, башлана бола...”).
* * *
Ҡанмай торған танһығым һин,
Тынмай торған теләгем һин.
(“Таңдарымдың...”).
* * *
Ҡараңғыны
Тик яҡтылыҡ менән еңеп була.
Ҡараңғыны
Ҡараңғылыҡ менән еңеп булмай.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).
* * *
Ҡарап торһаң дошман өйөрөнә,
Таянып бөйөрөңә,
Яһил өйөр һине төйөр,
Итер талҡан.
Ул сағында кем һуң булыр
Илгә ҡалҡан.
(“Ҡарап торһаң дошман өйөрөнә...”).
* * *
Ҡарап торһаң ҡыймай –
Ҡоймаҡ та ҡойолмай.
(“Ҡыйыулыҡһыҙ хатта...”).
* * *
Ҡарт бүре оломайса ем төшмәй.
(“Каруанһарай”).
* * *
Ҡартлығына бер кем тормай атлығып,
Ҡартаймайса килһен ине ҡартлығым.
* * *
Ҡартлыҡ нимәлә?
Һөйәркәләр өндәшмәүҙә,
Ҡатының көнләшмәүҙә.
(“Ҡартлыҡ нимәлә?...”).
* * *
Ҡатынға ҡол булған ирҙән
Меҫкенерәк кем бар ерҙә?
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).
* * *
Ҡаһарманлыҡ ҡайҙа ла ҡаһарманлыҡ, ҡәбәхәт ҡайҙа ла ҡәбәхәт. Һәр кемдең дә күҙ йәше тоҙло, һәр ерҙә лә хыянат шаңғытҡыс, һәр ерҙә лә һөйөү ҡанатландырғыс. (“Ваҡыт айырмаһы”).
* * *
Ҡоймаҡ ашаһаң, аҫтан аша, ит ашаһаң, өҫтән аша.(“Көндәлектәр”. 5-8.07.1979).
* * *
Ҡоро йылда ямғырлы ел булһамсы,
Яуынлы йыл ҡояшлы ел булһамсы.
* * *
Ҡояш көндән юғары,
Аллаһ диндән юғары.
* * *
Ҡояш ҡәҙерен белһендәр тип,
Ҡояшты ай ҡай саҡ ҡаплай.
(“Түп-түңәрәк тормошомдоң...”).
* * *
Ҡул – яҡшылыҡ ҡылыр өсөн,
Күңел – нурға тулыр өсөн,
Күҙ – маҡсаттан яҙмаҫ өсөн,
Әҙәп – әҙәм аҙмаҫ өсөн.
(“Ҡул – яҡшылыҡ ҡылыр өсөн...”).
* * *
Ҡулында бар – һайлаусыларҙы майлай,
Һайлаусылар майлаусыларҙы һайлай.
(“Һайлауҙар”).
* * *
Ҡурҡмайым еңеүеңдән:
Көс – һиндә, хаҡлыҡ – миндә.
* * *
Ҡурсалармы телде, илде
Телгә бөткән тел биҫтәһе?
Илдең, телдең таянысы
Тел оҫтаһы – ил остазы.
(“Ҡурсалармы телде, илде...”).
* * *
Ҡуштан – йылмайыусы дошман,
Ҡуштан – аҫтыртын дошман.
(“Иблис уға шулай ҡушҡан...”).
* * *
Ҡыҙын урлап алып була,
Ҡанын һурып алып була,
Урлап булмай ил батырын,
Урлап булмай ил данын.
(“Замана ҡобайыры”).
* * *
Ҡылмаһаң да тауҙай гонаһтарҙы,
Ҡай саҡ етә кескәй генә хата
Яҙмыш ярылыр, йорт ҡыйратыр өсөн.
(“Төньяҡ океан боҙҙары кәрәкмәй...”).
* * *
Ҡыуанысҡа тулышып, башым эйәм,
Баш эйҙерер аҡыллы баш булһа.
(“Һин –ғорурһың, сер сисмәйһең, тиҙәр...”).
* * *
Ҡәҙерләһәң, ҡәҙер кисенә тиң
Һәр бер кисе ошо ғүмерҙең.
(“Был ғүмерҙең һәр сәғәте аҫыл...”).
* * *
Ҡәҙерле һүҙ кеүек икмәк изге,
Икмәк кеүек һәр һүҙ ҡәҙерле.
(“Бураҙна”).
* * *
Ҡәҙерле лә, ҡәһәрле лә донъям!
Бигерәк ғәзиз дә һин, хәсис тә һин,
Тураһы ла, ҡыйышы ла һиндә,
Тыумышым да, булмышым да һиндә,
Донъя ҡыумышым да, ҡуймышым да
Ошо ерҙә генә, тик ошонда.
(“Ниңә был ағайҙар былағайҙар?..”).
* * *
Ҡәҙерләмәй бар һиммәтте, бар ҡиммәтте,
Әллә бәндә көҫәй микән ҡиәмәтте?
* * *
Ҡәғбә ташы изге,
Беҙҙең өсөн
Уралтауҙан изге таш юҡтыр,
Халҡыбыҙҙың рухы – башҡорттор.
(“Әмир Абдразаҡовҡа”).
* * *
Малын таный, кеше танымай, малын һанлай, кешене һанламай. (“Көндәлектәр”. 20.12.1978).
* * *
Математик һанды боҙа алмай,
Ә тарихсы! –
Барыһын борғослай.
Мәҙхиәләр йырлай ҡәбәхәткә,
Ҡойроҡ болғай ахмаҡ бойороҡҡа.
(“Хазина”).
* * *
Матурлыҡ үҙе яҡлауға мохтаж. Донъяны ла, ундағы матурлыҡты ла татыулыҡ ҡотҡарыр. (“Көндәлектәр”. 1.04.2003).
* * *
Машиналар кешеләрҙән күберәк,
Һәләкәткә ниңә ашығалар?
Барыһына кеше хужа ине,
Кеше хәҙер ҡоло машинаның.
(“Машиналар кешеләрҙән күберәк...”).
* * *
Мең тоҙаҡ ҡорһаң да, елде
тоҙаҡлап тотоп булмай,
Йәшлегеңде, китмә тиеп,
йоҙаҡлап тотоп булмай.
(“Оло усаҡтар яҡһаң да...”).
* * *
Милләт бәләкәйерәк булған һайын, уның хәстәр-хәсрәттәре лә ҙурыраҡ, уға йәшәүе ауырыраҡ булмаймы икән? (“Шифалы тауҙар йылыһы”).
* * *
Милләтте бөтөрә торған ике яман сир. Уларҙың беренсеһе – эскеселек, икенсеһе – кешенең үҙ туған телен, үҙ динен онотоуы. (“Юғалмай торған хазинам”).
* * *
Милләтте ғаилә генә ҡотҡара ала. Барыһы ла ғаиләнән башлана һәм барыһын да сәңгелдәктән, тыуған тупһанан, тыуған нигеҙҙән, тыуған йорттан башларға кәрәк. Өйөң тыныс булһа, ауылың тыныс булыр, ауылың тыныс булһа, районың тыныс булыр, районың-ҡалаң тыныс булһа, илең тыныс булыр. Илдәр тыныс булһа, барлыҡ донъя тыныс булыр. (“Нимәгә ул Америка?”).
* * *
Милләттәрҙе туған теле һаҡлар,
Милләт әгәр телен һаҡлаһа!
(“Ҡөрьән ошо телдә әйтелгән бит...”).
* * *
Мин бөлгәндән генә ил бөлмәҫ тип,
Мин үлгәндән генә ил үлмәҫ тип,
Ҡул ҡаушырыу ирҙәр эшеме?
(“Мин бөлгәндән генә ил бөлмәҫ тип...”).
* * *
Мин был ергә буш ҡул менән килдем,
Буш ҡул менән генә китермен.
(“Көндәлектәр”. 10.01.1997).
* * *
Мин ғүмерем буйы яңғыҙ булдым,
Мин ғүмерҙә яңғыҙ булманым.
(“Яңғыҙлыҡ”).
* * *
Мин диндәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйырға, береһен икенсеһенән өҫтөн һанарға йыйынмайым. Кешелә иман һәм әхлаҡ тәрбиәләй икән, рухты сафландырырға ынтыла икән, тимәк, уларҙың барыһының да маҡсаттары дөйөм алғанда изге һәм юғары. Дини фанатизм менән ағыуланыу, һуҡыр табыныуға тарыу һөҙөмтәһендә сикләнгән донъяла бикләнеп ҡалыу – былары инде рухи эҙләнеүҙәр юлында бер сиктән икенсе сиккә һуғылыуҙар. (“Юғалмай торған хазинам”).
* * *
Мин үҙемде бәхетһеҙмен тимәм,
Бәхетлерәк булһаң минән һин.
(“Һинең менән үткән һәр көнөмдө...”).
* * *
Мин фәрештә түгел. Ҡылғандарым
Булыр хата, булыр сауаплы.
Ни булһа ла булыр! Тик уларҙың
Барыһы өсөн үҙем яуаплы!
(“Тел осомда саҡ-саҡ тотҡанымда...”).
* * *
Мине ерҙән тартып алып була,
Мине ерҙән быраҡтырып була.
Тик йыһандан тартып алып ҡара,
Быраҡтырып ҡара!
(“Мин – мәңгелек. Ерем ҡуйынында...”).
* * *
Минең өсөн ерҙә иң ҙур шатлыҡ,
Иң ҙур отош – яңы йыр отоу.
(“Йәшлектәге ошо ҡыуанысты...”).
* * *
Минең өсөн ҡәҙерлерәк
Һинең бөйөк алдығыңдан
Минең кескәй хәҡиҡәтем.
(“Мин – кесерәк. Һин – эрерәк...”).
* * *
Минең һөңгөм – ҡәләм,
Ҡағыҙым – әләм,
Бар яҙмышым – шулар иркендә.
Мираҫтарым ҡалыр.
Тик ҡәләмде
Мираҫ итеп булмай бер кемгә.
(“Һөңгөмдө мин ергә ҡаҙамайым...”).
* * *
Миңә күҙ ҡыҫаһылар юҡ –
Күҙем былай ҙа ҡыҫыҡ.
Миңә ҡыҙыҡ эҙләйһе юҡ –
Донъя былай ҙа ҡыҙыҡ.
(“Миңә күҙ ҡыҫаһылар юҡ...”).
* * *
Модаға эйәргәнсе, үҙең мода тыуҙыр. (“Көндәлектәр”. 15.01.1976).
* * *
Моңдан яралған күңелем
Моңдарға һыуһап яна.
Аҡ һаҡаллы сабый булып,
Китһәмсе аҡ донъянан.
(“Һаҡаллы сабый”).
* * *
Мөсәл ярым ғүмер – ун һигеҙ йәш!
(“Мөсәл ярым ғүмер”).
* * *
Мөсәлдәге ҡотло, ҡотһоҙ йылдар
Барыһы ла кеше йылдары.
Кешеләрҙең шундай йылдары бар –
Дауылдарҙың тынын быуырлыҡ.
Кешеләрҙең шундай йылдары бар –
Тәүлектәре быуат быуырлыҡ.
Кешеләрҙең шундай йылдары бар –
Нурҙарынан донъя йылына.
(“Кеше йылы”).
* * *
Мөхәббәт тип яҙмыш ҡауыштыра,
Берҙе бергә ҡуша – нуль була...
(“Был тормоштоң ҡайҙа хаҡ-нахағы...”).
* * *
Мөхәббәт – ул ғүмер буйы ла асылып бөтә торған донъя түгел. Ул – мәңгелек сер булып ҡала торған мөғжизә, тойғо, кисереш, халәт. (“Нимә ул мөхәббәт? Бармы ул?”).
* * *
Мөхәббәткә шаһит кәрәкмәй.
(“Бәхетебеҙҙең артыҡ ташҡан сағын...”).
* * *
Мөхәббәттә әрһеҙ булһаң, йәрһеҙ булырһың. (“Көндәлектәр”. 26.12.1997).
* * *
Мул тормошҡа бикле ҡапҡа,
Хеҙмәт – асҡыс шул йоҙаҡҡа