12.05.2017 Өсөнсө дәрес (булған хәл)
Класта немец теле дәресе башланды. Уҡыусылар үрә баҫып, уҡытыусы Нәҙхәт Насировты ҡаршы алды. Дүшәмбе көндө күптәр, ауыр, ти. Уҡыусылар өсөн дә шулайҙыр. Ул көндө, зиһен таралмаһа ла, бер нимәгә лә күңел ятмай. Күптәр кисәге көн менән йәшәй бирә. Нәҙхәт немец теле дәфтәрен партаға алып һалды, ә уйы кисә Үргелә йәш йүкә эҙләгәндә ҡышҡы тәбиғәт менән наҙланған сағында ине. Көнө буйы урманда булып, өйгә ҡайтҡас, сабата үрергә ваҡыты ҡалманы. Йүкә ҡабығынан 14 таҫма телде, сабата башы иште, ә бына үрергә өлгөрмәне.
Ял көнө иртәнге эңер шыйығая башлағас та Нәҙхәт саңғы кейеп, балта ҡыҫтырып урманға китте. Урман эсенә ингәс тә ҡуян эҙенә тап булды. Ул ағас араһынан сығып, әллә ниндәй боролмалар яһаған да, кире урманға боролған. Был инде урман ҡуянының эше. Ҡырҙыҡы урман эсенә инергә батырсылыҡ итмәҫ ине. Эҙе ҡыуаҡтар араһына инеп юғалған. Тимәк, өңөнә һикереп ингән, хәйләкәр төлкө табырлыҡ түгел. Һәр кемдең йәшәгеһе килә. Ҡуяндың көлтә ҡойроҡтан да хәйләкәрерәк икәненә Нәҙхәттең иҫе китте.
Урман аҡтан кейенгән, тып-тын. Аҡ болоттан туҙғыған ҡар бөртөктәре ашыҡмайынса, иренеп кенә ағастарға ҡуна, ергә төшә. Йым-йым килеп, тибрәлә-тибрәлә оса улар. Хәйләкәрерәктәре ағас ҡайырыһының йыйырсыҡтарына боҫоп, ял итергә ынтыла. Һыбыҙғы ел уларҙы ҡымшыта, ғәмһеҙерәктәрен һепереп ергә төшөрә. Ергә төшкәне яҙға тиклем ҡаты йоҡоға тала. Ҡышҡы урмандың матурлығына хайран ҡалып баҫып торғанда, Нәҙхәттең иңбашын йомшаҡ ҡар ҡапланы. Башын күтәреп ҡараһа, ағас олононда тумыртҡа туҡылдап ултыра икән. Ҡаты суҡышы менән олонона һуҡҡан һайын, ағастан ҡар бәйләме ҡойола. Күҙҙәрен төтөн һымаҡ аҡ пәрҙә томаланы. Шул минутта ғына уның йүкәгә килгәне иҫенә төштө. Саңғыһын һалып, ҡарға ҡаҙаны. Ҡулбашынан ҡарҙы һыпырып, бүреген сисеп ҡаҡты, үҙенән оҙонораҡ, беләк йыуанлығы дүрт йүкә ағасын ҡырҡып алды ла, килгән саңғы эҙенән ауылға табан юл алды. Тирә-яҡҡа ҡышҡы ҡараңғылыҡ йәйелә башлағайны инде.
“Йүкәнең сәскәһе – бал, ҡабығы – һалабаш, сереге – дарыу, ағасы – һөйән”, – ти халыҡ. Элегерәк бармаҡ йыуанлығы ғына йүкәнең ҡабығын һыҙырып, һыбыҙғы яһайҙар ине. Хәҙер һыбыҙғы ҡайғыһы үтте, сабата үрергә кәрәк. Беренсе класта уҡығанда уҡ Нәҙхәт был эшкә өйрәнде. Хәҙер инде һатырға ла үреп өлгөрә. Бер пар сабата һатһаң, бер китап йәки бер нисә дәфтәр алырға була. Йүкәнән бау ишәләр, ҡабығын һыуға һалып, йыуғыс сығаралар. Һалабаштан септә һуғалар, септәнән ҡапсыҡ тегәләр, иҙәнгә балаҫ урынына ла йәйәләр.
Иртән, мәктәпкә китер алдынан өҫтәлдә ожмах ниғмәттәре булһа ла, тамаҡ ялғап өлгөрмәйһең. “Аҙыҡлы ат арымаҫ” тигән мәҡәлде иҫтә тотоп, үҙең менән ашамлыҡ алаһың. Бөгөн Нәҙхәт мәктәпкә мейестә ҡабығы менән тәгәрәтеп бешерелгән ике бәрәңге алып килгәйне. Аслыҡтан ҡасып булмай. Икенсе дәрес аҙағында эсе бора башлағас, түҙмәне, тамаҡ ялғарға булды. Парта аҫтында бәрәңгене әрсеп ауыҙына ҡапты. Шул мәлдә генә уҡытыусы уны таҡта янына саҡырҙы.
Уҡытыусыны ишеткәс кенә, үткән аҙналағы немец теленән бирелгән өйгә эше иҫенә төштө. Гетеның “Wanderers Nachtlied” исемле шиғырын яттан һөйләргә ҡушылғайны. Уҡытыусы дәрестә өй эшен эшләгәндәргә билдәләрҙе лә әйтте:
– Ике куплетын да дөрөҫ әйтелештә, интонация менән уҡыһағыҙ – “бишле”.
– Бер куплет өсөн нисә ҡуяһығыҙ, ағай? – тип һораны староста Рәшиҙә йылмайып, уҡытыусыға ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында разведчик булған лейтенант Насиров һорауҙы ишетте.
– Киләһе дәрестә – бер куплетын, алдағыһында икенсеһен яҡшы итеп һөйләһәгеҙ, “өслө” һеҙҙеке, – тине уҡытыусы.
Немец телен яҡшы белгән Насиров һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелешенә, интонацияға ҙур иғтибар бирә. “Һеҙҙең һөйләш әҙәби немец теленә яҡын булырға тейеш”, – тип йыш ҡабатланы ул. Миҫал өсөн төрлө тексты яттан һөйләп күрһәтә ине.
– Ағай, мин әле шиғырҙы ятлап өлгөрмәнем,– тине Нәҙхәт. Ул башын күтәрмәй генә класты күҙәтте.
– Нимә ҡамасауланы?
– Ваҡыт етмәне.
– Аңлайым, өйҙә һәр кемгә лә эш етерлек. Һин ҡайһы ауылдан?
– Юғары Саттан.
– Бынан ул нисә саҡрымда?
– 11.
– Килеп-ҡайтып йөрөйһөңмө?
– Эйе.
– Мәктәптән ҡайтҡанда көн һайын ике сәғәт самаһы ваҡытығыҙ бушҡа уҙа. Бында “бушҡа” һүҙен тырнаҡтар эсенә алырға кәрәк. Шулай ҙа, уйлап ҡараһаң, Фәтхиев, дәрескә әҙерләнмәй килеп, иғтибарһыҙ ултырғаның өсөн “икеле” ҡуям, – тине уҡытыусы. Уйлап ҡараһаң, тине, сөнки башҡа ауылдарҙан да килеп уҡыусылар әҙ түгел. – Ваҡытында дәрестәргә әҙерләнмәй үҙегеҙгә үҙегеҙ ауырлыҡ тыуҙыраһығыҙ, – тип тамамланы һүҙен мөғәллим.
– Ауырлыҡты тыуҙырыуҙан да еңел эш юҡ, ағай, – тине Лүзә көлә-көлә.
– Эй, ағай, ниңә улай итәһегеҙ, ул башҡа фәндәрҙән гел “бишле”гә уҡый, – тине алғы партала ултырған Нәзимә.
– Башҡа фәндәрҙә эшем юҡ. Минең дәрестә ҡомһоҙланып ултырмағыҙ. Ҡарын аслығын күңел аслығына әйләндермәгеҙ!
– Ҡомһоҙҙоң мороно ҡырҡ йыл алдан ҡысыта, – тине ерән сәсле гармунсы Рәиф Муллаянов. Был һүҙҙәрҙән һуң күптәр шарҡылдап көлөп ебәрҙе, кемдер уйға сумды.
Дәрес бөттө, оҙон тәнәфес башланды.
– Ауыҙыңды сәпелдәтмәһәң булмаймы ни? – тип һораны Малик, көлөмһөрәгән дә, борсолған да ҡиәфәтен күрһәтеп. Икенсе партала ултырған Әнисә:
– Ас кешегә икмәк еҫе сәскәнән дә танһыҡ, тигәндәй, мин бәрәңге еҫенең тәмен һиҙҙем, хатта тел остарын ярһытты, бөтә тәнгә наҙ йүгерҙе. Бүлмә, ысынлап та, бәрәңге еҫенә тулды, бешеренгән кухняға әйләнде тиерһең.
– Ас кеше асыулы була, тиҙәр. Нәҙхәт, күҙеңә түңәрәк әйбер дүртмөйөш булып күренмәйме? – тип һораны Малик, халыҡ мәҡәлен үҙгәртеп. Уның тауышында ниндәйҙер яуыз тантана, зәһәрле мыҫҡыл һәм шатлыҡ бар ине. Нәҙхәттең уҡытыусыһына асыуы һиҙелмәне, шулай ҙа күңеле кителде, ҡыҙыу мунса ташында беште.
Дәрес бөткәс, лейтенант Насировтың һуғышта булған-күргәне, Гете шиғыры менән бәйле ваҡиға иҫенә төштө. Өс йылдан ашыу разведкала йөрөп, тиҫтәләгән “тел” алып ҡайтты улар. Немец әсирҙәренең һөйләгәнен ул тәржемә итә ине. Йыш ҡына разведкаға немец лейтенанты формаһында барҙы. Бер ваҡыт разведчиктар төркөмөн немецтар һиҙеп ҡалып ут асты. Разведчиктар яуап бирмәне. Көтмәгәндә лейтенант Насиров:
– Nicht Schiessen, unsere!– тип ҡысҡырып ебәрә. Атыш туҡтай, бер нисә секундтан немец лейтенанты кейемендәге Насиров аяҡ үрә баҫып алға атлай. Гетеның “Wanderers Nachtlied”ен яттан һөйләй башлай. Бер куплетын да уҡып бөтөрмәй, немецтарҙың бер нисә һалдаты “gut-gut” тип уға ҡаршы атлай. Шул мәлдә ятып ҡалған разведчиктар дошманды автомат очереды менән юҡ итә. Бер пуля Насировты ла яралай. Разведка төркөмө немец офицерын пленға төшөрә. Ул “тел” беҙҙең ғәскәргә һөжүм башларға ярҙам итә. Ә лейтенант Насиров, ҡыйыулыҡ күрһәтеп, немецтар тылына уңышлы рейд яһағаны өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. “Лейтенант Насировтың батырлығы пулемет амбразураһына ташланыу менән бер”, – тиелгән була орденға тәҡдим иткән яҙмала.
Нәҙхәт тәнәфестәрҙә уҡытыусыны ситләберәк үтергә тырышты. Гете шиғыры тынғы бирмәне, Нәзимәнең маҡтау һүҙҙәре лә иҫенән сыҡманы. Йөҙ маҡтаныуҙан бер маҡталыу артыҡ, ти халыҡ мәҡәле. Кластағы иң алдынғы уҡыусыларҙың береһе әйткән маҡтау һүҙҙәре аҫтында алынды “икеле” билдәһе. Уны төҙәтеү ғәҙәти алынған “икеле”не төҙәтеүҙән нимә менәндер айырылырға тейеш. Ул шиғырҙың лейтенант Насиров өсөн мөһим икәнен уҡыусылар ғына түгел, бөтә ауыл халҡы белә ине. Һуғыш йылдарында тиҫтәләгән “тел” ташыған, йөҙләгән немец әсирен тәржемә иткән яугир тураһында шундай шиғыр юлдары ла бар:
Ниндәй генә немец әсирҙәрен
Насиров тәржемә итмәгән.
Гитлер ғына үлеп ҡотолған, ти,
Шуға уға барып етмәгән.
Икенсе дәрестә уҡытыусы Нәҙхәтте урынынан ҡуҙғатманы, уҡыусының инициативаһын көткәндер. “Икеле” хужаһы ла бөтөрөлөп барманы. Өсөнсө дәрестә инде теге “икеле” уҡытыусының үҙен күберәк борсоно. Ул класҡа инеү менән хәрбиҙәрсә:
– Фәтхиев, Ямаҙы юлын нисегерәк тапаның, тыңлап ҡарайыҡ әле, – тине. Нәҙхәт урынынан торҙо. “Икеле”не таҡта янында алғайны, бөгөн дә таҡта янына килде. Ашыҡмай ғына уҡыусыларға боролоп “Wanderers Nachtlied”не яттан һөйләй башланы.
Uber allen Gipfeln
Ist Ruh.
In allen Wipfeln
Spurest du
Kaum einen hauch.
Die Vogelein schweigen im Walde…
Warte nur, balde
Ruhest du fuch.
Уҡытыусы иғтибар менән тыңланы. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе ишеткәс ирендәре һелкенде: эстән генә төҙәтмәләр яһанымы, әллә ҡәнәғәтлеген белдерҙеме... Нәҙхәт һөйләп бөткәс, уҡытыусыға ҡараны ла, дауам итте:
Горные вершины
Спят во тьме ночной;
Тихие долины
Полны свежей мглой.
Не пылит дорога,
Не дрожат листы...
Подожди немного,
Отдохнешь и ты.
– Урыҫсаһын һөйләгәс, башҡортсаһын да һиптер инде, – тине Әнүәр. Бөтә класс бөгөлә-һығыла, хор менән шырҡылданы. Уҡытыусы шиғыр уҡыған уҡыусыһының аяҡтарына ҡараны. Бөгөн ул яңы сабатала ине. Уҡытыусы егеттәрсә урынынан һикереп торҙо ла:
– Бик яҡшы идея! Һеҙҙең арала буласаҡ уҡытыусылар, яҙыусылар барҙыр. Берәйегеҙ был темаға тотонһа, бик яҡшы булыр. Ҡайһы бер яҙыусылар ижад юлын тәржемәнән башлай. Тәржемә – әҫәрҙең характерына һәм йөкмәткеһенә ҡарата үҙ телеңдең үҙенсәлектәрен ҡулланыу, тигән һүҙ. Гетены тәржемә итеү – ауыр мәсьәлә. Лермонтовтың тәржемәһен ҡулланһағыҙ ҙа урынлы, – тип класс менән һаубуллашты.
Дәрестән һуң Нәҙхәттән дә бигерәк Нәзимә шатланды. Ул уҡыусыға ҡараны. “Шунан, минең һүҙҙәр дөрөҫ булдымы?” – тигәнде аңлата ине ҡараштары.
Нәҙхәт ФӘТХИЕВ,
техник фәндәр кандидаты, хеҙмәт ветераны.