«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.05.2017)



10.05.2017 Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.05.2017)

Рауил БИКБАЕВ Фекерҙәр һәм афоризмдар (10.05.2017)
Берәүҙәр – ил инәһе,
Берәүҙәр – мир бисәһе.

* * *
Берәүҙәр – ҡурсалар,
Берәүҙәр – ҡурҡалар.

* * *
Берәүҙәр – типтерә,
Берәүҙе киптерә.

* * *
Берәүҙәр – шәһит,
Берәүҙәр – шаһит.

* * *
Берәүҙәргә иң изгеһе –
ғибәҙәттер,
Икенсегә ғәйбәт сәйнәү төп
ғәҙәттер.

* * *
Бигерәк сәйер әҙәм балаһы –
Тота һалып барыһын алаһы!

* * *
Биҙҙермәһен кеше кешеләрҙе,
Ташламаһын уны йән дуҫы.
Йән дуҫы ла хатта ташлағанда,
Ташламаһын уны намыҫы.
(“Биҙмәһендәр минән хыялдарым...”).

* * *
Бикле ишектәрҙе астырҙы,
Йылмаймағандарҙы йылмайтты
Башҡорт балы.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).

* * *
Бирелмәгәс моңло тауыш,
Төҫө менән арбай тауис.

* * *
Бихисап – аймылышҡаны,
Бик һирәк – ҡауышҡаны...

* * *
Болалар яңғыраған донъяла,
Йолалар яңырған донъяла,
Догмалар ҡыйралған, ватылған,
Доғалар сүплеккә атылған,
Гөл кеүек донъялар ҡырылһа,
Терелгән сәңгелдәк йырынан.
(“Сәңгелдәк йыры”).

* * *
Болот нисек кенә бейек булһа ла, ҡояштан бейек була алмай.
(“Көндәлектәр”. 1.07.1978).

* * *
Бомба ята ер шарында.
Сос бул, кеше!
(“Ҡояш сыҡты. Үҙ ҡабығын...”).

* * *
Боронғоларҙы хәтеребеҙҙән юйһаҡ, уларҙың хәтерҙәре ҡалыр, үҙебеҙ ҙә иҫһеҙ-аңһыҙға әйләнербеҙ.
(“Хәтеребеҙҙән юйһаҡ, хәтерҙәре ҡалыр”).

* * *
Боҫмаҡсы булһаң ышыҡҡа,
Убылырһың бушлыҡҡа.
(“Юлдың тигеҙе яҡшы...”).

* * *
Бөгөн эшләр эште бөгөн эшләп,
Шатлыҡтарҙы тигеҙ бүләйек.
Иртәгә һуң булыр. Бөгөнгөнөң
Ҡәҙерен бөгөн беләйек.
(“Уҙған көндәр уйға
батырғанда...”).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға