17.05.2017 Аҙашҡан хыял (тулыһынса)
(дауамы киләһе һанда)
– Зәлифә! Зәлифә, тим! Туҡта!
Тротуар буйлап йүгерә-атлай китеп барыусы ҡатын, үҙ исемен ишетеп, туҡтап ҡалды. Уға өндәштеләр түгелме? Кит, булмаҫ. Яңылыш ишетте шикелле. Бында уны кем белһен? Мәркәз тиклем ерҙә, анау саҡлы кеше араһында әллә кем уны шәйләп ҡалған, ти. Аҙ, ти, бында Зәлифәләр!
– Зәлифәү, тим, ишетмәйһеңме ни? Туҡта! Һин бит был?!
– Эйе, мин…- тип әйтергә лә өлгөрмәне, янына әзмәүерҙәй ир килеп тә баҫты.
– Ғаяз, әллә һин инде? Хоҙайым! – Көтөлмәгән осрашыуҙан бераҙ башы әйләнеп киткән ҡатынҡай еңелсә сайҡалып ҡуйҙы. Аяҡ быуындары тотмағандай итте. Дарҫлап типкән йөрәген тынысландырып, тын алышын рәткә һалыр өсөн бер-нисә секунд ваҡыт етте.
– Тиҙ генә таныманың мине, ивет? Ә мин һине шундуҡ таныным. Бынау пәлтәңдән таныным,– тине ир. – Теге саҡта ла ошоно кейгәйнең бит, дүрт йыл элек, тим...
Пальтоһының оҙаҡ кейеүҙән ҡырыла башлаған ең остарын йәшерә-йәшерә, Зәлифә ҡаршыһында торған иргә йылмайҙы. Уңайһыҙланды үҙе. Быны һиҙҙермәҫ өсөн ян-яғына ҡаранды, күҙҙәрен йәшерҙе. Ниндәй ҡыйын хәлгә ҡалды әле ул. Уйламаған ерҙән. Ғаяз һөйләгән ул осрашыу икенсе төрлөрәк булғайны, дүрт йыл бигүк күп булмаһа ла, бик аҙ ҙа ваҡыт түгел, унда Зәлифә үҙе лә йәшерәк, матурыраҡ, пальтоһы ла яңыраҡ ине. Күңел торошо ғына бөгөнгөләй булғандыр: ошо Ғаяз менән юлдары айырылғаны бирле бер генә төрлө кисереш менән йәшәй ул. Үкенестәр менән. Хәйер, уныһы үҙеңдән башҡа кемгә кәрәк инде? Шул бөтмәҫ үкенестәре нисәмә йылдар буйына йәнен ҡамсылай. Ятһа ла, торһа ла шул бер уй мейеһен сүкей: «Ниңә улай килеп сыҡты һуң әле? Ни эшләп көтмәне уны Ғаязы? Ярата ине бит…»
– Әйҙә, ултыр машинаға, берәй ергә инеп, тамаҡ ялғап сығайыҡ,– Ғаяз ҡатынды биленән ҡосаҡлап уҡ алды. Ашығыуын төрлөсә аңлатып аҡланған Зәлифәне, ай-вайына ҡуймай, етәкләп тигәндәй, тығыҙ теҙелешкән машиналар рәтенә алып китте.
– Ана, күрәһеңме, иң ситтәгеһе минеке. Ҡыҙылдың аръяғында торғаны.
Ҡатын ҡояшта ялтлап ултырған, еүеш асфальт төҫөндәге джипты күреп, баш ҡаҡты.
– Бына ул минең танк. Әйҙә, ултыр!
Тар итәген йыртып ҡуйыуҙан ҡурҡып, машина янында тапанған Зәлифә, ярҙам көткәндәй, тирә-яғына, унан Ғаязға ҡарап алды.
– Номерың да үҙенсәлекле икән. Ә нишләп 111?
– Сөнки мин һәр ваҡыт беренсе булырға яратам. Спецзаказ. Һинең дә беренсең инем бит. – Ир кәүҙәһен уйната биреп, йылмайып ҡуйҙы.
– Ҡыҙыҡ икән, – тигән булды ҡатын, – ә мин булһам, 777-не алыр инем. Изге һан да инде. Бигерәк тә мосолман өсөн. Ете тажлы ҡурай, ете ырыу...
– О, Зәлифә! Һин бер ҙә үҙгәрмәгәнһең икән. Ниндәй ҡурай? Ниндәй ырыу? Юҡ менән булмасы! – Ир ризаһыҙлыҡ белдереп, ҡул һелтәне.
– Ә һин үҙгәргәнһең... – Машинаның йомшаҡ ултырғысына менеп ҡунаҡлаған ҡатын был һүҙҙәрен үпкәләберәк әйтте. – Йә, ярай, улай оҡшамағас, икенселәйтеп әйтәм. Ҡасандыр бер, әгәр ҙә һин китеп юғалһаң, ете тау, ете диңгеҙ артынан табасаҡмын, тигәйнең. Иҫләйһеңме шуларҙы, Ғаяз?
Ир уның әйткәндәрен ишетмәне. Әллә ишетмәмешкә һалышты.
– Машинамды әйтәм, һиңә оҡшаймы? Ҡарале, бында хатта йәшәп тә булыр ине. Бөтә уңайлыҡтар бар. Арты ла, ана, ниндәй иркен.
Кәүҙәһен яртылаш бороп, машинаның артын байҡаған Зәлифә, тубыҡтарына ҡайнар устар ҡағылыуын тойоп, һиҫкәнеп китте. «Их, яратам да инде үҙен!» – тип ҡуйҙы Ғаяз. «Мин дә!» – тип әйтеүҙән саҡ тыйылып ҡалды ҡатын, әллә үҙенә, әллә ошо танкка төбәлеп әйтелгән һүҙҙәрҙе ныҡлап төшөнмәүе генә туҡтатты уны. «Уны әйтәлер. Машинаны яратып булалыр шул? Тимер киҫәген...» Был уйҙары эсенә йылы йүгертте.
– Вот так встреча! Өфө һынлы Өфөлә һине осратыуымды әйтәм. Үәт әй! – Тел шартлата-шартлата машина тәҙрәһе һөрткән Ғаяздан күҙен алманы Зәлифә. Йөрәге күкрәгенән ысҡынырҙай булып типте. Күпме көткән осрашыу бит был! Ғүмере буйы көткән, ғүмере буйы өҙөлөп һөйгән кешеһе, беренсе йәре уның янында бөтөрөлә. Бығаса уларҙы аймылыш иткән яҙмышына үпкә һаҡлап йәшәне Зәлифә, әле килеп, әйтерһең. Бар үпкә-рәнйеүҙәре ыуалып юҡҡа сыҡты. Һүнеп барған өмөт-хыялдар баш ҡалҡытты, нисәмә йылдар күңел төбөндә быҫҡып ятҡан хистәре, бер йылы һүҙ, яғымлы ҡараштан гөлтләп ҡабынырға тора. «Әйҙә, киттек минең менән, һаман яратам», – тиһә, бер минут та уйлап тормайса, сығам да китәм. Тормошомдо яңынан башлайым. Бары ошо кеше менән бәхетле булырымды беләм. Күпме ғүмер көтөп йәшәнем. Яҙмыш бүләгелер, бөгөн юлыма үҙе килеп сыҡты. Иремде һөймәнем дә, бынан аръяғына инде һөйә лә алмам. Йәшәлде инде шунда, аптыраған көндән. Бер барғас...»
– Кейәүҙәме ул һин, Зәлифә? – Уйҙарын Ғаяз бүлде.
– Эйе, тине ҡатын ишетелер-ишетелмәҫ, теләр-теләмәҫ кенә. Был һүҙҙәрен әллә ҡайҙан төптән, көсәнеп йолҡоп алғандай булды. – Кейәүҙәмен. Ун йыл инде. Ике ҡыҙым бар. Миләүшә менән Нурия. Ҙурына – биш, кесеһе ике йәштә. Төҫкә аталарына тартҡандар, холоҡтары – минеке, – күңеленә ғәзиз исемдәрҙән ҡапыл талпынып ҡуйҙы әсә.
Телефон төймәһенә баҫып, ниҙер эшләп маташҡан Ғаяз башҡаса һорауҙар биреп торманы. « Ҡарале, минең турала бер ни белмәй үҙе. Ҡыҙыҡһынмаған да, тимәк. Ауылдағы әсәһенән һорашһа ла, һөйләп бирер ине. Хатта тормошломо, юҡмы икәнемде лә яңы һорап ултыра. Ә мин иһә уның тормошон энәһенән-ебенәсә белеп йәшәнем. Шатлығына ҡыуандым, хәсрәтенә көйөндөм. Ә ул...Йә, ярай, – тип тынысландырҙы ҡатын үҙен, – ваҡыты булмағандыр. Бынауындай машиналарҙа йөрөр өсөн көн-төн эшләгәндер. Йә булмаһа, юрый һорайҙыр. Иренән айырылып-фәлән ҡуймағанмы, яңғыҙ түгелме тип өмөтләнәлер. Онота алмайҙыр...»
– Ҡатынға смс ебәрҙем. Борсолмаһын, тим. Минһеҙ бер минут тора алмай ул. Һәр аҙымым тикшереүле, – ир телефонын һүндереп, кеҫәһенә тыҡты.
«Ышанмайҙыр», тиеүҙән тыйылды Зәлифә, «яраталыр» тигән булды. «Бына мин Уралдың ҡайҙа йөрөгәнен уйлап та биргәнем юҡ. Ышанам да. Яратмайым да...» Был һүҙҙәрен үҙ алдына ғына әйтеп, ауыр көрһөнөп алды.
Ә “танк” алға елдерҙе. Ҡала урамдарында ла трассалағы кеүек ҙур тиҙлек һаҡлауына юл буйы Ғаязды әрләп барҙы ҡатын. Эстән генә. Ҡысҡырып шелтәләргә ҡыйманы. Дөрөҫөрәге, ҡурҡты. Уның күҙҙәрен сытырлатып йомоп, ишек тотҡаһына йән-сытырман йәбешеүен күргән ир ҡысҡырып көлдө. «Барыһы ла яҡшы,– тине ул, – был машина уттан да, һыуҙан да ҡурҡмай!»
Аҙашҡан хыял (аҙағы)
«Үҙе тураһында ғына уйлай. Ә бүтәндәр? Уларҙың ғүмере менән иҫәпләшмәй түгелме? Урал улайтмаҫ ине. Юлда бик ипле генә йөрөй ул, ҡағиҙәләрҙе боҙмай. Үҙеңде генә түгел, башҡаларҙы ла хөрмәт итергә кәрәк, тип йыш ҡабатлай. Юл хәлен яҡшы белә. Юл һалыусы бит үҙе. Нисәмә саҡрымдар уның тырышлығы менән һалынған. Эшен ярата. Мин һалған юлдар кешеләрҙе бер-береһенә илтһен, зарығып көткәндәрҙе осраштырһын, ҡауышмай ҡалғандарҙы ҡауыштырһын, тип ебәргән була үҙе. Ә бына бөгөн килеп ошо юлдар ҡатынын икенсе ир менән осраштырғанын белһә, ни эшләр ине икән?»
Зәлифәнең ҡапыл эсе бошоп ҡуйҙы. Бығаса Уралының тойғо-кисерештәренә бөтөнләй иғтибар итмәй йәшәүен аңлап, аптыраны. Башҡа ирҙәр менән сағыштырып ҡарағаны ла булмаған бит хәләлен. Уйында ғына булһа ла Ғаяз менән дә сағыштырмаған, һәр икеһен ике донъя итеп кенә ҡараған. Уралын ир урынында, ә Ғаязын тотош донъя итеп күргән.
Әллә нишләне ҡатын. Әлеге мәлдә, әйтерһең, уның күңелендә ике төрлө Зәлифә ултыра. Тартҡылаша, бәхәсләшәләр, әммә һис кенә лә уртаҡ фекергә килә алмайҙар.
– Мин ҡайтайым инде, Ғаяз, – тине ул, аңын йыйырға тырышып, – өйҙәгеләр көтәлер. Автовокзалға алып барсы.
Ирекәй ялп итеп Зәлифәгә ҡараны. Сәғәтенә күҙ һалды.
– Шылтыратып әйт, эшем бөтмәне, иртәгәлеккә ҡалырға тура килде, туғандарҙа йә таныштарҙа ҡунам, тиң. Вокзалға иртәгә алып барырмын. Бөгөнгө көндө бергә үткәрәйек.
– Өфөлә туғаным да, танышым да юҡ. Ирем быны яҡшы белә,– Зәлифә, эштән асығып, өшөп ҡайтҡан Уралын, уны көтөп ултырған ике балаһын уйлап, татлы хыялынан баш тартмаҡ булды.
– Йә, ярай инде, Зәлифәкәй, ғүмер эсендә бер осраштыҡ. Алдап тор инде шунда берәй нәмә тип...
Машина эсендә көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты. «Эйе шул, – тип уйланы ҡатын, – ғүмер эсендә бер... Бер осрашҡаныбыҙ ҙа юҡ ине бит бығаса. Теге саҡ, ауылда, Ғаяздың атаһын ерләгәндә генә яҙа-йоҙа күрешеп ҡалғайнылар. Ғәзим ағай Зәлифәнең уҡытыусыһы булды, уны һуңғы юлға оҙатырға тотош синыфтары менән барғайнылар. Ул саҡ менән был саҡ араһында ла оҙаҡ дүрт йыл ваҡыт ята инде. Оҙаҡ дүрт йыл. Зәлифә өсөн ул мәңгелеккә тиң... »
Ғаяздың машинаһы зыйлап барып кафе алдына туҡтаны. Ыҡсым ғына өҫтәл артына барып ҡунаҡлағас, ҡатын тирә-яғына күҙ һалды. Талғын ғына ағылған көй уның ҡолағын иркәләне, көршәктәге гөлдәр, өҫтәлгә ябылған ҡупшы эскәтер, матур һауыт-һаба – барыһы ла оҡшай уға. Үҙен бер сихри донъяға эләккәндәй хис итте. Бындай урындарҙа бөтөнләй булғаны юҡ ине бығаса! Өй – эш – өйгә көйләнгән тормошо тамам ялҡытҡысҡа әйләнеп киткәйне. Ярай әле Ғаяз осраны, бындай матурлыҡты ғүмерҙә лә күрә алмаҫ ине. Өйөндә лә бер төрлөлөк хөкөм һөрә. Уралы арманһыҙ булып эшенән ҡайта ла, ҡайҙа ятһа, шунда йоҡлап та китә. Аҡса эшләйем, донъя көтәм тип, көн-төн тырыша, шул рәүешле көндәре төнгә, төндәре көнгә ялғана. Шул да булдымы тормош? Ялҡытты!
Ул арала официант ҡыҙ өҫтәлгә тәмле ризыҡтар теҙҙе. Ҡаршыһына килеп ултырған Ғаязға тәү күргәндәй һоҡланып һәм яратып ҡараны Зәлифә. «Бына, исмаһам, ир, – тип уйланы, – кейгән костюмы, таҡҡан галстугы ҡайһылай килешә үҙенә. Сөм-ҡара сәстәре килешле итеп артҡа таралған, ҡулындағы сәғәте ҡояшҡа ялт-йолт итеп ҡала, ҡиммәтле таштар менән биҙәлгән. Ә һөрмәле күҙҙәрендә һаман да, элеккесә, ниндәйҙер сер һаҡлана кеүек». Ниндәй бәхетле бөгөн Зәлифә! Йылдар буйы көткән кешеһе ҡул һуҙымы арала ғына ултыра. Бер өҫтәл генә айырып тора уларҙы. Ошо мәлде күпме көттө ул, ире менән булған саҡтарында ла тик Ғаязы хаҡында уйланы, ҡулдарынан тотоп, күкрәгенә башын һалғыһы, наҙлы һәм йән иреткес һүҙҙәрҙе ишетеп иркәләнгеһе килде. Бәхетле булып ҡарағыһы килде.
– Ғаяз Ғәзимович, сдача, – Зәлифәнең уйын яндарына килеп баҫҡан официант бүлде. Кәрәкмәй, үҙегеҙгә ҡалдырығыҙ, – ир көшөлөгөн түш кеҫәһенә тыға-тыға, ҡаршыһында ултырған ҡатынға өндәште. – Бында мине барыһы ла белә. Килеп инеүем менән йүгерешергә тотоналар. Ҡайҙа ултыртып, ни менән һыйларға белмәй аптырашалар бахырҡайҙар. Хәйер, бында ғына түгел, бөтә ерҙә лә шулай инде. Яраталар, тимәк! Хөрмәт итәләр!
Аҙаҡҡы һүҙҙәрен ул айырым бер ғорурлыҡ менән әйтте. Уларҙы, күрше өҫтәл артында ултырыусылар ишетерлек итеп, тағы бер ҡабатланы. «Һине яратмау мөмкин түгел!» – тип әйткеһе килһә лә, Зәлифә һүҙҙе башҡа яҡҡа борҙо.
– Ҡайҙа, кем булып эшләйһең, Ғаяз? – Уның ҙур кеше икәнен белә ине ул, тик үҙенән ишеткеһе килеп кенә һораны. Ә уныһы иһә, шуны ғына көткәндәй, түрәләргә хас тонға күсеп китте:
– Начальник булырға хыялландым бит мин, иҫләйһеңме? Әлеге көндә үҙ бизнесым бар. Үҙемә эшләйем. Дөрөҫөрәге, эшләтәм. Бүтән алйоттар ише хөкүмәткә бил бөкмәйем. Ә һин?
– Тәрбиәсе.
Бығаса яратып эшләгән эшенән тәү тапҡыр оялып ҡуйҙы ҡатын. «Бизнесмен һәм тәрбиәсе. Бер уртаҡлыҡ юҡ...». Ир башын артҡа ташлап көлдө:
– Йә, Хоҙай! Әле лә бармы ни улар? Тәрбиәсе, имеш. Ҡыҙыҡ. Бөгөнгө заман балалары институт бөтөп тыуа түгелме? Уларға тағы ниндәй тәрбиә кәрәк? Юҡты бушҡа ауҙарып йөрөйһөң икән, Зәлифәкәй! Ваҡыт әрәм итеп. Үҙеңә эшләргә, үҙеңде ҡайғыртырға кәрәк. Бына минең кеүек! Бизнес асырға! Бизнесмен булырға!
Зәлифәнең бер ҡасан да үҙен былай меҫкен итеп тойғаны юҡ ине. Яҡлау эҙләгәндәй, йәһәт кенә әйләнә-тирәһенә күҙ йүгертте.
– Мин бит шул буласаҡ бизнесмендарҙы тәрбиәләйем, – тине ул, – артистар, банкирҙар, кеше ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ табиптар ҙа миндә тәрбиәләнә. Ә һинең балаларың бармы, Ғаяз?
– О, юҡ! Ни һөйләйһең, Зәлифүш? Ундай мәшәҡәттең әлегә кәрәге юҡ. Аҡса эшләргә кәрәк, матурым, аҡса! Үҙебеҙ өсөн йәшәйбеҙ. Рәхәтләнеп театр, ресторандарға йөрөйбөҙ, сит илгә осабыҙ.
Ғаяз тағы әллә ниҙәр һөйләне, тик Зәлифә уны ишетмәне. Ул уйҙарында үҙ-үҙе менән алышты, дөрөҫ йәшәлмәгән тормошон уйлап һыҙланды. Ҡапыл ғына, ошо минуттан алып бизнесмен ҡатыны булып, мул аҡса менән ҡиммәтле кибеттәр ҡыҙырғыһы, театр, ресторандар күргеһе килеп китте. Бала йүргәге йыуып, иренең гудронға ҡатҡан кейемдәрен таҙалап үткән ғүмерен йәлләп, эсе бошто. «Ә ни эшләп Уралы бына Ғаяз кеүек түрә түгел? Булдыра алмай, ҡулынан килмәй, тимәк. Шуға ла, ана, саң эсеп, ҡояшта янып юл түшәй. Изге эш, имеш. Юҡты. Унан башҡа ла табылыр ине әле битумға болғанып йөрөүселәр...»
– Зәлифүк, әйҙә театр күрһәтәм үҙеңә. Бер ни күрмәй йәшәйһеңдер, атыу. Унан берәй ҡунаҡханала номер алабыҙ. Бөгөн ҡайтмайһың бит инде?.. – Ғаяздың тауышына һиҫкәнеп китте ҡатын. Театр! Студент сағынан бирле булғаны юҡ бит. Ихлас ризалашты. Спектакль ваҡытында ирҙең бер өҙлөкһөҙ шылтыраған телефонына ла, йыш-йыш сәғәтенә күҙ һалыуына ла иғтибар итмәҫкә тырышты ҡатын. Уға рәхәт ине.
Ҡупшы ҡунаҡхана бүлмәһендә үткән төн дә уның бер төнөнә лә оҡшамағайны. Уға шулай тойолдо. Ысын бәхеттең татлы тәмен дә тап ошонда татығандай булды. Йән һөйгәне ҡосағында. Күптән донъя мәшәҡәтенә генә сумып йәшәгән Зәлифәгә барыһы ла иҫ киткес тәьҫир итте. Иртәнге йоҡоһонан уҡ һағынып торғайны Ғаязын. Бығаса иренең: «Йоҡомдан торғансы уҡ һағынам үҙеңде, эштән дә юҡһынып ҡайтам, хатта янымда сағыңда ла һине һағынып йәшәйем», – тигәндәрен бер ҙә ысынға алғаны юҡ ине. Ысын һағыныуҙың ни икәнен белмәгән булған бит ул, хыялый! Әле килеп аңланы.
– Миңә ҡайтырға кәрәк. Кәләш шылтырата, – Ғаяз ырғып тороп, кейенергә тотондо. – Тун ҡарарбыҙ, ти ине, онотҡанмын бит...
– Яратаһыңмы? – Көтөлмәгән һорауҙан ир заты аптырашта ҡалды.
– Кемде?
– Ҡатыныңды.
«Уның менән йәшәһәм дә, һаман һине яратам», – тигән һүҙҙе көткән Зәлифәне ишеткәне тамам шаңҡытты.
– Ниндәй яратыу, Зәлифүш? Юҡ бит ул яратыу! Мөхәббәт тигәндәре лә юҡ. Кешеләрҙе ҡуш инде юҡ-бар уйлап баштарын ҡатырырға. Күберәк аҡса эшләү, мал табыу тураһында уйлаһалар, арабыҙҙа фәҡирҙәр аҙыраҡ булыр, йә бөтөнләй булмаҫ ине...
«Бына һин дә дүрт йыл буйы бер пәлтәлә йөрөмәҫ инең...» – былары ҡатындың үҙе хаҡындағы уйҙары булды.
Ғаяз көҙгө алдында бөтөрөлдө:
– Ә ҡатын-ҡыҙға килгәндә, – тине, – миндә улар муйындан, матурым, бөтәһен дә ярата башлаһаң, яратыуың етмәҫ. Йә, ярай мин йүгерҙем. Хуш! Асҡыстарын ҡалдырырға онотма!
– Ғаяз!..
Шап итеп ябылған ишек артында аяҡ тауыштары ғына ишетелеп ҡалды. Карауатта һеңгәҙәп оҙаҡ ятты ҡатын. Биттәре, муйыны буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен тыйырға теләмәне. Аҡһындар әйҙә. Күптән былай илағаны, ғәрләнгәне юҡ ине уның. Уралы ошолайтып сығып китһә лә былай уҡ ҡыйын булмаҫ ине, сөнки күңелендә Ғаязға булған һөйөүе, уның ҡасан да булһа әйләнеп килеренә өмөтө тере ине әле. Бына хәҙер бер ни ҡалманы. Йөрәген йолҡоп алып киттеләр. Хистәрен тапап, үҙен мыҫҡыл итеп.
Ауыр уйҙарынан телефон тауышы араланы. Иренән смс-хәбәр икән. «Белһәң ине, нисек һағындым!» Бығаса бындай смс-тарҙы яуапһыҙ ҡалдыра торғайны. Әле ошо бер нисә һүҙ уға тереһыу кеүек булды. Ҡалтыранған ҡулдары менән яуап яҙырға тотондо: «Мин дә!» Ҡыҫҡа ғына ошо хәбәр бығаса бер тәңгәлдән барып та тоташа алмаған ике юлды киҫештерҙе...
Ҡунаҡхана тупһаһында оҙаҡ тапанып торҙо ҡатын. Нисәмә йыл буйы күңел түрендә йөрөткән хистәренән төңөлгөһө килде уның. Ымһындырып, үҙен бөтөнләй сит тарафҡа әйҙәп, ире менән араларын һыуытып торған хыялын аҙаштырып, Зәлифә ары атланы...
...Еүеш алфальт төҫөндәге джип юл ситенән ҡуҙғалып китеп, ҙур тиҙлектә ҡала урамы буйлап сапты...
Лена Хәйруллина.