«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (14.04.2017)



17.04.2017 РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (14.04.2017)

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (14.04.2017)
Башҡорт моңо, башҡорт ҡурайына
Алҡышламай бөгөн ҡай тараф?
Бейегәндә төньяҡ амурҙары
Донъя сәхнәләре сайҡала.
(“Халҡыма хат”).

* * *
Башҡорт өйө, башҡорт көйө,
Булһаңсы гел көйлө көйө.

* * *
Башҡортостан!
Ерен-иркен һаҡлап,
Күпме ғәййәр башҡорт башы осҡан.
Килмешәктәр – түрҙән,
Аҫабалар – остан.
Үрҙә – ҡуштан, кәштән,
Үҙеңдеке – тышта.
(“Хазина”).

* * *
Башҡортостан!
Тамсы нурыңа ғына
Тиңләй алһам ине йырымды,
Һинең кеүек, йомарт бүлһәм ине
Башҡаларға йөрәк йылымды.
(“Тыуған ерем! Ҡуйыныңдан бәрелә...”).

* * *
Башҡортостан һаман балҡыр –
Беҙҙең менән Урал батыр!
(“Хазина”).

* * *
Башлы балыҡ арзаныраҡ һатыла,
Ҡыйбатыраҡ хаҡы башлы әҙәмдең.
(“Кеше һатыу булған, бар һәм буласаҡ...”).

* * *
Башһыҙ башлыҡтарға кәңәш
биреп,
Башы осҡан күпме зирәктең.
(“Хакимдарға аҡыл өйрәтеүҙең...”).

* * *
Башы икәү түгел
Хатта башбаштаҡтың.

* * *
Башыңды эшләт, баш ват тип,
Уны гел аптыраталар.
Юҡ башты нисек эшләтһен?
Юҡ башты нисек ваталар?
(“Башыңды эшләт, баш ват тип...”).

* * *
Беҙ бөткәндән бөтмәҫ донъя.
(“Көсөм бар ҙа – тауың бөттө...”).

* * *
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, булырбыҙ!

* * *
Беҙ кемдәрҙеңдер алдында баш эйеп, бил бөгөп йәшәргә өйрәнмәгәнбеҙ. Бил бөкһәк, хеҙмәткә бил бөктөк, баш эйһәк, тыуған еребеҙгә, бураҙнаға, шифалы шишмәләребеҙгә, ололарыбыҙға һәм һөйөүебеҙгә баш эйҙек.

* * *
Белем алға ла әйҙәй,
Белем ҡулды ла бәйләй.

* * *
Белемдәр бар ҙа ул –
Белек юҡ.
Иркен дә ул донъя –
Ирек юҡ.
(“Хазина”).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға