«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Ит киҫәген кире алған”



27.05.2017 “Ит киҫәген кире алған”

“Ит киҫәген кире алған”
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында беҙҙең ауылда йәшәгән Миңлеғәле бабай әбейе менән күрше Эткөсөк ауылына ҡунаҡҡа барған. Табында, йола буйынса, ит һоғондорошоу башлана. Мәрәкәсел ҡарт ит киҫәгенә алдан еп таға ла, уны ҡаршыһында ултыр­ған урындағы муллаға ҡаптырып: «Һин ғүмерең буйы хәрәм аҙыҡ ашаның», – тип ауыҙынан кире тартып ала. Ныҡ асыуланған дин әһеле яуап итеп ашлы тәрилкәһен уға бәрә. Ошо хәлдән һуң йорт хужаһы шунда уҡ атын егеп, Миңлеғәле ҡартты хәләл ефете менән ауылдарына оҙата. Шул хәлгә бәйле, ауылдаштары унан: «Эткөсөктә нисек ҡунаҡ булып ҡайттың?» – тип һорап мәрәкәләр булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға