06.05.2017 “Үҙебеҙҙеке йәл”
Сабир ағайҙың малайы күршеләге тиңдәшен туҡмап, илатып ҡайтарған. Малайҙың әсәһе сыбыҡ тотоп уларға килгән һәм уның менән балаларының арт һабағын уҡытыуҙы талап иткән. Атай кеше уйланып торған да: «Малай йәл, үҙебеҙҙеке бит», – тип белдергән. Ошо хәлдән һуң уны ололар: «Үҙеңдеке йәлме?» – тип мәрәкәләне.