«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Һунарсы булып ҡараған»



20.04.2017 «Һунарсы булып ҡараған»

«Һунарсы булып ҡараған»Беҙҙең ауылда ғүмер буйы ат ҡараусы булып эшләгән бер кеше бар ине. Үҙе бөкрө генә, йөҙөн һаҡал баҫҡан, кейеме лә иҫке-моҫҡо, ә аяғына оҙон ҡуныслы резина итек кейә. Ул таңдан тороп, кис тауҙарға ҡыуған аттарын эҙләй. Улар йә тауҙар аша, йә туғайға һыу эсергә төшә. Мәхейән олатай иртәнсәк, өйрәнеп бөткән бит, тауҙарҙы ҡарай ҙа: «Аттар юҡ, туғайға төшкәндер», – тип уйлап, ундағы бер һаҙлыҡҡа йүнәлә.
Яҙын йылға ағып, бында төрлө ҙурлыҡтағы күләүектәр яһала. Барһа, аттар юҡ, һимеҙ генә өйрәктәр шыпырлай күләүектәрҙә. Ат ҡараусыла һунарсы инстинкты уяна. Ярты сәғәттә өйрәктәрҙе бәреп-һуғып, үлтереп, өйөп һала. Унан шатлана-шатлана тал сыбығы менән аяҡтарын бәйләй. Табышын яурынына аҫып, ауыл яғына йүнәлә. Йылға буйынан атлап ҡайта. Ғирфан бажаһына инеп, маҡтанып алырға онотмай. Ул: «Һин һәр саҡ, һунарсымын, тип һөйләнәһең, тапҡаның бармы ошондай табышты?» – тип өйрәктәргә күрһәтә. Һунарсы бажаһы, өйрәктәргә күҙ йөрөтөп: «Һин бит йорт өйрәктәрен алып килеп тораһың! Туҡтап тор, артыңдан хужаһы ла килеп етер», – тип әйтә һала.
– Ҡарарбыҙ! Бажа, һин шаяртаһың! – тип өйөнә табышы менән атлай ат ҡараусы.
Бер сәғәт тә үтмәй, рәхәтләнеп сәй эсеп ултырғанда көтөм ҡарттың ҡарсығы килеп, ғауға ҡуптара.
– Һин ни эшләп беҙҙең өйрәктәрҙе үлтерҙең? Түлә әйҙә! – тип ҡысҡыра башлай.
Мәхейән олатайҙың башына етте, буғай. «Яңылыш, еңгә! Көтөүҙәге бер һарығымды кис менән килеп алырһығыҙ!» – тип әйтә һала.

Зиннәтулла ӘЛЕКБАЕВ.
Ырымбур өлкәһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға