«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (7.04.2017)



10.04.2017 РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (7.04.2017)

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (7.04.2017)Барыһын да һөйөү йәшәртә,
Барыһын да һөйөү һарғайта.
(“Шау сәскәлә ине әле донъя...”).

* * *
Баҫыу барҙа – йәшәү мәңгелек.
(“Хазина”).

* * *
Батшалар телен киҫкәндә лә
Башҡортом бит телһеҙ булмаған!
(“Халҡыма хат”).

* * *
Батшаларҙы ла дәүерҙәр убалар.
Күбеһенән ҡалмай хатта убалар.

* * *
Батырҙарын күпме ҡырһалар ҙа
Буш тормаҫ ул башҡорт эйәре.
(“Мортазиндың һуңғы һүрәте”).

* * *
Батырлыҡты тыймай һис бер ырым,
Яҡшылыҡты тыймай бер миҙгел.
Намыҫың ҡушҡанына бул тоғро,
Күңелең әйткәненә бул һиҙгер!
(“Гәзит-эфирҙарҙан ябырылып...”).

* * *
Башҡа кеше минән аҡыллыраҡ, башҡа кеше минән белемлерәк тип уйла.
(“Көндәлектәр”. 25.04.2005).

* * *
Башҡа халыҡ батыры менән
Батырлы булып булмай.
(“Замана ҡобайыры”).

* * *
Башҡаларҙың йөҙөн хурлап,
Таңы атмаҫ халыҡтың.
Башҡаларҙың данын урлап,
Даны артмаҫ халыҡтың.
(“Замана ҡобайыры”).

* * *
Башҡорт аты елеп етмәҫ ергә
Барып етте башҡорт китабы.
(“Халҡыма хат”).

* * *
Башҡорт балаһы мин,
Ер хәтерендә
Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
Быуындарға ялғап быуындарҙы
Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
(“Халҡыма хат”).

* * *
Башҡорт ҡобайырҙарындағы шиғри алымдарҙың, троптарҙың, әҫәрҙән әҫәргә күсеп йөрөгән ҡайһы бер клишеларҙың урта быуаттарҙа ҡыпсаҡ далалары киңлектәрендә, Алтын Урҙа мөхитендә йәшәгән традициялар менән уртаҡ тамырҙары бар. Башҡа тарафтарҙа был традициялар күптән тарихҡа әйләнһә лә, башҡорт ерлегендә ул ҡобайыр жанры булып күкрәп йәшәүен дауам иткән һәм беҙҙең көндәрҙә лә шиғриәт майҙанынан киткәне юҡ.

* * *
Башҡорт ҡулы ҡысытҡандан ҡылыс­ҡа тотонмаған, илен һаҡлап ҡорал алған.
(“Ҡанатлы Бабич”).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға