«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.03.2017)



27.03.2017 РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.03.2017)

РАУИЛ БИКБАЙ Фекерҙәр һәм афоризмдар (27.03.2017)Алға бармаған артта ла ҡалмаҫ,
Аҫылдарҙы Тәңре янына йыя,
Алтындарҙы ергә йәшергәндәй.
(“Һуңлап яҙылған шиғыр”).

* * *
Атайҙары ҡарап тора алһын,
Малайҙары атҡа менгәндә.
(“Атайҙар һәм улдар”).

* * *
Атаҡайың-әсәкәйең янына
саҡырғанда
Әсәкәйеңдең янына кил, кил һин иң
алда.
(“Хәҙистәр”).

* * *
Атланһаң да арыҡ атҡа,
Уйың менән фәҡир булма.
Елдерһәң дә арғымаҡта,
Яманатлы зат – ир булма.
Шағирҙарҙың батшаһы бул,
Батшалар шағиры булма.
(“Атланһаң да арыҡ атҡа...”).

* * *
Аттарымды алмаштырған булыр,
Антымды мин алмаштырмамын.
(“Аттарымды
алмаштырғанда ла...”).

* * *
Атылыр йондоҙҙо атылдырмай булмай,
Атылыр кешене аттырмай була.
(“Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”).

* * *
Ауыл алйотһоҙ булмаҫ!
(“Көндәлектәр”. 19.04.2011).

* * *
Ауыр саҡта дуҫын ташлап ҡасҡан
Ҡабат ҡасмаҫ тимә һис ҡасан.
(“Сыныҡтырҙы...”).

* * *
Ауырлыҡтар баҫһа, аумаҫ өсөн,
Ҡалмаҫ өсөн ебеп, еңелеп,
Үҙ-үҙеңә ышанысты юйма,
Үҙ-үҙеңә таян иң элек.
(“– Бөйөк китаптарҙы ғына уҡы...”).

* * *
Ауырлыҡты еңеләйткең килһә,
Тик ауырҙы күтәр.
(“Ваҡыт”).

* * *
Аш-һыуҙарын итһә бәрәкәтле,
Шул ҡатын-ҡыҙ булыр иң хөрмәтле.
(“Йөҙ ҙә бер хәҙис”).

* * *
Аяғындағы башмағы
Ҡыйбатыраҡ буш башынан.

* * *
Аяҡ – атлар өсөн,
Аҡыл – аңлар өсөн.
Күҙ – юлдан яҙмаҫ өсөн,
Әҙәп – әҙәм аҙмаҫ өсөн.
Ҡул – яҡшылыҡ ҡылыр өсөн,
Күңел – сафлыҡҡа тулыр өсөн...
(“Көндәлектәр”. 8.05.2014).

* * *
Аяҡ ергә тейгәс, тойҙом:
Бит буйлап аға тирем,
Һинһеҙ бигерәк ҡыйын икән,
Ерем! Ерем!
(“Ағиҙел аша сыҡҡанда”).

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға