«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



18.12.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Һаумы, Рауза апай, – тип ҡосаҡлап ала ҡунаҡҡа килгән ҡатынды бәләкәй ҡыҙ. – Һеҙҙең беҙгә киле­үегеҙ ниндәй яҡшы. Хәҙер беҙҙең өйҙә тулы бәхет урынлашасаҡ.
– Ни өсөн һин улай тиһең әле?
– Сөнки атайым, һеҙҙең беҙгә киләсәгегеҙҙе белгәс: «Эйе тулы бәхет өсөн беҙгә ул ғына етмәгәйне!» – тине.

* * *
Ир-аттар бөтә нәмәне лә асырға өйрәнгән: фәнни асыштарҙы, ҡатын-ҡыҙға ишектәрҙе, шешәне, тәүге күргән кешеһенә, бер нисә шешә бушатҡас, бөтә күңелен...
Ә бына ҡатын-ҡыҙ, кире­һенсә, бөтә нәмәне лә йәшерә: иренән һөйәрен, балаларынан ире менән айырылышыуын, бөтәһенән дә үҙ йәшен, ә үҙенән – үҙ ауырлығын.
* * *
ҡатын-ҡыҙҙар ир-атҡа ҡарағанда һуңыраҡ үлә. Сөнки улар мәңге һуңға ҡалып йөрөй.
* * *
Бәләкәй синыфта уҡыусы малай – уҡытыусыһына: «Әҡлимә Сәғитовна, мин дә һеҙҙең менән ҡайһы ваҡыт риза түгелмен. Әммә бының өсөн һәр ваҡыт һеҙҙең атай-әсәйегеҙгә шылтыратмайым да һуң!».
* * *
Ресторанда. ҡатыны иренә:
– Анауы иҫерек – минең элекке ирем. Беҙ уның менән айырылышҡандан һуң ул инде етенсе йыл эсә, – ти.
– Юҡты һөйләмә! – ти ире. – ­Ете йыл буйына быны «йыуыр» өсөн ниндәй һаулыҡ кәрәк?
* * *
Ир:
– ҡәҙерлем, шәкәр ҡайҙа?
ҡатын:
– Аңра, биш йыл буйына шәкәр тышына «тоҙ» тип яҙыл­ған, кофенан бушаған һауытта икәнлегенә өйрәнергә тейеш инең инде. Тик әлегә унда шәкәр юҡ.
* * *
Бала саҡта тыуған көн – ул иң яратҡан байрам – бүләктәр, бүләктәр һәм тағы ла бүләктәр. Ә ололарға тыуған көн – ул баш ауыртыуы, күңел болғаныуы һәм сығымдар, сығымдар һәм тағы ла сығымдар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға