15.03.2017 Кемдә ниндәй еҫ?
Йәй көнө сауҙа йорто янынан үтеп барам. Унда эскәмйәлә оло йәштәге ир менән ҡатын ял итеп ултыра. Ирҙең ҡосағында 3 – 4 йәшлек ҡыҙ бала. Ул көлә-көлә олатаһының ирененән үбергә маташа. Һаҡалтай олатаһы, үбергә ирек бирмәй, башын тегеләй-былай борғослай. Ейәнсәре оторо шашып һаман уға инеп барғас, өләсәй кеше әллә ҡыҙғанып китте, түҙмәй, ҡыҙға үрелде:
– Ейәнсәркәйем, ҡуй, олатайыңды үпмә, ул шундай һаҫыҡ, фу-ууу!!!
Көләкәс ҡыҙсыҡ уға боролдо:
– Юҡ, өләсәй, ул “фу-ууу” түгел! Унан ни бары олатай ғына һаҫығы сыға, – өләсәһенә тештәрен емелдәтте, – ә һинән – өләсәй һаҫығы!