03.03.2017 “Мин алырмын, ғәҙеллекте яҡлап, Ҡәләмемде, манып ҡаныма...”
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми ҒАРИПОВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл
Иң бөйөк һүҙ әйтелмәгән,
Иң бөйөк көн әле ул алда.
Килер ул көн, килер ул ҙур байрам,
Туй яһарбыҙ шаулап урамда.
Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,
Ярһыу атым янып йығылыр.
Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,
Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.
һөйләшһәләр әгәр туған телдә,
Телгә алыр улар мине лә.
Сөнки мин киләсәк менән бергә
Һаҡлап саптым, телем, һине лә