20.02.2017 “Шиғри юлдар һиңә, һөйөүем...”
Ошондай исем аҫтында үткән шиғри бәйгебеҙ тамам. 14 февраль – Бөтә донъя ғашиҡтар көнөнә ҡарата иғлан ителгән конкурста барлығы 112 шиғыр ҡатнашты. Тәү осорҙа тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына йөрәк хистәрен еткерһә, бәйге аҙағына табан бер нисә көслө зат вәкиле лә һөйгән йәрҙәренә ҡарата йылы һүҙҙәрен еткерергә батырсылыҡ итте.
Бәйгелә ҡатнашҡан барлыҡ авторҙарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Күңелегеҙ һәр ваҡыт яратыу хисе менән тулы булһын, ғаиләгеҙгә именлек, үҙегеҙгә һаулыҡ, бәхеттәр насип итһен! Һәр ваҡыт беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!
Әҫәрҙәре бөгөнгө һанда тәҡдим ителгән авторҙарҙы һәм үткән һандың тәүге битен матур шиғыры, үҙенсәлекле фотоһы менән биҙәгән Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбаеваны еңеүсе тип иғлан итәбеҙ! Улар Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк концерттарға саҡырыу ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн редакция телефонына шылтыратырға.
Бир ҡулыңды!
Бир ҡулыңды! Әйҙә минең
менән
Етәкләшеп алтын көҙҙәргә!
Беҙ бит инде күптән
күнеккәнбеҙ
Арттан ҡарап ҡалған күҙҙәргә.
… Йәшлегемдең йәшел
яҙҙарында
Устарыңа һалдым ҡулымды,
Мөхәббәтең, иғтибарың менән
Яҡтырттың һин барыр юлымды.
Ҡулдар – ҡулда, күҙҙәр
күҙҙә булғас,
Йәйҙәребеҙ булды еләкле,
Минең өсөн һин һаман да
шул уҡ:
Яҡын, ғәзиз, ҡайнар йөрәкле.
Бир ҡулыңды! Әйҙә
алтын көҙгә!
Күҙҙәреңдә һаман наҙ ғына…
Һинең менән мин һаман да
йәп-йәш,
Көҙҙәрем дә, гүйә, яҙ ғына.
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.
Һиңә
Болотло ине килер
көндәрем дә,
Бер ҡарашың менән яҡтырттың.
Һыуыҡ ине йылы мәлдәрем дә,
Йөрәк утың менән йылыттың.
Ҡайҙа барам тиеп баш
ватһам да,
Һиңә генә илтте юлдарым.
Өшөгәндә, устарыңдың
йылыһы
Иркәләне минең ҡулдарым.
Осрашыуҙар тура килгән
мәлдә,
Күҙҙәреңә тултырып ҡараттың.
Һин дә мине өҙөлөп һөйҙөң
микән?
Мин бит һине шулай яраттым!
Лилиә ҠАҺАРМАНОВА,
БДУ студенты.
Пар күгәрсендәр кеүек
Пар күгәрсендәр кеүек
Гөрләшәйек донъяла.
Ниңә беҙгә серләшмәҫкә:
Икебеҙгә бер һауа.
Бер үк уйҙар, бер үк хистәр
Ҡайнай беҙҙең йөрәктә.
Нимә генә күрһәк тә беҙ,
Ҡалайыҡ бер теләктә.
Донъя булғас, була бит ул
Ағы ла, ҡараһы ла.
Көндәр ҙә бит була аяҙ,
Була ямғырлыһы ла.
Кемдер әйтер, пар түгел, тип,
Улар ҡайҙан белһендәр?
Бары беҙҙең йөрәктәр
Мәңге бергә типһендәр.
Дошмандарға үс итеп
Матур итеп йәшәйек.
Ошо күгәрсендәр кеүек
Серләшеп гөрләшәйек.
Рәсимә ДЕНИСЛАМОВА.
Хәйбулла районы.
Илай гармун
Ниңә илай тальян гармун
Ҡасып төн ҡараhына?
Ниңә hала ул hағышын
Йөрәгем яраhына?
Һөйләйме ул минең кеүек
Алыҫ яҡты йондоҙға
Асалмаған hөйөү хисен
Ерҙәге hылыу ҡыҙға?
Төнгә аға гармун моңо,
Һағыш тулы күҙҙәре.
Ниңә йәшләй ауыр икән
Һөйәм тиеп әйтеүҙәре?
Уйнай, илай тальян гармун,
Ҡараңғы төнгә ҡасып.
Кемдер hөйләй мөхәббәтен,
Гармун теленә баҫып...
Рәис ӘХМӘТОВ.
Өфө ҡалаһы.
Ғашиҡ булғас
Күҙ ҡарашың, гүйә үткер бысаҡ,
Үтеп инә күңел түренә.
Бер ни әйтә алмай баҙап ҡалам
Ҡарау менән һинең йөҙөңә.
Һөйләшеүең шундай
яғымлы моң –
Йөрәгемә инеп яғыла.
Тауышыңды ишетер өсөн генә
Күргем килә һине тағы ла.
Йөҙкәйеңә йәйғор
ҡалҡҡан кеүек,
Йөрәкте елкетеп йылмайһаң.
Шундай нурҙан мәхрүм
булыр инем,
Әгәр был донъяға тыумаһам.
Әлфиә АБДРАФИҠОВА.
Әбйәлил районы.
Йәнем минең
Йәнем минең, тиеп әйтәһең дә
Йөрәгемә уттар һалаһың.
Һөйөү хистәрендә мәңге шулай
Килә минең бергә янаһым.
Йәнем минең, тиеп әйтәһең дә,
Иреп китәм наҙлы һүҙеңә.
Тойоп торам һинең яратыуҙы,
Инһәк тә беҙ ғүмер көҙөнә.
Йәнем минең, тиеп әйтәм үҙем,
Бергенәм һин минең, алтыным.
Мәңге шулай хистәр
һыуынмаһын,
Бул бәхетем, һүнмәҫ ялҡыным!
Гөлфиә ҒиЗзәтова.
Әлшәй районы.
Үҙемдеке – үҙемә
Кеше йәре кәрәк түгел,
Үҙемдеке – үҙемә.
Бәхетем, киләсәгем, тип,
Ҡарап торһон күҙемә.
Тормоштоң юлдары оҙон –
Булыр ҡайғы-шатлығы.
Янымда булһын хәләлем,
Кәрәкмәй һис артығы.
Бергә генә үҫтерәйек
Мөхәббәт емештәрен.
Ҡартлыҡ килһә, ейәндәргә
Бирербеҙ кәңәштәрен.
Рузидә ҒӘЙФУЛЛИНА.
Белорет районы.