«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ҡәҙерле “йөктәре” юҡ…



14.02.2017 Ҡәҙерле “йөктәре” юҡ…

Ҡәҙерле “йөктәре” юҡ…
Беҙҙең яҡтарҙа байтаҡ йылдар элек булған хәлдәр был.
Бер ғаилә ҡыш көнө сана егеп, күрше ауылға ҡунаҡҡа барған. Мәжлес күңелле үткән, бик яҡшы ғына һыйланғандар. Ҡайтыу юлына ҡуҙғалғансы, ҡараңғылыҡ ярайһы ғына ҡуйырған. Ҡар яҡтыһы булған инде. Дилбегәне, әлбиттә, ир тотҡан, ҡатын уңайлы итеп кенә сананың артынараҡ урынлашҡан.
Ат өс саҡрым ерҙе ни, елдереп алып ҡайтып та еткән. Ир сананан төшкән дә, атын да туғарып тормайынса, өй ишеген дөбөрләтергә керешкән.
– Ас, ас, ҡатын, ас, тим, – тип ҡысҡыра уҡ башлаған был.
Көслө тауыш күрше йәшәгән инәйгә лә ишетелгән. Аптырап, инәй быларға ингән. Атаһының тауышын ишетеп, икенсе яҡ күршенән ҡыҙы килгән.
– Аһ, аһ, ниңә ҡысҡыраһың ул? – тип һораған ҡыҙы.
– Бына, әсәң ишекте асмай ҙаһаң, – ти икән ҡарт.
– Ҡунаҡҡа бергә киттегеҙ ҙә баһа, ул ни арала кире ҡайтты? – тип һүҙгә ҡушыла күршеһе лә.
Ҡунаҡта арыу ғына һыйланған ир башта иҫенә төшөрә алмай торған. Ахырҙа, ҡыҙы менән күршеһе атҡа ултырып, кире күрше ауылға барырға сыҡҡан, хужабикәне алып ҡайтырға кәрәк тә баһа. Иң ҡыҙығы шунда булған да инде. Теге күрше ауылға инер алдынан юлда ҙур ғына бер нәмә ятҡанын күреп, атты туҡтатып, абайлаңҡырап ҡараһалар… рәхәтләнеп йоҡлап ята, ти, “ҡунаҡбикә”. Сананан шыуып төшөп ҡалған бер һөҙәгерәк урында. Ире уның ҡасан, нисек төшөп ҡалғанын да һиҙмәгән. Үәт, ҡунаҡта-ар!

* * *
Икенсе хәл дә шуға оҡшаш. Ирле-ҡатынлы икәү күрше урыҫ ауылында ҡунаҡ булған. Көҙ көнө. Арба менән барғандар. Тәүге­ләре кеүек үк, арыу ғына ҡунаҡ булып, ҡараңғы төшкәс ҡайтырға сыҡҡандар. Юлда ҡатыны “йо­мош” менән баҫыу ситенә туҡтар­ға ҡушҡан. Ире туҡтатҡан, ҡатын, арбанан төшөп, юл ситенәрәк сүкәйгән. Инде тороп ҡына китәм тигәндә, арба ҡуҙғалған да киткән. Ҡатын, бахыр, иренә исемен өндәшеп ҡысҡырған-ҡысҡырған, тик уны ишетһә, төнгө ҡош-ҡорт, йәнлек-ғәләмәт кенә ишеткәндер. Быға күрше ауыл яҡыныраҡ арала булған, нишләһен, кире атлаған. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң, атын йән-фарман ҡыуып, ҡобараһы осоп, ире килеп еткән. Баҡһаң, ҡайтып етеп килгәндә генә ҡатынын баҫыу ситендә ҡалдырыуы иҫенә төшкән.

Айсын АҠБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға