«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Иномарка



07.02.2017 Иномарка

ИномаркаАғайым Өфөлә йәшәһә лә, баҡсаһы данлыҡлы Йоматауҙың бик күркәм урынында, урман эсендә урынлашҡан. Элегерәк улар еңгәм менән баҡсаға электричкала йөрөйҙәр ине. Һыйһаң – һыяһың, һыймаһаң, шаңҡайып тороп ҡалаһың инде. Яңыраҡ быға яҡын ғына дуҫы көсләп тигәндәй водитель таныҡлығы алып бирҙе. Таныҡлығы булғас, машинаһы ла кәрәк. Ныҡыша торғас, “тимер ат” та алыу­ға өлгәште ағайым. Машинаның да ниндәйе бит – иномарка!
Йәй аҙаҡтарында булһа кәрәк, аяҡ аҫтында һары япраҡтар шығырлай башлағанда, үрмәкселәр селтәр-селтәр көмөш ауҙарын һуҙған матур бер көндә ағайым, сит ил арғымағын ауыҙлыҡлап, Йоматауға ҡарай һыпырта. Ай-һай, машина шәп! Бөтә халыҡ уға һоҡланған һымаҡ. Ана бит, һыбайлылар аттарынан төшөп, йәйәүлеләр ятып ҡарап ҡалалар хатта. Ошо уйҙарҙан ағайымдың күңелендә йыр тыуа. Ул: “Килә шофер, елә шофер, руле төшмәй ҡулдарҙан”, – тип моңланып, баҡсаһына барып та етә.
Ихма! Күңел йырлағанда баҡсала түҙеп ултырып буламы ни инде! Йөрәк киңлек һорай. Юҡ-юҡ! Һорамай, ә талап итә!
Баҡсаһынан ситкәрәк китеп, бер ҡалҡыуыраҡ урынға күтәрелә был. Уйы – бәшмәк йыйыу. Ҡатыны: “Нимәгә һиңә машина, автобус бөткәнме? Эшкә барам тиһәң, эргәнән генә трамвай йөрөй, ҡунаҡҡа барғанда-ҡайтҡанда такси менән йөрөй­һөң”, – тип үрһәләшә ине, ана, хәҙер күрһен, белһен шәхси машинаның нимәгә кәрәклеген. Бәшмәк йыйып алып ҡайтһа, хәләле артына йығылып китер хатта. Шулай уйлай ағайым.
Шундай уйҙарға бирелеп килә был машинаһы менән урман ситләп, йәй буйы ярайһы ғына бейек булып үҫкән ҡыу үләнде тапатып. Бер-ике метр барып та өлгөрмәй, әллә нимә бының машинаһының төбөнә “зыңҡ” итеп төртөлә. “Тимер арғымаҡ” бер-икене сөскөрә лә, тонсоғоп һүнә. Ҡуҙғалып ҡарай, машина ҡыбырламай ҙа. Әйтерһең дә, ҡағып ҡуйғандар. Төшә ағайым машинаһынан. Ти­рә-яғына күҙ һала, берәй­һе күреп ҡалмаһын, йәнә­һе. Сүтәки “иностранка” бит, яңы ғына конвейерҙан сыҡҡан, кәпийкә йәки шестерка түгел был һиңә.
Үләнгә ятып, машинаның аҫтына күҙ һала ағайым. Ваууу! Ағас төпһәһенә менгән машинаһы. Ух, йүнһеҙҙәр! Кем ҡалдыр­ған бында был түмәрҙе? Алай итә ағайым, былай итә – машина ҡыбырламай ҙа. Ни алға, ни артҡа китмәй. Нимә эшләргә?! Нисек сығырға был хәлдән? Аптыраҡ! Ярай әле алыҫ китеп өлгөрмәгән, кире йүгерә ағайым баҡсаға. Тиҙ генә балтаһын, ҡул бысҡыһы алып килә. Үҙе ян-яғына ҡарай, кеше генә күрмәһен инде берүк, Хоҙайым шомлоғо, күҙҙе лә астырмаҫтар, көлкөгә ҡалғыһы килмәй бит!
Үләнгә ятып, ножовка менән төмзөктө бысып маташа был. Тфү, ҡәһәрең! Иртән уңмаһа, кис уңмай, кис уңмаһа, һис уңмай, ти ине атаһы. Уңмаған юлға сыҡҡан икән бөгөн. Быса торғас, машина ауырлығына сыҙамай, бысҡыны төпһәгә ҡуша ҡыҫа. Нимә эшләргә? Аптыраҡ!
Әһә! Баш эшләп китә ағайымдың. Домкрат бар бит! Зырылдығын сығарып, машинаны күтәртеп бөтөүе була – иномарка елдереп китә лә бара. Алға! Ағайһыҙ ғына! Ауу! Ишеү торған һайын тиҙлеге арта ғына бының. Ә аҫта – шыршылар.
Ағайым машинаһының алдына ла сығып ҡарай, артынан да тартҡылай, юҡ, тыңлатырлыҡ түгел. Уның һайын шыршылар ҙа яҡыная бара. Оҙаҡ уйланырға ваҡыт та юҡ. “Матросов! Матросов!” – тип ҡабатлай, ағайымдың мейеһен быраулап, ниндәй­ҙер бер юғары аҡыл. Ағайым арҡаһы менән барып шыршыға һөйәлә лә, шытырлатып күҙҙәрен йома. Йә, хуш, Аллаға тапшырҙыҡ…
Бер ваҡыт, йәнә әбейҙәр сыуағына һөйөнөп һай­раш­ҡан ҡоштарҙың ҡотон алып, “зыңҡ” иткән тауыш ишетелә. Ағайымдың йомолған күҙҙәре үҙҙәренән-үҙҙәре асылып китеп, былай ҙа салт аяҙ күкте тағы ла нығыраҡ яҡтыртып, күккә меңәрләгән йондоҙ оса.
Шыршы менән машина араһынан көс-хәл менән сыға был. Зитына тейеп ауырт­ҡан аяҡтарын ыуғылап, тирә-яҡҡа ялп- йолп күҙ һала. Берәйһе генә күреп ҡалмаһын инде. Шунан ауыҙын шаҡарып, бер яҡҡа тарттырып бәйләп ҡуйған әҙәмдеке һымаҡ үҙенә ҡарап торған машинаһын көскә тоҡандырып, баш ҡалаға һыпырта. Урман аҡланындағы ағас төпһәһе янында бысҡы менән ҡул бысҡыһы ғына ятып ҡала.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға