31.01.2017 Юлсыға (Юлай Мәҡсүтов)
Ҡараңғылыҡ алған аҡ тирмәмде,
Ҡуҙҙар бына-бына һүнерҙәр.
Ҡайнар усаҡ дөрләп яна ине –
Тәгәрәшеп ята күмерҙәр...
Эй, юлаусым! Изге мосафирым!
Килеп индең ҡотһоҙ тирмәмә,
Ихласланып йөрөп усаҡ яҡтың,
Йылы өрҙөң йөрәк тирәмә.
Минең дә бар ине һиндәй сағым:
Күҙҙәр – үткер, күңел көр ине.
Күптәргә мин үҙем усаҡ инем,
Йөрәк – зирәк, тормош – йыр ине...
Тик...
усаҡтар мәңге түгел икән,
Юлдың да бар икән аҙағы.
Утын өҫтәп кенә ут көсәйә,
Бергә көйләү – йырҙың ҡыҙығы...
...Туҡта! Китмә! Артыҡ оҙон тиеп,
Туҡтата ла күрмә һүҙемде.
Беләм. Һиҙәм. Күпме эшең алда...
Хоҙай биргән һиңә түҙемде!
...Юҡҡа тотам. Һәр юлсының була
Ваҡытлыса ғына усағы.
Барыр юлың булһын ай юлына,
Бәхет йәйһен һиңә ҡосағын!
...Дөрләп яна һинең усағың...
(Декабрь, 1997 йыл)